Аҡсәйет
Аҡсәйет (рус. Аксаитово) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 794 кеше[2].
Ауыл | |
А3сёйет башҡ. Аксаитово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Конфессиональ составы |
мосолмандар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452830 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Почта индексы — 452830, ОКАТО коды — 80250810001.
Ауылға нигеҙҙе Ирәкте ырыуы башҡорттары һалған.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 794 | 391 | 403 | 49,2 | 50,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (97 %) йәшәй[3].
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 21 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 7 км
Урамдары
үҙгәртергә- Азин урамы (рус. Азина улица)
- Гагарин урамы (рус. Гагарина улица)
- Йылға буйы урамы (рус. Заречная улица)
- Киров урамы (рус. Кирова улица)
- Колхоз урамы (рус. Колхозная улица)
- Мөхәмәҙуллин урамы (рус. Мухамадуллина улица)
- Мөхәмәтйәновтар урамы (рус. Мухаметьяновых улица)
- Чапаев урамы (рус. Чапаева улица)
- Шакирьяновтар урамы (рус. Шакирьяновых улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
- башҡ. Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[4]
Тарихы
үҙгәртергәXVIII быуат башында Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы башҡорттары үҙ биләмәләрендә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә) ауылға нигеҙ һалған. Аҡсәйет ауылына исем биргән антропоним аңлашылмаған сәбәптәр арҡаһында ревизияла иҫәпкә алынмаған, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773-1775) йылдарында Ирәкте улусы халҡы пугачевсылар яҡлы булыуы яҡшы билдәле. Улар араһында, башҡорттарҙан тыш, 4 яһаҡлы татар ҙа булған. 1834 йылғы ревизия һөҙөмтәләре буйынса, бында 22 ир-егет һәм 20 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән 4 типтәр йорто ла булған. Уларҙың ата-бабалары бында Өфө провинция канцелярияһының 1747 йылдың 24 июнендәге указы буйынса ҡабул ителгән. Үрҙә телгә алынған 4 яһаҡлы пугачевсылар яҡлы татар типтәрҙәр ҡатламына күсә, йәғни улар үҙҙәренең общинаһынан (ауылдан ғына түгел) ғына түгел, ә үҙҙәренең ҡатламынан сыға. Шулай итеп улар, «яңы типтәр» ҡатламдың бөтә хоҡуҡтарын һәм бурыстарын үҙ өҫтөнә алған. Татар типтәрҙәре Аҡсәйет ауылында «башҡорттар менән бергә» йәшәгән. Ауыл был датанан күпкә алдараҡ барлыҡҡа килгән.[5]
1834 йылғы ревизия буйынса 4 татар типтәрҙәренең исемдәре билдәле. 1)53 йәшлек Абдрахман Ҡантутанов һәм уның туғандары: 50 йәшлек Әбдрәхим (уның улы Зәйнәғәбдин, 2 йәш), 36 йәшлек Байрамғол. 2) Ибраһим Мусин (1749-1832 йылдар); уның улдары: 55 йәшлек Хисаметдин, 43 йәшлек Ниғмәтулла (уның улдары: Зәйнулла, Әхмәтулла); уларҙың туғандары: 35 йәшлек Ғәлиулла (уның балалары: 4 йәшлек Фазуллайәш, 7 йәшлек Вәлиулла); 30 йәшлек Вәлиәтмөхәмәт; 21 йәшлек Ғәлиша (уның улы Ғәбделшафиҡ). 3) Рафиҡ Мусин (1772-1819 йылдар), 19 йәшлек улы Ардыуан. 4) Ғалим Рафиҡов, 39 йәш; улдары: 9 йәшлек Мөхәмәтәмин, 3 йәшлек Сәфәрғәлий, 2 йәшлек Мөхәмәтрәхим. Фәхритдин Рафиҡов, 53 йәш (улдары: 21 йәшлек Мөхәмәтсадиҡ, 3 йәшлект Дәүләтбай).[5]
1811 йылда 41 йортта 123 башҡорт күрһәтелгән (VI ревизия ҡатын-ҡыҙҙарҙы иҫәпкә алмаған). VIII ревизии 136 башҡорт һәм 147 башҡорт ҡатын-ҡыҙы булыуын билдәләй. Типтәрҙәр һаны: 42 кеше йәки 14,8%. 1850 йылда 280 башҡорт иҫәпләнә, 1859 йылда - 254 кеше. 26 кеше кәмеүен Сорғолдо ауылы барлыҡҡа килеүе менән аңлатып була, 1843 йылда унда 8 ғаилә күсеп ултыра. Артабан Аҡсәйеткә күсеп килеүселәр арта. 1870 йылда 503 кеше теркәлгән.
1920 йылда халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында милләте билдәләнмәгән 1454 кеше теркәлгән. Ул ваҡытта 293 хужалыҡ булған. 1920 йылда ауыл Урал өлкәһе составында була. Биш йылдан һуң дөйөм йорт-хужалыҡтар һанын ғына күрһәтелгән (234).[5]
Документтарҙа, аҡсәйет-ирәктеләр икенсе башҡорт улусы Урандың аҫаба ерендә йәшәгән, тип телгә алына.[6]
1842 йылда 283 кешенең һәр береһенә 3,4 бот ужым һәм 3,9-шар бот яҙғы иген сәселгән. Ауылда тирмән булмаған, тирмән 1870 йылда теркәлгән. Ул ваҡытта иһә 52 йорттоң һәр хужалығына 2,1 йылҡы малы, 2,8-шәр һыйыр, 2-шәр һарыҡ, 1,7 кәзә тура килгән. Ауылда 10 умарта һәм 5 солоҡ булған.[5]
Мәсет XIX быуат башынан алып билдәле. Шул быуаттың 70-се йылдарында 90-сы йортло ауылда 2 «училище», йәғни мәсет эргәһендә 2 мәктәп-мәктәп эшләгән.[7]
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Фәтхетдинов Салауат Зәки улы (10.01.1960) — йырсы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2005), Башҡортостандың (2019) һәм Татарстандың (1995) халыҡ артисы.
Видиофольмдар
үҙгәртергә- YouTube сайтында История одного села: Аксаитов
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 29 по Республике Башкортостан
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ ЦГИА РБ. Ф. 172. Он. 1. Д. 70
- ↑ Список населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.-Уфа: Китап, 2006.-260 с.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аҡсәйет // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 март 2019)
Ревизия мәғлүмәттәре
үҙгәртергә- Материалы ревизских сказок по: Аксеитова д., Бирский уезд, 11 башк. к-н; год 1850, фонд И-138, опись 2, дело 554б(недоступная ссылка)
- Материалы ревизских сказок по: Аксеитова д., Бирский уезд; год 1834, фонд И-138, опись 2, дело 521а(недоступная ссылка)
- Материалы ревизских сказок по: Аксеитова д., Бирский уезд; год 1816, фонд И-138, опись 2, дело 166(недоступная ссылка)
- Материалы ревизских сказок по: Аксеитова д., Бирский уезд, 13 к-н; год 1859, фонд i138, опись op2, дело 743(недоступная ссылка)
- Материалы ревизских сказок по: Аксейтова д., Бирский уезд, 13 башк. к-н; год 1858-1863, фонд И-138, опись 2, дело 741(недоступная ссылка)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |