1968

Өфө дәүләт циркы
Өфө дәүләт циркы
Өфө дәүләт циркы
Өфө дәүләт циркы
Ил Рәсәй
Ҡала Өфө, Октябрь проспекты, 73.
Төҙөлөшө ???—1968 йылдар
Сайт Рәсми сайт

Өфө дәүләт циркы — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң Октябрь проспектында урынлашҡан. Дәүләт циркы йәки Өфө циркы тип тә йөрөтөлә. Дәүләт ҡарамағында, Рәсәй дәүләт цирк компанияһы филиалы.

Тарихы үҙгәртергә

1968 йылдың 5 ноябрендә РСФСР—ҙың атҡаҙанған артисы Т. В. Дурова етәкселегендәге программа менән асыла. 2 мең урынлыҡ тамаша залы, административ кабинеттары, көнкүреш бүлмәләре, грим бүлмәләре, балет—спорт залы, «Арена» дөйөм ятағы һ.б. бар. 1970 йылдан БАССР Министрҙар советы ҡарары менән «Союзгосцирк» Бөтә Союз берекмәһе ҡатнашлығында Өфө циркы эргәһендә Башҡорт цирк студияһы ойошторола. Уны тамамлаусылар (55 кеше) Башҡортостанда профессиональ цирк сәнғәтенә нигеҙ һала.

Өфө циркы бинаһы 20 быуаттың 2—се яртыһына ҡараған архитектура ҡомартҡыһы.

Башҡорт коллективы үҙгәртергә

Башҡорт цирк коллективының (1991 йылға тиклем эшләй) «Сәскә ат, Башҡортостан!» программаһы менән беренсе тамашаһы 1973 йыл 7 сентябрҙә ҡуйыла. Һуңыраҡ «Йөрәктән йөрәккә» (1979), «Манеждағы һабантуй» (1984), «Дуҫлыҡ аренаһы» (1989) программалары эшләнә. Өфө циркы аренаһында Рәсәй Федерацияһының халыҡ артистары А. С. Дементьев, И. Э. Кио, Т. А. Корнилова, Т. Т. Нугзаров, Н. Я. Сквирский, В. В. Тихонов, СССР—ҙың халыҡ артистары В. М. һәм М. М. Запашныйҙар, Ю. В. Никулин, О. К. Попов һ.б. сығыш яһай. Башҡорт циркы артистары СССР буйлап һәм донъяның 18 илендә гастролдәрҙә була. Өфө циркы менән Л. В. Авершина, Н. П. Барзилович, А.Ғ. Вилданов, Ю. Х. Ғәзизов, Г. М. Ғәзизова, Р. Н. Дербишева, Ф. Х. Иксанова, Ғ.Ш. Имашева, Йәрмөхәмәтовтар, Касеевтар, Кинйәкәев Шамил Кәлимулла улы, С.Ғ. Кирәев, Кокориндар, Солтангәрәевтар, Фәйрүзовтар, Шакировтар, Әсәҙуллиндар һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Директорҙары үҙгәртергә

  • Х. Х. Хамматов (1968 й. алып)
  • П. Я. Шишкин (1970 й. алып)
  • Д. В. Бондаренко (1973 й. алып)
  • Е. Г. Шуф (1987 й. башлап)
  • Р. М. Ҡоҙаяров (1989 й. алып)
  • О. В. Михайлищев (1999 й. алып).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Өфө дәүләт циркы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.