Яхин Рафаил Заян улы

Яхин Рафаил Заян улы (2 ғинуар 1950 йыл) — инженер-механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2008 йылдарҙа Яңауыл районы хакимиәте башлығы урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 2008—2015 йылдарҙа Юл йәшелләндереү-төҙөкләндереү муниципаль унитар предприятиеһы директоры; 1999 йылдан район башҡортары Ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003), райондың почётлы гражданы (2012).

Биографияһы үҙгәртергә

Рафаил Заян улы Яхин 1950 йылдың 2 ғинуарында Яңауыл районының Булатйылға ауылында тыуған.

Хеҙмәт юлын 1967 йылда Буй совхозында эшсе булып башлаған.

Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (хәҙерге — Башҡорт дәүләт аграр университетын) тамамлаған.

Хеҙмәт юлы үҙгәртергә

Машина-трактор оҫтаханаһы мөдире, партком секретары, директор урынбаҫары һәм совхоз директоры булып эшләй.

1999—2008 йылдарҙа Яңауыл районы хакимиәте башлығы урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы.

2008—2015 йылдарҙа Юл йәшелләндереү-төҙөкләндереү муниципаль унитар предприятиеһы директоры.

«Миҫал өсөн, бөгөн элеватор бер нисә райондан ашлыҡ ҡабул итә. Ауыр 2000-се йылдарҙа бында комбинирланған мал ризығы заводы эш башлаған. Бөгөн элеваторға яңы инвестор килде, һәм беҙ, ул булған проблемаларҙы хәл итер һәм етештереүҙе яңы кимәлгә күтәрер тип ышанабыҙ. Районда 20 мең баш һыйҙырған сусҡа комплексы эшләй. Йөҙгә яҡын эш урыны булдырылған. Предприятие ҡаҙнаға һалымды күндәм бүлеп тора. Шуны әйтер кәрәк, ваҡытында республиканың төньяғында 12 типовой сусҡа комплексына нигеҙ һалынғайны, бөгөн беҙҙең комплексыбыҙ ғына һаҡланып ҡалған. Яңауыл май-сыр комбинатының элекке позицияларына продукцияһының юғары сифаты менән дан ҡаҙанған хәҙерге һөт заводы, „Еңеү“ ЯСЙ, ышаныслы хәрәкәт итә. Уңышлы тауар етештереүселәр иҫәбендә „Урада агрофирмаһы“ ЯСЙ-н, ООО „Еңеү“ ЯСЙ-н, „Восток колхозы“ ауыл хужалығы етештереү кооперативы, „Агро М“ ЯСЙ-н атарға булыр ине, уларҙа хәҙерге заман етештереү технологиялары ҡулланыла, малсылыҡ торлаҡтары уңышлы яңыртыла». Яхин Рафаил Заян улының «Яңауыл таңдары» гәзитенә биргән интервьюһынан

[1].

Яңауыл районы башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе.

РФ-ның Башҡортостан Республикаһы Яңауыл районы буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт советы рәйесе.

Яңауыл һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары район советы пленумы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
  • Яңауыл районының почётлы гражданы (2012).
  • РФ Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы һәм алтын сәғәт менән бүләкләнә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Время требует решительности и ответственности. Альбира Хатмуллина, корреспондент./«Янаульские зори» 29 августа 2018 г.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. газета «Янаульские зори» 29 августа 2018 г.