Карпов Даниэль Николаевич

Карпов Даниэль Николаевич (2 ғинуар 1945 йыл) — ғалим-геоботаник. 1978—2009 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының һәм педагогия академияһының педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы факультеты деканы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан — биология кафедраһы мөдире. 2012 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының биология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2007). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).

Биографияһы үҙгәртергә

Даниэль Николаевич Карпов 1945 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Яңы Фёдоровка ауылында тыуған.

1967 йылда БДУ‑ның биология факультетын тамамлағандан һуң, шунда уҡ эшләй.

1973 йылда «Опыт статистического анализа растительности солончаковатых лугов пойм рек Башкирии» (специальность 03.00.05 — ботаника) темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1974 йылдан алып өлкән ғилми хеҙмәткәр.

Хеҙмәт юлы үҙгәртергә

1976 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институна (һуңыраҡ — академияһына) эшкә саҡырыла.

1978—2009 йылдарҙа педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы факультеты деканы итеп һайлана.

бер үк ваҡытта 2001 йылдан — дөйөм биология кафедраһы мөдире.

2006 йылда «Экология и синтаксономия растительности засолённых почв Южного Урала и сопредельных территорий» (специальность 03.00.16 — экология) темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2007 йылдан дөйөм биология һәм химия кафедраһы мөдире, 2012 йылдан башлап БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында биология кафедраһы мөдире[1].

Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының һәм сиктәш территорияларының татырлы тупрағының үҫемлектәр донъяһын өйрәнеүгә, уларҙың төп синтаксондарын асыҡлауға арналған.

Карпов тарафынан үҫемлектәрҙең һаҡлауға мохтаж булған һирәк төрҙәренең төркөмдәре айырып күрһәтелә, һыуҙа иреүсе тоҙҙоң күләме буйынса тупраҡтарҙың татырлы булыу кимәлен аныҡлау ысулы эшләнә[2].

Тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре: галофит флора һәм үҫемлектәр донъяһы, үҫемлектәрҙең биологик төрлөлөгөн һаҡлау, үҫемлек донъяһын Браун-Бланкеның экологик-флористик мөнәсәбәтенә таянып төркөмләү мәсьәләләре.

200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Башҡортостан Республикаһы, Ырымбур өлкәһенең һәм был өлкәләргә сиктәш булған Ҡаҙағстан Республикаһының дала районы (Көнбайыш Ҡаҙағстан, Аҡтүбә, Ҡостанай өлкәләре) территорияларына фәнни экспедициялар ҡатнашыусыһы. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡорт (Көньяҡ) Урал һәм уның менән сиктәш булған артыҡ тоҙланған тупраҡ үҫемлектәрен өйрәнеүгә, уларҙың төп синтаксонтарын асыҡлауға бағышланған.

Карпов һаҡлауға мохтаж булған һирәк осрай торған үҫемлек төрҙәре берекмәләрен айырып күрһәткән, һыуҙа иреүсән тоҙҙар тупланған тупраҡтың артыҡ тоҙланғанлыҡ дәрәжәһен билдәләү методикаһын ентекләп эшләгән.

Уҡытҡан дисциплиналары: 1. Ботаника (үҫемлектәр анатомияһы, морфологияһы) 2. Биогеография 3. Үҫемлектәр экологияһы 4. Фитоценология

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • 1987 — РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы
  • 1991 — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • 2007 — Биология фәндәре докторы
  • 2001 — Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре[3]

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Растительность засоленных почв Южного Урала и сопредельных территорий. Тольятти, 2006 (Н. А. Юрицына менән авторҙаш).
  • «Рациональное природопользование Башкортостана» уҡытыу-методик ҡулланмаһы (Стерлитамак, 1993. 136 c.)

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Карпов Даниэль Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9./8-spisok/17437-karpov-daniel-nikolaevich.htm Карпов Даниэль Николаевичl
  2. Растительность засоленных почв Южного Урала и сопредельных территорий. Тольятти, 2006 (Н. А. Юрицына менән авторҙаш)
  3. Карпов Даниэль Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9./index.php/6622 Карпов Даниэль Николаевич