Ҡаран-Ҡуңҡаҫ
Ҡаран-Ҡуңҡаҫ (рус. Каран-Кункас) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 407 кеше[1]. Почта индексы — 452086, ОКАТО коды — 80244829001.
Ауыл | |
Ҡаран-Ҡуңҡаҫ | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[2] | 2009[2] | 2010[3] |
512 | ↘487 | ↘407 |
- Милли состав
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе буйынса, күпселек — башҡорттар (99%)[2].
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Ҡырғыҙ-Миәкә): 41 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксенов): 39 км
Ауыл тарихы
үҙгәртергәБәләбәй өйәҙе Ил‑Күл‑Мең улусы Ҡуңҡаҫ ауылына 18 быуат аҙағында нигеҙ һалына. Хәҙерге Әлшәй районы башҡорттары нигеҙ һалған ауыл, Үрге Ҡуңҡаҫ исеме менән аталған. 19 быуат башынан 1‑се Түбән Ҡуңҡаҫ булараҡ иҫәпкә алынған. 1795 йылда 22 йортта 94 кеше йәшәгән, 1865 йылда 40 йортта 376 кеше иҫәпләнгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда мәсет теркәлгән. 30‑сы йылдарҙан алып хәҙерге Ҡаран-Ҡуңҡаҫ исемен йөрөтә Халҡы: 1906 йыл — 576 кеше; 1920 — 682; 1939 — 453; 1959 — 440; 1989 — 328; 2002 — 512; 2010 — 407 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. [4]
Урамдары
үҙгәртергәАуылдан сыҡҡан билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Зарипов Хәкимйән Сәрйәр улы (18.10.1929 — 4.04.2012) — күренекле башҡорт яҙыусыһы һәм драматургы, юрист, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты.
- Мырҙаҡаев Факил Сәлих улы (14.11.1950) — журналист һәм яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла һәм балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина (2009) исемендәге премиялар лауреаты[6].
- Солтанов Мостафа Кәрим улы (9.02.1912—18.02.2009) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт журналисы, 1960 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ, II һәм III дәрәжә Дан, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1998).
- Абдуллин Самат Маннап улы (12.09. 1923-04.02.1993) - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған механизаторы,3-сө дәрәжә Дан ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Почёт Билдәһе» ордены,«Батырлыҡ өсөн» миҙалдары кавалеры.[7]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Ҡаран-Ҡуңҡаҫ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО - ОКТМО/налоговых инспекций ФНС / адресов(недоступная ссылка)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 14 ноябрь
- ↑ Х.Х.Мусин,Р.М.Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й. — С. 342-се б..
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |