Иләкшиҙе
Иләкшиҙе (рус. Илякшиде) — Башҡортостан Республикаһының Илеш районындағы ауыл. Бишҡурай ауыл Советына ҡарай.
Иләкшиҙе | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Бәләбәй өйәҙе, Бәләбәй кантоны һәм Илеш районы |
Халыҡ һаны |
240 кеше (2010)[1], 240 кеше (2002)[2], 235 кеше (2009)[2] |
Почта индексы | 452268 |
2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 240 кеше була[3]. Почта индексы — 452268, ОКАТО коды — 80230816002.
Географик урынлашыуы
үҙгәртергәТашшишмә йылғаһы (Кеүәш йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 28 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Бишҡурай): 2 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 106 км.
Тарихы
үҙгәртергәАуылға Йәлдәк ырыуы башҡорттары үҙ аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала. Рәсми документтарҙа тәүге тапҡыр 1784 йылда телгә алына, ошо йылды аҫаба башҡорттар менән килешеү буйынса ауылда типтәрҙәр төпләнә[4].
Халҡы
үҙгәртергә1795 | 1816 | 1834 | 1858 | 1870 | 1906[5]. | 1917 | 1920[6]. |
---|---|---|---|---|---|---|---|
145 | 258 | 303 | 333 | 339 | 612 | 873 | 837 |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1939 йыл 17 ғинуар | 694 | 318 | 376 | 45,8 | 54,2 |
1959 йыл 15 ғинуар | 575 | 265 | 310 | 46,1 | 53,9 |
1970 йыл 15 ғинуар | 496 | 229 | 267 | 46,2 | 53,8 |
1979 йыл 17 ғинуар | 408 | 191 | 217 | 46,8 | 53,2 |
1989 йыл 12 ғинуар | 299 | 153 | 146 | 51,2 | 48,8 |
2002 йыл 9 октябрь | 240 | 116 | 124 | 48,3 | 51,7 |
2010 йыл 14 октябрь | 240 | 126 | 114 | 52,5 | 47,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Гәрәев Муса Ғaйса улы (1922—1987), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1965—1977 йылдарҙа ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе, СССР-ҙың II—IV саҡырылыш, Башҡорт АССР-ының VII—IX саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (23.02.1945; 19.04.1945).
- Әзмәтов Хәсән Әхмәтзыя улы (2.10.1939), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1987) атҡаҙанған уйлап табыусыһы, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010)[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Илякшиде . Илишевская районная энциклопедия.
- ↑ История башкирских родов. Ельдяк. Том 13 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, И. А. Амиров, Ф. С. Марваров, Р. М. Камалов, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 98-99. — 600 с. — ISBN 978-5-85051-650-5.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Әзмәтов Хәсән Әхмәтзыя улы 2019 йыл 20 сентябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 сентябрь 2019)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- История башкирских родов. Ельдяк. Том 13 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, И. А. Амиров, Ф. С. Марваров, Р. М. Камалов, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 98-99. — 600 с. — ISBN 978-5-85051-650-5. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Иләкшиҙе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Илякшиде на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 сентябрь 2019)