Иҫке Балтас (Балтас районы)
Иҫке Балтас (рус. Старобалтачево) — Башҡортостан Республикаһының Балтас районындағы ауыл, ошо исемдәге район һәм ауыл Советы үҙәге. 2010 йыл 14 октябренә халыҡ һаны 5598 кеше булған[4]. Почта индексы — 452980, ОКАТО коды — 80208831001.
Иҫке Балтас | |
Иҫке Балтас | |
Рәсми атамаһы | Иҫке Балтас |
---|---|
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ үҙәге | Иҫке Балтас ауыл Советы[2] һәм Балтаc районы |
Административ-территориаль берәмек | Иҫке Балтас ауыл Советы һәм Балтаc районы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 5598 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 452980 |
Урындағы телефон коды | 34753 |
Тарихы
үҙгәртергәҠыр Танып аҫаба башҡорттары ауылдарының береһе, боронғораҡ исеме билдәле түгел. Ихтимал, уны Ҡыр-Танып йәки Танып тип атағандарҙыр. Ауылдың төп исеме Балтас. Әммә административ реформаларҙың береһе үткәрелгәндә ауыл рәсми рәүештә Иҫке Балтас тип атала башлаған, ә ауылдан ете саҡрым төньяҡтараҡ урынлашҡан Уҫаҡ ауылы Яңы Балтасҡа әүерелгән.
Балтас - аҫаба башҡорт, күрәһең, старшина вазифа биләгән. Ул нәҫелдән бирелгәнлектән, был урында улы тороп ҡала. Улы Ҡолой 1759-1780 йылдарҙа ысынлап та старшина булған, бында ғына түгел, Ҡара-Табын улусына ла етәкселек иткән. Уның исеме менән ауыл Ҡолой тип аталған.
1834 йылда Иҫке Балтаста Ҡолой улдары йәшәгән: 57 йәшлек йорт старшинаһы Абдулнасир Ҡолоев, уның улдары: Мөхәмәтбасим (уның улдары - Мөғтәсим, Ризуан, Мөхәмәтсадиҡ, Мөхәмәтхөсәйен, Вәлиәхмәт һәм Хасан), 55 йәшлек яу старшинаһы Абдуллатиф Ҡолоев. 1842 йылда Мөхәмәтбасим Абдулнасир улы Балтасов фамилияһын йөрөтә. Башҡа сығанаҡтарҙан күренгәнсә, Крәҫтиән һуғышы ваҡытында Ҡолой Балтасов (Балтачев) хөкүмәт ғәскәрҙәре яғында булған, шуның өсөн уның йорто яндырылған һәм ғаиләһе фетнәселәр тарафынан үлтерелгән. Күтәрелеш баҫтырылғандан һуң, Ҡолой Красноуфимскиға күсенгән алған һәм Батшабикә Екатерина билдәләгән пенсия алып йәшәгән.
1834 йылғы рәүиз буйынса бында 356 башҡорт йәшәгән, 960 бот ужым арышы һәм 1728 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән. 1834 йылда ауылда 4 һыу тирмәне, улус идараһы, һуңыраҡ урыҫ-башҡорт мәктәбе һәм биш йыллыҡ земство башланғыс мәктәп асыла. Ике мәсеттә мәҙрәсәләре лә булған[5]..
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||
1920 йыл 26 август | |||
1926 йыл 17 декабрь | |||
1939 йыл 17 ғинуар | 2160 | 1094 | 1066 |
1959 йыл 15 ғинуар | 2339 | 1044 | 1295 |
1970 йыл 15 ғинуар | 2999 | 1403 | 1596 |
1979 йыл 17 ғинуар | 4407 | 2469 | 1938 |
1989 йыл 12 ғинуар | 4161 | 1960 | 2201 |
2002 йыл 9 октябрь | 5601 | 2644 | 2957 |
2010 йыл 14 октябрь | 5598 | 2624 | 2974 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Бәкеров Фёдор Ғәйфулла улы (10.02.1947), юғары мәктәп ветераны, ғалим-педагог, инженер-механик. 1969 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1980 йылдан киске һәм ситтән тороп уҡыу буйынса проректор, 1988 йылдан — осоу аппараттары двигателдәре йылылығы физикаһы кафедраһы мөдире, 1990 йылдан — авиация йылылыҡ техникаһы һәм йылылыҡ энергетикаһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2007). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2008),Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).
- Гәрәев Вил Мулла улы (28.02.1937), ғалим-иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1969), профессор (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987).
- Ҡасимова Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы (9.06.1934), театр актёры, режиссёр. 1972 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008—2013 йылдарҙа режиссура кафедраһы мөдире. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1997). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Удмурт Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014). Кәрим Тинчурин исемендәге Республика театр фестивале (Ҡазан, 2000) һәм М. И. Царёв исемендәге премия лауреаты (2007).
- Зөфәр Сабирйәнов (1.10.1935—24.12.2014), журналист, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[6].
- Сибәғәтов Радик Ғәли улы (29.05.1934—6.05.2005), ғалим-тел белгесе, 1970—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1988 йылдан — татар филологияһы кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1988), профессор (1990). Башҡортостан (1993) һәм Татарстан (2004) Республикаларының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002)[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ http://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Музей просветителя XVIII Габдуллы Галиева
- ↑ ИА «Башинформ», 1 октября 2015 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сибәғәтов Радик Ғәли улы (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2022)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2022)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2022)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Иҫке Балтас (Балтас районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2022)
- Село Старобалтачево Балтачевского района РБ. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 май 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Был Балтас районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |