Овчинников Владимир Павлович

Овчинников Владимир Павлович (2 ғинуар 1958 йыл, Бәләбәй, Башҡорт АССР-ы) — СССР һәм Рәсәй пианисы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2005),  Мәскәү консерваторияһы профессоры; 2000 йылдан—  П.И. Чайковский исемендәге Халыҡ-ара конкурстар ассоциацияһы лауреаттарының музыкаль етәксеһе. 2011 йылдан  2016 йылға тиклем — Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы Үҙәк музыкаль мәктәп директоры.

Овчинников Владимир Павлович
Зат ир-ат[1][2][3]
Рәсем
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 2 ғинуар 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Бәләбәй, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө музыкант, музыка педагогы, университет уҡытыусыһы, пианист
Эш урыны П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы[d]
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы[d]
Музыка ҡоралы фортепиано
Жанр классик музыка
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы

Биографияһы үҙгәртергә

Мәскәүҙә, башта  А.Д  Артоболевская класы буйынса Үҙәк музыка мәктәбендә, һуңынан  Алексей Наседкинда Консерваторияла уҡый. Беренсе ҙур уңыш Овчинниковҡа 1980 йылда килә,  ул Монреалдә үткән пианистарҙың халыҡ -ара конкурсында икенсе урынды яулай. Ике йылдан һуң, консерваторияны тамамлағас, Чайковский исемендәге етенсе Халыҡ-ара конкурста икенсе урынды инглиз пианисы Питер Донохоу менән бүлешә (беренсе премия береһенә лә бирелмәй),  ә 1987 йылда Лидсала үткән пианистарҙың абруйлы конкурсында еңеп сыға. Бынан һуң килгән Бөйөк Британияла һәм башҡа илдәрҙә концерты сығыштары Овчинниковҡа халыҡ-ара билдәлелек алып килә.  1980 йылдар аҙағында —1990-йылдар башында ул Япония, Канада һәм АҠШ-та концерттар менән сығыш яһай, бер нисә яҙмалар эшләй.

Хәҙерге ваҡытта Овчинников концерт эшмәкәрлеге менән бер рәттән Мәскәүҙә һәм сит илдәрҙә уҡыта, Мәскәү дәүләт филармонияһы солисы булып тора. Солист булараҡ ҡына түгел, ә камералы  музыкант булараҡ та сығыш яһай, уның репертуары нигеҙендә  XIX быуат  рус композиторҙары әҫәрҙәре һәм европа романтиктарының әҫәрҙәре ята. Төрлө ваҡыттарҙа Овчинников  компакт-дисктарға  ЧайковскийЛист, Рахманинов, Прокофьев, Шостакович, Мусоргский, Регер, Барбер, Танеевтың  һәм башҡа композиторҙарҙың әҫәрҙәрен  EMI, «Коллинз Классикс», «рус миҙгелдәре», «Шандос» фирмаларында яҙҙыра.

Чайковский исемендәге Халыҡ-ара конкурстың, Чайковский исемендәге халыҡ-ара үҫмерҙәр конкурсы һәм башҡа бик күп конкурстарҙың рәйесе һәм жюри ағзаһы сифатында эшләй.

Пианистың уйыны стиленең сағыу үҙенсәлеге, яҡшы техникаһы, башҡарыуының һығылмалылығы менән айырыла.

Исемдәре үҙгәртергә

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1996)
  • Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2005)[4]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #100317376 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #13488907X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. Указ Президента РФ от 19.05.2005 N 570 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Дата обращения: 30 июнь 2014. Архивировано из оригинала 8 февраль 2015 года. 2015 йыл 8 февраль архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә