Ченәкәй

(Төхвәт Ченәкәев битенән йүнәлтелде)

Ченәкәй (ысын исеме Төхвәтулла Ғиззәтуллин, башҡа мәғлүмәттәр буйынса Төхвәт Ғиззәтулла улы Ченәкәев; 1893—1959) — уҡытыусы, шағир, халыҡ ижады өлгөләрен йыйыусы. «Мәғариф эштәре» (хәҙерге «Башҡортостан уҡытыусыһы») журналының беренсе мөхәррире (1920—1924).

Ченәкәй
Исеме

Төхвәтулла Ғиззәтуллин

Тыуған көнө

2 ғинуар 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе

 Рәдүт (Никитино) ауылы
Вафат булған көнө

1959({{padleft:1959|4|0}})

Вафат булған урыны

Үзбәк ССР-ы, Андижан ҡалаһы

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

Мөхәррир, уҡытыусы һәм шағир

Биографияһы

үҙгәртергә

Төхвәт Ченәкәй 1893 йылдың 2 ғинуарында Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы) Рәдүт (руссаһы Никитино) ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Сабый саҡта уҡ уның әсәһе вафат була, өс апаһы менән Төхвәт үгәй әсә ҡарамағында үҫә. Атаһы, ярлы игенсе булараҡ, бала-сағаһын тейәп, байҙарға ашлыҡ урып, ауылдан-ауылға йөрөп, ауыр тормош кисерә.

Төхвәт Ченәкәй тәүҙә мәҙрәсәлә уҡый. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң, үҫмергә ситкә китеп уҡырға матди хәле мөмкинлек бирмәй. Атаһының бер туған апаһының ире ауылдың бай муллаһы була. Шул мулланың улы Ырымбур Ҡарғалыһы мәҙрәсәһендә уҡып йөрөгәндә Төхвәтте лә үҙе менән алып китә. 1904 йылда Ҡарғалыла тәүге ысул йәдит мәктәбе асыла. Төхвәт Ченәкәй шул мәктәптә уҡый. 1913 йылдан 1946 йылға ҡәҙәр ул Ырымбур, Өфө, Ҡазан, Үзбәкстан мәктәптәрендә башҡорт, рус телдәрен, әҙәбиәттәрен, тарих һәм география уҡыта.

Төхвәт Ченәкәйҙең яңы әҙәби формала яҙа башлауы 1910 йылға тура килә. 1910—1914 йылдарҙа яҙылған шиғырҙарының һайланмаһы Ырымбурҙа «Ваҡыт» нәшриәтендә «Һаҡмар буйы» тигән йыйынтыҡ булып баҫыла. Был — шағирҙың тәүге китабы. Артабан уның бер нисә йыйынтығы донъя күрә. Шағир үҙен яңы тормошто йырлаған әҙип итеп күрһәтә.

1919 йылдың аҙаҡтарында Башҡортостан Мәғариф Халыҡ Комиссариаты зыялылар даирәһендә билдәлелек алған Төхвәт Ченәкәйҙе Стәрлетамаҡка саҡырта. Халыҡ комиссары А. Айҙаров уның алдына ике бурыс ҡуя: беренсеһе — шағир Шәйехзада Бабичтың әҙәби мираҫын туплап тәртипкә килтереү, икенсеһе — күптән түгел генә нәшер итергә ниәтләнелгән «Мәғариф эштәре» (хәҙерге «Башҡортостан уҡытыусыһы») исемле тәүге педагогик журналды сығара башларға әҙерләү, коллектив йыйыу, уның мөхәррире булыу.

Төхвәт Ченәкәй ауыр шарттарҙа ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә мәшһүр шағир Ш. Бабичтың халыҡ араһында таралған, матбуғатта баҫылып сыҡҡан байтаҡ әҫәрҙәрен — бөтәһе 22 шиғырын һәм биографияһын аҡҡа күсереп яҙа, 1920 йылдың көҙөндә Комиссариаттың нәшриәт бүлегенә тапшыра.

Халыҡ араһында йөрөгәндә, кешеләр менән аралашҡанда Төхвәт Ченәкәй халыҡ ижады өлгөләрен — йыр, таҡмаҡ, ҡобайырҙар яҙып ала, был эшен оҙаҡ йылдар дауам итә. Ул өлгөләр халыҡ ижадын ғилми өйрәнеү өсөн киң файҙаланыла.

1920 йылдың ғинуар айы «Мәғариф эштәре» журналының мөхәррире Төхвәт Ченәкәй өсөн көсөргәнешле үтә. Тиҙ арала журналға материал йыйыла. Ул мартта баҫылып сыҡһа ла, 1-се һанының нәшер ителеү ваҡыты итеп февраль айы күрһәтелә. Шул рәүешле педагогик баҫмаға нигеҙ һалына. Журналдың тәүге һандары уның мөхәррире Төхвәт Ченәкәйҙең талантлы педагог һәм оҫта нәшерсе булыуын раҫлай. Материалдар һәләтле кешеләр — уҡытыусылар, Мәғариф Халыҡ Комиссариатының етәкселәре һәм башҡа хеҙмәткәрҙәре тарафынан яҙыла (дөрөҫ, мәҡәләләрҙең күбеһенә псевдоним ҡултамғалар ҡуйылған, уларҙы кемдәрҙең яҙыуын асыҡлау ауыр).

Мәҡәләләр төрлө бүлектәргә бүлеп бирелгән. Халыҡ мәғарифы эшенең көнүҙәк мәсьәләләрен яҡтыртыуға ынтылыу, уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтеү ниәте асыҡ төҫмөрләнә.

Төхвәт Ченәкәй педагогик журнал сығарыуға бөтөн көсөн, ижади һәләтен ҡыҙғанмай. Әммә тормош ауырлыҡтары уны даими сығарырға мөмкинлек бирмәй. Журналдың ни бары дүрт һаны ғына нәшер ителә.

Төхвәт Ченәкәй педагогик эшкә бирелә, балалар уҡытыу һәм тәрбиәләү, әҙәби ижад уны ялмап ала.

Шәйехзада Бабичтың әҫәрҙәрен йыйыу буйынса ҙур хеҙмәтен иҫәпкә алып, Төхвәт Ченәкәйҙе 1958 йылдың йәйендә Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Өфөгә ҡунаҡҡа саҡыра. Ауырыуына ҡарамаҫтан, Төхвәт Ченәкәй Үзбәкстандың Алмалыҡ ҡалаһынан Өфөгә килеп, Ш. Бабич тураһындағы иҫтәлектәрен тапшыра. Өфө йәмәғәтселегенең оло ихтирам менән, дуҫтарса кабул итеүенә шағир бик шатлана. Яҙыусы Сәғит Агиш уны редакциянан редакцияға йөрөтөп, журналистар менән таныштыра.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Яйыҡбаев К. Я.. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.

Һылтанмалар

үҙгәртергә