Атнабаев Әнғәм Ҡасим улы

(Әнғәм Атнабаев битенән йүнәлтелде)

Атнабаев Әнғәм Ҡасим улы (23 февраль 1928 йыл — 13 октябрь 1999 йыл) — шағир, драматург. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1997), РСФСР-ҙың (1988) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1972).

Әнғәм Атнабай
Исеме:

Атнабаев Әнғәм Ҡасим улы

Тыуған көнө:

23 февраль 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бөрө кантоны[1]Иҫке Күрҙем ауылы

Вафат булған көнө:

13 октябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (71 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, драматург

Премиялары:

Ғәлимов Сәләм исемендәге премия

Наградалары:
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы

Хата: рәсем асылмай йәки юҡ.

Биографияһы

үҙгәртергә

Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев 1928 йылдың 23 февралендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны[1] Иҫке Күрҙем исемле башҡорт ауылында тыуған. Урта мәктәптән һуң Ҡазан дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм тыуған районы мәктәптәрендә бер нисә йыл тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булып эшләй.

1951 йылда ул Өфөгә күсеп килә һәм республиканың «Ҡыҙыл таң» газетаһы редакцияһында башта — әҙәби бүлек хеҙмәткәре, һуңыраҡ әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире була. Артабан, хаҡлы ялға киткәнсе, республиканың «Һәнәк» сатирик журналында хеҙмәт итә, шул иҫәптән баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡара.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Әнгәм Атнабаев әҙәбиәткә XX быуаттың илленсе йылдарында килә. Уның «Йөрәк менән һөйләшеү» исемле тәүге шиғыр йыйынтығы 1958 йылда донъя күрә. Артабанғы дүрт тиҫтә йыл ижады һөҙөмтәһендә егерменән артыҡ китап нәшер итә. 1972 йылда «Йөрәгем юлдары» тигән поэтик йыйынтығы өсөн Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы бирелә.

Алтмышынсы йылдарҙан ул драматургия өлкәһендә лә танылыу ала, «Ул ҡайтты» (1959), «Йәйҙең һуңғы көнө» (1961, «Әсә хөкөмө» (1963)) «Законлы никах менән!» (1965), «Шоңҡар» (1967), «Мөхәббәт тураһында Йыр» (1968), «Балаҡайҙарым» (1969), «Игеҙәктәр» (1971), «Ут» (1975), «Ҡаҙ ҡанаты» (1978), «Ауыр бәхет» (1980) тигән драматургик әҫәрҙәрен ижад итә. Театр сәнғәте өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн ул 1977 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән исемгә лайыҡ булды.

1997 йылда Әнғәм Атнабаевтың күп йыллыҡ һәм төрлө жанрҙарҙағы емешле ижады тейешле һәм юғары баһаһын ала: уға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Башҡорт драматургияһы антологияһы
  • Атнабаев, Әнғәм.Балаҡайҙарым : пьесалар / Ә. Ҡ. Атнабаев ; [мөх. Р. Х. Хәйруллин] .— Өфө : Башҡ. кит. нәшр., 1974 .— 232 б.
  • Атнабаев, Әнғәм.Мөхәббәт юлы : [шиғырҙар, шиғри шәлкемдәр, драматик поэма] / Ә. Атнабаев ; [мөх. Р. Х. Ниғмәтуллин] .— Өфө : Башҡ. кит. нәшр., 1982 .— 208 б.
  • Атнабаев, Әнғәм.Шиғырҙар Һәм поэмалар / Ә. Атнабаев ; [мөх. Ғ. Байбурин] .— Өфө : Башҡ. кит. нәшр., 1966 .— 192 б.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2017)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар