Мораҙым (Бөрйән районы)

Мораҙым (рус. Мурадымово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. Байназар ауыл советына ҡарай. Тәүге төпләнеүсе Мораҙым Әлмөхәмәтов исеме менән аталған.

Ауыл
Мораҙым
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән районы

Координаталар

53°20′29″ с. ш. 57°31′22″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 810 004

ОКТМО коды

80 619 410 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мораҙым (Рәсәй)
Мораҙым
Мораҙым
Мораҙым (Бөрйән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Мораҙым

Икенсе атамаһы — А р а т а у. Был ауыл тауҙар араһында урынлашҡанға шулай атағандар.

Тағын бер атамаһы — Биштирәк. Ҡасандыр матур булып, ауылға йәм биреп биш тирәк үҫеп ултырған. Шулай уҡ Мораҙыш, Имес исемдәре менән билдәле булған.

Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылда тик башҡорттар йәшәй.

Халҡы: 1900 йылда — 174 кеше, 1920 йылда — 207, 1939 йылда — 133, 1959 йылда— 199, 1989 йылда — 326, 2002 йылда 381 кеше йәшәгән. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 374 кеше[1].

Почта индексы — 453591, ОКАТО коды — 80219810004.

Төп мәктәп (Байназар урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 374 186 188 49,7 50,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауылға нигеҙ һалыусылар

үҙгәртергә

Мораҙым ауылына нигеҙҙе ун туғыҙынсы быуаттың беренсе яртыһында үҙ ерҙәрендә Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусының Байназар ауылы башҡорттары һалған. Малсылыҡҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1900 йылда мәсет теркәлгән.

1850 йылда унда — 19 йортта 120 кеше , 1866 йылда 21 йортта — 102 кеше, 1920 йылда 45 йортта 207 кеше йәшәгән. Ауылға нигеҙ һалыусы - Мораҙым Әлмөхәмәтов. Уның улдары Үлмәҫбай, Сөләймән, Насретдин. [2]

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[3]:

  • Ағиҙел (урамы)  (рус.  Агидель (улица))
  • Ташморон (урамы) (рус. Ташмурун (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Географик урыны

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә