Боли́вия (исп. Bolivia, кечуа Buliwya, аймар. Wuliwya, гуар. Volívia), рәсми атамаһы — Күп милләтле Боли́вия Дәүләте (исп. Estado Plurinacional de Bolivia [esˈtaðo pluɾinasjoˈnal de βoˈliβja]) — Көньяҡ Американың үҙәк өлөшөндәге дәүләт.

Күп милләтле Боливия Дәүләте
исп. Estado Plurinacional de Bolivia
кечуа Buliwya Achka nasyunkunap Mama llaqta
аймар. Wuliwya Suyu
гуар. Tetã Volívia
Флаг {{{Герб урынына}}}
Девиз: «¡La unión es la fuerza!
(исп.
Берҙәмлек көс бирә!
Гимн: «Bolivianos, el hado propicio»
Үҙаллылыҡ датаһы 1825 йыл, 6 август
Рәсми телдәр испан теле, кечуа, аймара, гуарани һәм тағы ла Боливияның 33 теле.
Баш ҡала Сукре  [i 1]
Эре ҡалалар Санта-Крус-де-ла-Сиерра, Эль-Альто, Ла-Пас
Идара итеү төрө президент республикаһы
Президент
Вице-президент
Луис Арсе Катакора
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
27
1 098 581 км²
1,29
Халыҡ
• Һаны (2012)
• Халыҡ тығыҙлығы

11 503 735 чел. (84)
10,5 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2008)
  • Бер кешегә

41,833 млрд[1] долл. (101)
4345[1] долл.
Валюта боливиано (BOB, код 68)
Интернет-домен .bo
Код ISO BO
МОК коды BOL
Телефон коды +591
Сәғәт бүлкәте −4
  1. Ла-Паста хөкүмәте урынлашҡан; рәсми баш ҡалаһы — Сукре.

Боливия төньяҡта, төньяҡ-көнсығышта Бразилия, көньяҡ-көнсығышта — Парагвай, көньяҡта — Аргентина, көньяҡ-көнбайышта һәм көнбайышта — Чили һәм Перу менән сиктәш. Диңгеҙгә сығыу мөмкинлеге булмаған территорияһы буйынса иң ҙур көньяҡ америка иле, әммә 2010 йылда Перу менән бәләкәй яр буйы учаскаһын 99 йылға ҡортомға биреү тураһында килешеү төҙөлгән[3].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Илдең Боливия (исп. Bolivia) атамаһы бойондороҡһоҙлоғоноң тәүге тиҫтә йылдарында уҡ нығынған. 1825 йылдың 6 авгусында Үрге Перу провинциялары депутаттарының Генераль ассамблеяһында (Asamblea General de Diputados de las Provincias del Alto Perú) Үрге Перуның (Alto Perú) бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә, 1825 йылдың 11 авгусында азат итеүсе Берләшкән Перу армияһы (Ejército Unido Libertador del Perú) етәксеһе Симон Боливар хөрмәтенә Боливар Республикаһы (исп. República Bolívar), шулай уҡ Үрге Перу һәм Үрге Перу Дәүләте (Estado del Alto Perú) тигән атамаларҙы ла ҡулланыу мөкин була. Атама тәҡдим итеп, конгрессмен Мануэль Мартин Круз былай тине: «Ромулдан Рим килеп сыҡҡан икән, Боливарҙан Боливия сығыуы мөмкин» (Si de Rómulo Roma, de Bolívar Bolivia). 1826 йылдың 25 майында Дөйөм учредитель конгресы (Congreso General Constituyente) Республика Боливиана (República Boliviana), йәки Боливия атамаларын да ҡулланыу рөхсәт ителгән. Фәҡәт 1868 йылдан ғына илдең рәсми атамаһы — Боливия Республикаһы (República de Bolivia) барлыҡҡа килә.

Эшләп килгән Боливия Конституцияһы (Constitution of Bolivia) буйынса, илдең рәсми исеме итеп, илдең күп этник характеры һәм Боливияның төп халыҡтарының әһәмиәтен таныу билдәһе булараҡ, Күп милләтле Боливия Дәүләте (исп. Estado Plurinacional de Bolivia, кечуа Buliwya Achka nasyunkunap Mama llaqta, аймар. Wuliwya Suyu, гуар. Tetã Volívia) тигән исем һайлана.

XIV быуатта хәҙерге Боливияның аймара, кечуа һ. б. индей ҡәбиләләре йәшәгән территорияһын Инктар дәүләте баҫып алған.

  • 1532—1538 — хәҙерге Боливия территорияһын Франсиско Писарро һәм Диего де Альмагро етәкселегендә испан конкистадорҙары яулаған. Баҫып алыу һөҙөмтәһендә бер нисә миллион индей ҡырылды[4].
  • 1542—1776 — Испания вице-короллеге Перу составында Үрге Перу атамаһын йөрөтә. Боливия территорияһын испан алпауыттары бүлешеп ала. Индейҙар энкомьенда системаһына индерелгән.
  • XVI—XVII быуаттар — Король Аудиенцияһы составындағы Потосиҙағы боливия ҡалаһы Сукре (Чаркас) Иҫке Донъя һәм Яңы Донъя ҡалаларынан халҡы күплеге (160 000 кеше) һәм донъя сәнәғәтенең ң эре үҙәге булыуы менән айырылған[5](көмөш рудниктарын эшкәртеү осоронда)[6].
 
Потоси ҡалаһы
  • 1776—1810 — Рио-де-ла-Плата испан вице-короллеге составында.
  • 1825 — Үрге Перуның бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. Ил Симон Боливар иҫтәлегенә Боливия тип атала башлай[7].
  • 1836—1839 — Перу һәм Боливия Конфедерацияһы.
  • 1879—1883 — Чили менән Икенсе Тымыҡ океан һуғышы еңелеү һәм Тымыҡ океанға сығыу мөмкинлеген һәм Атакама сүллегендәге селитра ятҡылыҡтарын контролдә тотоуҙы юғалтыу менән тамамлана.
  • 1903 йыл — 17 ноябрҙә элек-электән Акри штаты тип билдәле булған Бразилия территорияһын Боливияға ҡушыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылған.
  • 1932—1935 йй. — Чако-Бореаль нефть ятҡылыҡтары өсөн Парагвай менән уңышһыҙ Чак һуғышы.
  • 1952 йыл — Виктор Пас Эстенсоро хөкүмәте тарафынан ҡурғаш эшкәртеү сәнәғәтен националләштереүгә нигеҙ һалған Боливия революцияһы.
  • 1964 йыл — генерал Рене Баррьентос Ортуньо етәкселегендәге хәрби түңкәрелеш. Һуңғараҡ, 1966 йылда, Рене Баррьентос Ортуньо конституцион рәүештә президент итеп һайлана.
  • 1966—1967 йыл — Эрнесто Че Гевара партизандар төркөмө менән хакимлыҡ итеүсе режимды тәхеттән төшөрөү маҡсатында баш күтәреү хәрәкәте ойошторорға тырыша. 1967 йылдың октябрендә АҠШ Үҙәк разведка идаралығының әүҙем ярҙамында хөкүмәт армияһы Че Гевара отрядын юҡ итә.
  • 1969 йыл — президент Рене Баррьентос Ортуньо авиакатастрофала вафат була. 26 сентябрҙә хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә власҡа генерал Альфредо Овандо Кандиа килә.
  • 1970 йыл — 7 октябрҙә хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә власҡа генерал Хуан Хосе Торрес етәкселегендә һул ҡарашлы офицерҙар килә.
  • 1971 йыл — 21 августа полковник Уго Бансер Суарес етәкселегендә (1825 йылдан башлап иҫәп буйынса 187-се) хәрби түңкәрелеш була.
  • 1978 йыл — Уго Бансер отставкаға китә. Яңы президент Хуан Переда Асбун 24 ноябрҙә генерал Давид Падилья Арансибиа етәкселегендәге хәрби конституционалистар тарафынан ҡолатыла. Ул 1979 йылға дөйөм һайлауҙар тәғәйенләй.
  • 1979 йыл — 1 июлдә үткән дөйөм һайлауҙарҙа бер кандидат та кәрәкле тауыш алмаған. 8 августа хәрбиҙәр ваҡытлыса бурыс атҡарған президент Вальтер Гевараны власҡа килтерәләр. 1 ноябрҙә полковник Альберто Натуш власҡа килә, әммә дөйөм ҡаршылыҡҡа осрап, властан баш тарта. 17 ноябрҙә ил тарихында тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ — Лидия Гейлер Техада — президент була.
  • 1980 йыл — 29 июндә дөйөм һайлауҙарҙа һул көстәр кандидаты Эрнан Силес Суасо еңә. 17 июлдә армия түңкәрелеш яһай, власҡа генерал Луис Гарсия Меса килә. Ультра уң хәрби- криминал гарсиамесизм режимы урынлаша.
  • 1981 йыл — 4 августа ҡораллы көстәрҙәге конфликт һөҙөмтәһендә Гарсия Меса диктатураһы ҡолатыла. Генерал Вилья Сельсо Торрелио президент була.
  • 1982 йыл — 19 июлдә киҫкенләшкән көрсөк шарттарында президент Сельсо Торрелио власты генерал Кальдерон Гидо Вильдосоға тапшыра. Уныһы 1980 йылда һайланған Милли конгресс йыя һәм 10 октябрҙә президент посын Эрнан Силес Суасоға тапшыра.
  • 1985 йыл — һайлауҙарҙа халыҡтың күпселеге элекке диктатор Суарес Уго Бансерҙы һайлай, әммә Милли конгрестың күпселек депутаттары (кандидаттарҙың береһе лә 50%-тан артыҡ тауыш йыймаған осраҡта, президентлыҡ мәсьәләһен Милли конгресс хәл иткән) 4-се тапҡыр ил президенты итеп тауыш иҫәбе буйынса икенсе урын биләгән неолиберал Виктор Пас Эстенсоро һайланған.
  • 1997 йыл — ил президенты итеп Уго Бансер һайлана.
  • 1999 йыл — (Бөтә донъя банкы һәм Нидерланд компанияһы) һыу менән тәьмин итеү системаһы приватизацияланған, һыуға хаҡтар сигенә еткерелеп күтәрелгән, ямғыр һыуын йыйыу тыйылған, күп һанлы протестар һәм урам сыуалыштары булған[8][9].
  • 2003 йыл — «Газ һуғышы» тигән ваҡиғалар, күп протестар һәм урам сыуалыштары серияһы, ҡатнашыусыларҙың төп талаптары — газ сәнәғәтен национализациялау һәм уның үҫешен дәүләт контролдә тоторға тейешлеге.
  • 2005 йыл — 18 декабрҙә ил президенты итеп тәүге тапҡыр 53,74 % тауыш йыйыусы индей, һул сәйәсмән Эво Моралес һайланған. Президентты, Милли Конгресс түгел, туранан-тура һайлау тәүге тапҡыр 1978 йылдан башланған. Уның "Социализмға хәрәкәт"е Милли Конгреста тотороҡло күпселек яулаған.
  • 2008 йыл — 14 октябрҙә уң оппозиция талабы менән президентты урынынан алыу буйынса референдум үткәрелгән. Моралес һайлаусыларҙың 67 % хуплауын алған һәм үҙ урыныда ҡалған.
  • 2009 йыл — 10 июндә президент Моралес ҡултамға ҡуйған декретҡа ярашлы, Боливия «Күп милләтле Боливия Дәүләте» тигән яңы рәсми атама бирелгән[10].
  • 2009 йыл — 6 декабрҙә президент итеп 64,08 % тауыш йыйған Эво Моралес һайланған. «Социализмға хәрәкәт» Милли Конгреста 2/3 урын алған.
  • 2010 йылдың 20 октябрендә Боливия һәм Перу порт төҙөр өсөн яр буйы территорияһының бәләкәй участкаһын Боливияға 99 йылға ҡортомға биреү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Шулай итеп, 1883 йылда Чили менән һуғышта еңелгәндән һуң диңгеҙгә сығыу хоҡуғынан мәхрүм булған Боливия, 127 йыл үткәндән һуң, диңгеҙгә сығыу мөмкинлеген алған[11].
  • 2014 йыл — 12 октябрҙә өсөнсө тапҡыр президент итеп 61,36 % тауыш йыйған Эво Моралес һайлана. «Социализмға хәрәкәт» Милли Конгреста яңынан 2/3 артыҡ урын алған.
  • 2019 йыл — 10 ноябрҙә Эво Моралес, һайлауҙар һөҙөмтәһен фальсификациялауҙа ғәйепләгән күп халыҡ ҡатнашҡан демонстрацияларҙан һуң, отставкаға китә[12].

Боливия һәм Рәсәй Федерацияһы араһында дипломатик мөнәсәбәттәр (1945 йылдың 18 апрелендә СССР менән) урынлаштырылған[13][14].

Дәүләт ҡоролошо

үҙгәртергә

Республика. Дәүләт һәм хөкүмәт башлығы — Халыҡ тарафынан 5 йылға бер тапҡыр һайлана. 2006 йылдың 22 ғинуарынан — Хуан Эво Моралес. Президент хөкүмәтте етәкләй, министрҙар кабинеты составын раҫлай, ҡораллы көстәр баш командующийы.

Тауыштарҙың абсолют күпселеген (тауыштарҙың 50 % артығы) йыйыусы һайланған тип һанала. Әгәр еңеүсе билдәләнмәһә, парламент ике палатаның да берлектәге ултырышында президент итеп тауыштарҙың ябай күпселеген алған ике кандидат араһынан һайлана.

2009 йылдың ғинуарында үткән Конституцияны үҙгәртеү референдумы һөҙөмтәһе буйынса (индейҙарға өҫтөнлөк һәм иҡтисад өҫтөнән дәүләт контролен индереү) сираттағы президент һәм парламент һайлауҙары 2009 йылдың 6 декабрендә, срогынан алда, үткән. Моралес икенсе тапҡыр президент срогына һайланыу хоҡуғын ала һәм ышаныслы еңеүгә өлгәшә (тауыштарҙың 60,01 % артығы)[15].

Ике палаталы парламент — 36 сенатор һәм 130 депутат 5 йылға һайлана.

Economist Intelligence Unit ярашлы, 2018 йылда ил демократия индексы буйынса гибрид режим тип төркөмләнгән[16].

Сәйәси партиялар

үҙгәртергә

2014 йылдың октябрь һайлауҙары һөҙөмтәһе буйынса:

  • Социализмға хәрәкәт — Һулдар (Моралес етәкселегендә), 25 сенатор, 88 депутат (61,36 % тауыш алған).
  • Берләштерелгән милли фронт — Левоцентризм, 9 сенатор, 32 депутат (24,23 %)
  • Христиан-демократик партия — Центризм, 2 сенатор, 10 депутат (9,04 %)
  • Ҡурҡыу белмәүсе хәрәкәт — Һул-үҙәк, 0 депутат (2,71 %)
  • «Йәшелдәр» партияһы — 0 депутат (2,69 %)

Боливияла парламент кимәленә индерелмәгән тағы 6 легаль сәйәси партия бар.

Сәйәси хәл

үҙгәртергә
 
Боливия административ үҙәге Ла-Пас ҡалаһы үҙәге

2005 йылдың 10 июнендә Боливияның ваҡытлыса башлығы итеп 5 июндә отставкаға киткән Карлос Месуның (Carlos Mesa) алмашына суд рәйесе Эдуардо Родригес (Eduardo Rodriguez) килгән.

Боливия закондары буйынса, президент срогынан алда посынан киткән осраҡта уның вәкәләтлеге парламенттың үрге палатаһы башлығына, ул да үҙен ситләштергән осраҡта — түбәнге палата спикерына күсергә тейеш була. Эшләп йөрөгән ике сәйәсмән дә илгә идара итеү тәҡдимен кире ҡаҡҡанлыҡтан, власҡа исемлектәге «өсөнсө кеше» — Юғары суд рәйесе килә.

Карлос Месаны иҡтисадты бөлгөнлөккә төшөрөүҙә ғәйепләгәндәр, шулай уҡ — нефть һәм газ сәнәғәте национализациялауҙы һәм ил конституцияһын үҙгәртеүҙе талап иткәндәр.

2005 йылдың 18 декабрендә президент һайлауҙары үткәрелгән, һәм «Социализмға хәрәкәт» башында торған һул радикалдар кандидаты Хуан Эво Моралес еңгән. Шул уҡ ваҡытта Милли конгресҡа 27 сенатор һәм 150 депутат һайланған.

Эво Моралес (ҡушаматы Эль Эво) — Боливия тарихында тәүге этник индей президенты. Һайлау кампанияһы барышында ул нефть һәм газ сәнәғәтен национализацияларға, сит ил нефть һәм газ корпорациялары (америка ExxonMobil, испан-аргентина Repsol YPF, бразилия Petrobras, француз Total, британ British Gas) менән төҙөлгән контракттарҙы ғәмәлдән сығарырға, тышҡы бурысты түләүҙән баш тартырға һәм кока үҫтереү хоҡуғын тергеҙеү вәғәҙәһен биргән.

Эво Моралес — сығышы менән крәҫтиәндәрҙән, Көньяҡ Америка иң ҙур һанлы индей халҡы аймара вәкиле, Фидель Кастро һәм Уго Чавестың дуҫы, һайлау алды кампанияһында, "америка империализмы һәм неолиберализм"ды киҫкен тәнҡитләп сығыш яһап, патриотик лозунгыларға таяна.

Эво Моралестың сәйәси карьераһы крәҫтиәндәр көрәше менән тығыҙ бәйләнгән. 1997 йылда, Боливияның кока етештереүселәре Ассоциацияһының лидеры булараҡ, ул, крәҫтиәндәрҙең кока плантацияларын юҡҡа сығарыусы властарҙан һаҡлау ниәте менән, конгресҡа һайлана. Парламентта, капитализмды тәнҡитләп, үҙен аяуһыҙ антиглобалист итеп таныта. Һуңғараҡ Эво Моралес крәҫтиәндәр сығыштарын етәкләй һәм депутат мандатынан яҙа, һәм тағы ла күберәк популярлыҡ яулай.

Хәҙерге ваҡытта Боливия Колумбия һәм Перу менән берлектә донъя баҙарын кокаин менән төп тәьмин итеүсе. 2005 йылда был наркотикты етештереү тағы өстән бер өлөшкә үҫкән. БМО мәғлүмәттәре буйынса, илдә кока плантациялары майҙаны 23 мең гектар тәшкил иткән. Эль Эво кока, наркотик кеүек түгел, зыянһыҙ, тип, Боливияла кока нигеҙендә һалҡынайтҡыс эсемлектәр, һағыҙ һәм һабын етештереүҙе тәҡдим иткән. АҠШ Администрацияһын бындай инициатива тынысһыҙландырған.

Моралес үҙенең был мәсьәләгә ҡарашын «Вести» рәсәй каналына интервьюһында белдергән[17]:

Президент әфәнде, аңлатығыҙ әле. Рәсәйҙә һеҙҙең сәйәсәтте аңламайҙар. Бер яҡтан, һеҙ үҙегеҙ яңы ғына наркотрафик Боливияның төп эске дошманы, тип атанығыҙ һәм Мәскәүҙә Рәсәй менән берлектә ошо яуызлыҡҡа ҡаршы көрәш конвенцияһына ҡул ҡуйҙығыҙ. Элегерәк АҠШ менән дә бындай килешеү төҙөлгәйне. Ләкин һеҙ, элек кока үҫтереүселәр профсоюзы лидеры булараҡ, президент булып тәғәйенләнгәс, Боливиянан АҠШ илсеһен һөрҙөгөҙ, ә АҠШ менән наркотиктарға ҡаршы көрәш тураһындағы килешеүҙе ғәмәлдән сығарҙығыҙ. Шулай итеп, һеҙҙең кокаға ҡарата сәйәси позицияғыҙ ниндәй?


— Беренсенән, тәбиғи кока япраҡтары — был бары тик дауалаусы һәм ашарға яраҡлы ауыл хужалығы үҫемлеге генә. Унан кеше һаулығына бер зыян да юҡ. Әлбиттә, химик реагенттар ярҙамында коканан кокаин алалар икән — был инде бөтөнләй икенсе эш. Кокаинды беҙ яҡламайбыҙ, беҙ ҙә уға ҡаршы көрәшәбеҙ. Икенсе яҡтан, АҠШ өсөн наркотрафикка ҡаршы көрәш — бары тик пәрҙә булып хеҙмәт итә. Ысынында — геосәйәсәт, беҙгә үтеп инеү һылтауы. Илсеһен генә түгел, әммә Үҙәк разведка идаралығы һәм наркотиктар менән көрәш Идаралығы ярҙамында. Хатта ул идаралыҡ та, ысынында, илдең эске эштәренә әүҙем сәйәси тығылыу.

Боливия Көньяҡ Америкала Венесуэланан ҡала тәбиғи газ запасы ҙурлығы буйынса икенсе урында һәм башҡа ҡаҙылма байлыҡтарға ла эйә, шуға ҡарамаҫтан, ул континенттың (Халыҡ-ара валюта фонды МВФ мәғлүмәттәре буйынса, ил халҡының 70 % хәйерселек сигендә йәшәй) иң хәйерсе дәүләте булып ҡала.

Төбәктәр автономияһы һәм сепаратизмы

үҙгәртергә

1995 йылда илдә төбәктәргә (департаменттар) байтаҡ сәйәси һәм иҡтисади вәкәләттәр биргән үҙәкләштереүҙән баш тартыу законы ҡабул ителгән. Моралес власҡа килгәндән һуң, «ярым ай» ип аталған — халыҡтың 58 %, нефть һәм газ табыу арҡаһында 80 % эске валовый продукты эйә 6 иң бай көньяҡ һәм көнсығыш төбәктәре (Санта-Крус, Бени, Пандо, Тариха, Кочабамба, Чукисака департаменттары), үҙәк властарҙың ярлы тау индей төбәктәре файҙаһына националләштереү һәм килемде яңынан бүлеү сәйәсәтенә ҡаршы ҡаты ризаһыҙлыҡ күрһәткән. 2006 йылдың июле һәм декабрендә көньяҡ һәм көнсығыш төбәктәрендә муниципаль референдумдары һәм муниципаль совет съездары үтә, шуның һөҙөмтәһендә «Боливия тигеҙлектәре милләте» тигән яңы дәүләт ҡоролошо төҙөүгә ынтылыш иғлан ителгән. Үҙәк властары илдең тарҡалыуына бөтә, хатта хәрби, саралар менән ҡаршы торасағын белдерҙе. Әммә ҡаршылыҡтар фәҡәт артҡан ғына һәм «һул» үҙәк властары һәм «уң» төбәк оппозицияһы араһында эпизодик көс ҡулланып ҡаршы тороуға саҡлы барып еткән. Илдең берҙәмлеген нығытыу һәм үҙәк властарҙың килемде яңынан бүлеү сәйәсәтен тормошҡа ашырыу маҡсатында 2007 й. декабрендә конституция үҙгәртелгән, бынан һуң конституцион көрсөк килгән һәм конституцион референдум үткәреү планлаштырылған, әммә ул үҫешкән төбәктәр вәкилдәренең позицияһы яғынан кире ҡағылған. 2008 й. майында һәм июлендә, көс ҡулланыу акттарына ҡарамаҫтан, «ярым ай» департаменттарында төбәк референдумдары үтә, һәм уларҙа тауыш биреүселәрҙе күпселеге сепаратизмға яҡын киң иҡтисади һәм сәйәси автономия өсөн тауыш биргән. Төбәк властары — үҙенең закондар сығарыу һәм суд власы, хөкүмәте, милицияһы, һалым системаһы һәм бюджеты, халыҡ-ара клешеүҙәргә хоҡуғы булған "үҙаллы Яңы Боливия Республикаһы"н төҙөүгә курс алғанын иғлан итә. Үҙәк власттары төбәк референдумдарының конституцион һәм легитим булмауын иғлан итә һәм 2008 й. авгусында ышаныс турыһында референдум үткәрә, һәм унда, сыуалышлы төбәктәрҙең бойкоты шарттарында, тауыш биреүселәрҙең 60 % Моралес сәйәсәтен таный.

Яңы конституция тураһында референдум

үҙгәртергә

2009 йылдың 29 ғинуарыда Боливияның Үҙәк һайлау комиссияһы, 98,83 % тауышты иҫәпләгәндән һуң, Эво Моралес тәҡдим иткән яңы конституция өсөн илдең 61,67 % гражданы тауыш бирә[18]. Уға ярашлы, дәүләт иҡтисадының төп секторҙарын контролдә тотоу кәрәк була. Газ запастары һәм башҡа ресурстаро милли байыҡ тип иғлан ителә. Яңы конституция шулай уҡ католицизмдың рәсми дин статусын кире ҡаҡҡан һәм илдең төп халыҡының — индейҙарҙың хоҡуғын күпкә киңәйтә[19]. Испан теленән башҡа, илдең бөтә индей халыҡтары телдәре лә дәүләт теле статусы ала. Шулай уҡ ер биләмәләрен сикләүҙе, индей халҡы телдәрен мотлаҡ өйрәнеүҙе индереү кү уңында тотолған. Тәбиғәт ресурстары запасы милли милек тип иғлан ителгән[20]. Яңы конституцияға ярашлы, ил парламентына милли аҙсылыҡ төркөмдәре ингән. Бынан тыш, боронғо индейҙарҙың игенселек һәм уңдырышлылыҡ алиһәһе Пачамаманы хөрмәтләү һәм табыныуҙы тәҡдим иткән[21]. Католицизм дәүләт дине статусын кире ҡағыуы боливия епископаты һәм Ватикандың консерватив даирәләре яғынан киҫкен ҡаршы реакцияһына килтергән[22].

Административ бүленеше

үҙгәртергә
 
Боливия провинциялары.

Территориаль-административ яҡтан Боливия 9 департаментҡа, улары, үҙ сиратында, провинцияларға бүленә. Барлығы 98 айырым муниципалитет. Яңы Конституцияның редакцияһында күрһәтелгәнсә, 9 департамент автоном субъекты булған[23].

Географик мәғлүмәт

үҙгәртергә
 
Боливияның физик картаһы.

Боливияның майҙаны 1 098 580 км² тәшкил итә. Ул майҙаны буйынса илдәр исемлегендә Эфиопиянан һуң 27 урында тора.

 
Боливия Альтипланоһы төҫтәре

1879 йылдан башлап, Боливия Чили менән Икенсе Тымыҡ океан һуғышы барышында Антофагаста өлкәһенең яр буйын юғалтҡан. Әммә Боливияның — Парагвай йылғаһы буйынан Атлантик океанға сығыу юлы бар, ә 2010 йылдың 20 октябрендә Боливия һәм Перу 99 йылға Боливияға диңгеҙгә сығыу портын төҙөүгә ҙур булмаған участканы ҡортомға биреүе турыһында килешеү төҙөй. Таким образом, спустя 127 лет Боливия вновь получила доступ и к Тихому океану[3].

Боливия территорияһында экологик зоналар күп төрлө. Илдең көнбайышында, бейек Анд тауҙарында, шул иҫәптән Альтиплано яйлаһында урынлашҡан. Көнсығыш түбән уйһыулыҡтары ҙур биләмәле амазонка тропик урмандары һәм Гран-Чако райондарын үҙ эсенә ала. Илдең иң бейек нөктәһе — Оруро департаментында урнылашҡан һүнгән Сахама вулканы (6542 м). Титикака күле Боливия һәм Перу сигендә урынлашҡан. Донъя йөҙөндәге иң ҙур Уюни тоҙло тупрағы илдең көньяҡ- көнбайыш өлөшөндә, Потоси департаментында урынлашҡан.

Боливияның иң эре ҡалалары: Ла-Пас, Эль-Альто, Санта-Крус-де-ла-Сьерра һәм Кочабамба.

Боливия биш ил менән: Аргентина — 832 километр, Бразилия — 3423 километр, Чили — 860 километр, Парагвай — 750 километр, һәм Перу — 1075 километр дауамында ҡоро ер буйлап сиктәш.

Иҡтисады

үҙгәртергә
 
Салар-де-Уюни тоҙло тупрағында тоҙ сығарыу.

Боливия — индустриаль ныҡ үҫешмәгән дәүләт[24]. 2010 йылда йән башына эске валовый продукт — 4,8 мең долл. (донъяла 150-се урын) тәшкил итә. Эшһеҙлек — 8,5 % (2009 й.), халыҡтың хәйерселеге кимәленән дә түбәнерәк — халыҡтың 60 % (2006 й.).

Алдағы тиҫтә йыллыҡтарҙы (1990-сы һәм 2000-се) иҫәпкә алып, минималь эш хаҡының үҫеш тиҙлеген әйтеп китергә кәрәк, боливия эшселәренә түләү Көньяҡ Америкала иң түбән - айына 100 $ доллар булған. 2017 йылға минималь эш хаҡы күләме буйынса Боливияла Рәсәйҙән, Ҡаҙағстан, Перу, Колумбии, Мексика һәм Венесуэлеаланан ҡалышҡан. Хәҙерге көндә Боливия Латин Америкаһының әйҙәүсе иле булып тора, һәм ул тиҫтә йылдар дауамында ҙур инфляцияһыҙ реаль минималь эш хаҡын күтәргән. 2018 йылдан Боливияла минималь эш хаҡы 2060 боливиано (Bs) (298.38 доллар|$) тәшкил итә[25][26][27][28][29][30]. 2019 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә МРОТ 11280 һум йәки 175,75 $ (2019 йылдың 24 сентябренә доллар курсы - 64,18 һум).

Ауыл хужалығы (эске валовый продукт 11 %, 40 % эшлеләр) — соя, кофе, кока, мамыҡ, кукуруз, шәкәр тростнигы, рис, картуф; урман әҙерләү.

Малсылыҡ: эре мөгөҙлө мал, һарыҡсылыҡ

Сәнәғәт (эске валовый продукт 37 %, 17 % эшлеләр) — аҡ ҡурғаш һәм нефть, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, тәмәке, ҡулланма һөнәрселек, кейем-һалым. Ил бай тәбиғәт ятҡылыҡтарына эйә — аҡ ҡурғаш, тәбиғи газ, нефть, цинк, вольфрам, һөрмә, көмөш, тимер, литий[31], ҡурғаш, алтын, үҙағас, гидроэнергетик ресурстар.

Хеҙмәтләндереү өлкәһе — 52 % эске валовый продукт, 43 % эшле.

Эске сауҙа

үҙгәртергә

Экспорт — 8,08 млрд долл. (2017)[32] — тәбиғи газ (32 %), цинк мәғдәне (17 %), алтын (13 %), соя һәм соя шроты (5,5 %), аҡ ҡурғаш, ҡурғаш.

Төп һатып алыусылар — Бразилия 17 %, Аргентина 15 %, Көньяҡ Корея 7,1 %, Һиндостан 6,8 %, АҠШ 6,7 %.

Импорт — 9,37 млрд долл. (2017) — машиналар һәм ҡоролмалар (26,7 %), транспорт саралары (17 %), химик тауарҙар (11 %), металлургия продукцияһы (9,8 %), нефть продукттары (4,4 %), ҡулланыу тауарҙары (кейем-һалым, аяҡ кейеме, ҡағыҙ эшләнмәләре һ.б.)

Төп ташыусылары — Ҡытай 21 %, Бразилия 16 %, Чили 11 %, АҠШӨ7,5 %, Аргентина 7,5 %.

Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр

үҙгәртергә

Ҡораллы көстәр

үҙгәртергә

Халыҡ һаны — 10,5 млн (2013 йылға баһалау).

Йыллыҡ үҫеш — 1,7 % (фертильность — бер ҡатынға 3,1 тыуым).

Ғүмерҙең уртаса оҙонлоғо — 64 года у мужчин, 70 лет у женщин.

Этно-раса составы — индеецтар 55 % (нигеҙҙә кечуа һәм аймара), метистар 30 %, аҡ кешеләр 15 %. Боливияла старовер рустарҙың тоҡомдары йәшәй.

Телдәр — Боливияла 37 рәсми дәүләт теле[33] (иҫәп буйынса донъяла беренсе урын): испан 60,7 %, кечуа 21,2 %, аймара 14,6 %; башҡа телдәр 3,6 %.

Диндәр — католиктар 59 %, инканизм 15 %, атеистар һәм агностиктар 12 %, протестанттар (евангелик методистар, Алла Ассамблеялары һ. б.) 11 %, буддизм һ. б. 3 %.

Грамоталылыҡ — 93 % ир-ат, 81 % ҡатын-ҡыҙ (2001 йылғы йәниҫәп буйынса); 97,5 % ир-ат, 92,5 % ҡатын-ҡыҙ (2012 йылғы йәниҫәп буйынса)[34].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Боливия Армияһы
  • Боливия ҡалалары

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Bolivia. International Monetary Fund. Архивировано 21 август 2011 года.
  2. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/southamerica
  3. 3,0 3,1 Перу подарила Боливии выход к морю
  4. Боливия. БСЭ, 1969—1978
  5. City of Potosí — UNESCO World Heritage Centre
  6. El mundo desde Potosí: vida y reflexiones de Bartolomé Arzans de Orsúa y Vela
  7. Водовозов В. В. Боливия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  8. Документальный фильм «Корпорация The Corporation» Марк Ахбар, Дженнифер Эббот, 2003
  9. Результаты приватизации воды в мире 2012 йыл 9 февраль архивланған., Франк Пупо, 2003
  10. Боливия из Республики превратилась в «Многонациональное государство». Архивировано из оригинала 12 август 2011 года. 2011 йыл 12 август архивланған., «mail.ru», 10.06.2009
  11. Lenta.ru: В мире: Перу подарила Боливии выход к морю
  12. Президент Боливии Эво Моралес объявил об отставке. Meduza. meduza.io. Дата обращения: 10 ноябрь 2019.
  13. Российско-боливийские отношения. МИД России(недоступная ссылка)
  14. Двусторонние документы между Боливией и Россией. МИД РФ(недоступная ссылка)
  15. Эво Моралес одержал победу на выборах в Боливии
  16. Democracy Index 2018: Me too? Political participation, protest and democracy. The Economist Intelligence Unit (The EIU). Дата обращения: 25 ғинуар 2019.
  17. Вести. Ru: Моралес: возвращение России в Латинскую Америку — огромный удар по США
  18. За новую конституцию проголосовали 61,67 % боливийцев — Центризбирком. РИА Новости (29 ғинуар 2009). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
  19. Э. Моралес лишил католицизм статуса официальной религии Боливии. Дата обращения: 10 февраль 2009. Архивировано из оригинала 10 февраль 2009 года. 2009 йыл 10 февраль архивланған.
  20. Жители Боливии приняли новую конституцию — В мире
  21. MIGnews | Политика | Жители Боливии одобрили проект конституции Моралеса 2019 йыл 7 декабрь архивланған.
  22. Интервью с В. М. Мельником. Политика, право и католицизм в Боливии. Католический Обозреватель (3 июнь 2016).
  23. Мельник В. М. Болівія: політична історія та конституційне право. — Київ: Українська асоціація зовнішньої політики, 2016. — 30 с.
  24. Боливия // Энциклопедический географический словарь / отв. редакторы Е. В. Варавина и др. — М.: Рипол-классик, 2011. — С. 94. — (Словари нового века). — 5 000 экз. — ISBN 978-5-386-03063-6.
  25. Decreto Supremo 3544
  26. Presidente oficializa incremento salarial de 5,5 % y asegura que será favorable para la economía — La Razón 2019 йыл 18 февраль архивланған.
  27. {title}.
  28. Alza salarial del 5,5 % al básico y 3 % al mínimo | ECONOMÍA | EL DEBER 2018 йыл 2 июль архивланған.
  29. Evo promulga incremento salarial, la Ley de Empresas Sociales y garantiza el doble aguinaldo | Los Tiempos
  30. Evo promulga incremento salarial y creación de empresas sociales
  31. Архивированная копия. Дата обращения: 12 октябрь 2012. Архивировано из оригинала 18 май 2013 года. 2013 йыл 18 май архивланған.
  32. Внешняя торговля Боливии на справочнике atlas.media.mit.edu
  33. Artículo 5, Parágrafo I. de la Constitución Política del Estado de Bolivia (исп.)
  34. Образование в Боливии(недоступная ссылка) (PDF)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Боливия в темах Ҡалып:Южная Америка Ҡалып:ОАГ Ҡалып:CSN

Ҡалып:Меркосур Ҡалып:Социалистические страны