Өршәкбаш-Ҡарамалы

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Миәкә районындағы ауыл

Өршәкбаш-Ҡарамалы (рус. Уршакбашкарамалы) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 620 кеше[1]. Почта индексы — 452097, ОКАТО коды — 80244870001.

Ауыл
Өршәкбаш-Ҡарамалы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Миәкә районы

Координаталар

53°37′42″ с. ш. 55°08′39″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 244 870 001

ОКТМО коды

80 644 470 101

ГКГН номеры

0524241

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Өршәкбаш-Ҡарамалы (Рәсәй)
Өршәкбаш-Ҡарамалы
Өршәкбаш-Ҡарамалы
Өршәкбаш-Ҡарамалы (Башҡортостан Республикаһы)
Өршәкбаш-Ҡарамалы

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 2362
1920 йыл 26 август 2685
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1503
1959 йыл 15 ғинуар 1343
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 772
2002 йыл 9 октябрь 724
2010 йыл 14 октябрь 620 311 309 50,2 49,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә


Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Ауылға 1755 йылғы килешеү буйынса, башҡорттарҙан һатып алынған Меркет-Мең улусының аҫаба ерендә мишәрҙәр нигеҙ һала. Бында башҡорттар ҙа (1859 йылда 5 йортта 36 кеше), шулай уҡ типтәрҙәр ҙә йәшәгән.1783 йылда 60 типтәр иҫәпкә алынған, 1795 йылда — 81 (башҡа ҡатлам буйынса мәғлүмәттәр юҡ). 1816 йылда- 208, 1834 йылда — мишәрҙәрҙән 368 йән теркәлгән. 1859 йылда 240 аҫаба кеше һәм 364 керҙәш ир-ат иҫәпләнә. 1870 йылда 1226 кеше булған. 1920 йылда 522 хужалыҡта 2685 мишәрҙе иҫәпкә алалар. Өршәкбаш-Ҡарамалы -1944 йылдың 8 мартында, фашистарҙың дзотын үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплаған Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың тыуған төйәге. Ошо ҡаһарманлығы өсөн ул Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.[2]

Ауыл халҡы элек-электән умартасылыҡ, игенселек, сана яһау менән шөғөлләнгән. Мәсет, училище, 7 кибет, 4 һыу тирмәне булған. 1906 йылдан (хәҙерге исемдә) 2 мәсет, бакалея кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән. Хәҙергә көндә урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин музейы, мәсет бар.[3]

Урамдары [4]

үҙгәртергә
  • Ғ.Туҡай (урамы) (рус. Г.Тукая (улица))
  • Гоголь (урамы) (рус. Гоголя (улица))
  • Ғөбәйҙуллин (урамы) (рус. Губайдуллина (улица))
  • Киров (урамы) (рус. Кирова (улица))
  • Комсомол (тыҡрығы) (рус. Комсомольский (переулок))
  • Ленин (урамы) (рус. Ленина (улица))
  • Йәштәр (урамы) (рус. Молодежная (улица))
  • Пушкин (урамы) (рус. Пушкина (улица))

Арҙаҡлы шәхестәр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.445
  3. Өршәкбаш-Ҡарамалы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. «Налог Белешмәһе» системаһында Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылы
  5. 5,0 5,1 Х.Х.Мусин,Р.М.Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й. — С. 399-сы б..