Сабирйәнов Зөфәр Сабирйән улы

журналист, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
(Зөфәр Сабирйәнов битенән йүнәлтелде)


Зөфәр Сабирйәнов (1.10.1935—24.12.2014) — журналист, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[1].

Зөфәр Сабирйән улы Сабирйәнов
Тыуған көнө

1 октябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Иҫке Балтас ауыл, Балтас районы, БАССР

Вафат булған көнө

24 декабрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (79 йәш)

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары
  • РСФСР Юғары Советы Президиумы почет грамотаһы
  • Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Зөфәр Сабирйән улы Сабирйәнов 1935 йылдың 1 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Балтас районы, Иҫке Балтас ауылында тыуған. Ата- әсәһе белемле кеше булғандар. Әсәһе Тәлиға Вәлиулла ҡыҙы Октябрь революцияһына хәтле үк уҡытыусы булған. Революциянан һуң «активистка» булған, ауылдарҙы коллективлаштырыуҙа ҡатнашҡан. Атаһы Сабирйән Йосоп улы өс һуғышта ҡатнашҡан. Беренсе донъя һуғышында ҡаһарманлығы өсөн Георгий тәреһе менән бүләкләнгән. Ватандаштар һуғышы ваҡытында Колчак ғәскәренә ҡаршы көрәшкән. Бөйөк Ватан һуғышында Мәскәүҙән Берлинғаса барып еткән. Өлкән ағаһы Мөбәрәк Кенигсбергты штурмлаған ваҡытта 1945 йылдың мартында батырҙарса вафат була.

Тормош юлы

үҙгәртергә

1953 йылда Иҫке Балтас урта мәктәбен тамамлай. Бала саҡтан уҡ осоусы булырға хыяллана. Һәм ул хыялын тормошҡа ашырыу өсөн хәрби авивциф уилиеһына уырға керә һәм 1955 йылда тамамлай. 1958 йылдың майынаса Хәрби һауа көстәре ғәскәрәрендә офицер булыр хеҙмәт итә. Армиянан һуң Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. Республиканың район гәзиттәрендә эшләй. Балтас, Бөрө, Яңауыл һәм Ғафури район гәзиттәрендә төрлө вазифалара эшләп тәжрибә туплай. Ябай хәбәрсенән мөхәриргәсә хеҙмәт юлы баҫҡыстарын уҙа. Бер үк ваҡытта ситтән тороп Башҡорт дәүләт университының филолоия факультетын тамамлай. Юғары белем алғас, яҙмыш уны баш ҡалаға «Ҡыҙыл таң» гәзитенә алып килә.

Бында ул 1973 йылдан алып 1998 йылғаса эшләй. Ошо осорҙа ул үҙенең пофессиональ һәм кешелек сифаттарын аса. Ябай хәбәрсенән мөхәррир урынбаҫарынаса вазифалар биләй. Гәзиттең баш мөхәррире булып ун алты йыл эшләй, ошо ваҡыт эсендә үҙенең эшенең нескәлектәренә тиклем өйрәнә. Уға билдәле журналистар Рәмәл Дашкин, Муса Мөлөеов , Рәсих Ханнановтар менән хемәт юлы үтә, уларҙан кү нәмәгә өйрәнә. Уның тураһында хеҙмәттәштәре: — Төпло энциклопедист, күп уҡыны, бар республиканы һәм уның бик күп кешеләрен белә ине, — тип иҫкә ала.

Хаҡлы ялға сыҡҡас Өфөлә йәшәй, редакцияға йыш килеп йөрөй, һәм шиғырҙар ижад итә. Шиғырҙары Республиканың «Башҡортостан», «Ҡыҙыл таң» гәзиттәрендә баҫыла һәм ыңғай баһа ала. 2014 йылдың 24 декабрендә вафат була һәм Өфөлә ерләнә.

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР Юғары Советы Президиумы почет грамотаһы
  • Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ИА «Башинформ», 1 октября 2015 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2018)


Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • ИА «Башинформ», 1 октября 2015 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2018)