Әхмәт (Саҡмағош районы)

Әхмәт (рус. Ахметово) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 326 кеше була[1]. Почта индексы — 452225, ОКАТО коды — 80256855002.

Әхмәт
Ил

Рәсәй

Координаталар

55°13′21″ с. ш. 54°24′50″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 256 855 002

ОКТМО коды

80 656 455 106

ГКГН номеры

0520693

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Әхмәт (Рәсәй)
Әхмәт
Әхмәт

Тарихы үҙгәртергә

Әхмәт ауылы Баҙы йылғаһынан уң яҡта урынлашҡан. Уға нигеҙ XVII — XVIII быуаттар араһында Ҡыр-Йылан улусының аҫаба башҡорттары тарафынан һалына, әммә уларҙың байтағы XVIII быуат урталарында икенсе урынға күсенеп төпләнә. Ауылда башҡорт-керҙәштәр һәм типтәрҙәр ҡала. Башҡорт-керҙәштәр 1700 йылда Ҡыр-Йылан улусының аҫаба башҡорттары менән килешеү нигеҙендә килеп төпләнгән була. Уларға аҫаба башҡорт Туйҡа Иҫәнғолов үҙ ерҙәренә инергә рөхсәт бирә. Типтәрҙәр иһә XVIII быуаттың беренсе сирегендә бер ниндәй ҙә документтарһыҙ килеп төпләнә. 1785 йылда аҫаба башҡорт Азамат Йәнәбирҙин алпауыт П. Ф. Квашнин- Самаринға Йылан улусының аҫаба ерҙәренең бер өлөшөн һата. Ауыл халҡы 1773 -1774 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында әүҙем ҡатнаша[2].

Кантон системаһы осоронда йорт старшинаһы Ҡыҙрас Атдимасов, поход есаулы Ибраһим Үмәрбаев, поход хорунжийы Шаһиәхмәт Ибраһимов, йорт есаулы Смағил Үмәрбаев, поход старшинаһы Әхтәм Үмәрбаев, йорттоң йөҙ башы Ноғоман Атдимасов, мөәзин Ардыуан Зәбировтар ауылдың юғары ҡатламына ҡарай, тип билдәләргә була[2].

1870 йылда Әхмәт ауылы төрлө исем аҫтында йөрөй: Рафиҡ, Дөмәй. 1795 йылда Әхмәт ауылында 70 башҡорт һәм 14 типтәр, 1816 йылда - 100 башҡорт һәм 28 типтәр, 1834 йылда 117 башҡорт һәм 26 типтәр йәшәй. Ә 1859 йылдағы рәүиз документтарында ауылда йәшәгән 196 кеше башҡорт булараҡ теркәлә. 1870 һәм 1920 йылда ауыл халҡы тулыһынса башҡорт булараҡ теркәлә, һәм ауыл Бәләкәй Әхмәт тип атала[2].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 326 168 158 51,5 48,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 30 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Тайнаш): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 89 км

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә