Сандурский Богуслав Флорионович

Нефтсе, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре

Сандурский Богуслав Флорионович (2 ғинуар 1930 йыл4 ноябрь 2020 йыл) — нефтсе, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1985—1993 йылдарҙа «Башнефть» йәмғиәтенең генераль директоры. СССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1990), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1980), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1992). Октябрь Революцияһы (1982) һәм өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1977, 1988) ордены кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2018).

Сандурский Богуслав Флорионович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 ғинуар 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Бубновка[d], Волочисский район[d], Проскуровский округ[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР[1]
Вафат булған көнө 4 ноябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө Нефтсе (Ишембай)
Уҡыу йорто Национальный университет «Львовская политехника»[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Богуслав Флорионович Сандурский 1930 йылдың 2 ғинуарында Украина ССР-ының Яңы Бубновка ауылында тыуған. Ауыр оккупация йылдарын башынан кисергән, Бөйөк Ватан һуғышының тыл ветераны. һуғыштан һуңғы йылдарҙа колхоздарҙы тергеҙеү эшендә ҡатнашҡан һәм 15 йәшендә «1941–1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

1954 йылда Львов политехник институтын тамамлаған, инженер-механик һөнәренә эйә була. Йүнәлтмә менән Башҡортостанға эшкә килә. «Туймазанефть» нефть промыслаһы идаралығының механигы булып хеҙмәт юлын башлай. 1954—1959 йылдарҙа шунда уҡ — мастер, өлкән мастер һәм инженер-механик була.

1959—1972 йылдарҙа ул — «Арланнефть» нефть промыслаһы идаралығының баш механигы; 1972—1984 йылдарҙа — «Южарланнефть» нефть һәм сығарыу идаралығының баш инженеры һәм начальнигы; 1984—1995 йылдарҙа — «Башнефть» производство берекмәһенең генераль директор урынбаҫары һәм генераль директоры.

«Иң иҫтәлекле йыл – 1955 йыл, – тип һөйләй Богуслав Сандурский. – Ул саҡта Башҡортостан, йылына 15 миллион тоннанан артыҡ нефть сығарып, Әзербайжанды уҙып китте, һәм СССР-ҙа беренсе урынға күтәрелде».

Ул предприятие үҫешенә генә түгел, ә бөтә Өфө үҫешенә лә өлөш индерә. «Башнефть» берекмәһе аҡсаһына инфраструктуралы 383 кварталда төҙөлөш, Дим районында торлаҡ һәм сәнәғәт төҙөлөшө, опера һәм балет театрында капиталь ремонт үткәрелә.

Уйлап сығарыуға 5 авторлыҡ танытмаһына эйә. 10 баҫма хеҙмәт авторы.

Богуслав Сандурский СССР халыҡ депутаты (1989—1991) һәм БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайланған.

Богуслав Флорионович хаҡлы ялға сыҡҡас та әүҙем гражданлыҡ позицияһында тора, «Башнефть» берекмәһенең ветерандар Советы эшендә ҡатнаша, киң мәғлүмәт саралары өсөн мәғлүмәти мәҡәләләр әҙерләй.

2018 йылдың майында Өфө ҡалаһы өсөн бихисап эштәре өсөн Богуслав Сандурский «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеменә лайыҡ була. Өфө ҡалаһы почётлы граждандары тураһында «Вся Уфа» (киске сәғәт 19.00 сыҡҡан яңылыҡтар сығарылышынан һуң) каналында дүшәмбе һәм кесаҙна көндәрендә тапшырыуҙар алып барыла, шулай уҡ ҡала Советы рәсми сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә хәбәрҙәр урынлаштырыла.

2020 йылдың ғинуарында Өфө ҡалаһының почётлы гражданы Богуслав Сандурский 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Баш ҡала хакимиәте исеменән уны данлыҡлы юбилейы менән район башлығы урынбаҫары Рәфҡәт Үмәрғәлин ҡотланы.

Ветеран-нефтсе 2020 йылдың 4 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • 1971, 1977, 1988 - өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
  • 1980 - Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе
  • 1982 - Октябрь Революцияһы ордены
  • 1990 - РСФСР Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре
  • 1991 - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре
  • 1992 - Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе
  • - Почёт грамоталары, күп һанлы миҙалдар
  • 2018, май - Өфө ҡалаһының почётлы гражданы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә