Төп менюны асырға

ТуймазыБашҡортостандағы республика әһәмиәтендәге ҡала, Туймазы районы үҙәге. Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында, Өсән йылғаһы буйында урынлашҡан.

Туймазы
ФлагГерб
Flag of Tuymazinsky rayon.svgCoat of Arms of Tuimazy rayon (Bashkortostan).png
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1912
Дәүләт Рәсәй
Административ үҙәге Туймазы районы
Административ-территориаль берәмек Туймазы районы
Халыҡ һаны 68 256 кеше (1 ғинуар 2018)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 120 метр
Майҙан 43 км²
Почта индексы 452750
Рәсми сайт tujmazy.ucoz.ru
Беренсе яҙма телгә алыу 1912
Урындағы телефон коды 34782
Commons-logo.svg Туймазы Викимилектә

ТарихыҮҙгәртергә

Туймазы ҡасабаһының барлыҡҡа килеүе 1912 йылда Сембер (Ульяновск) ҡалаһын Шишмә станцияһы менән тоташтырған тимер юлға бәйле. 1937 йылда Туймазы нефть ятҡылығы асылыуы уның үҫешенә йоғонто яһай. 1960 йылдың 5 февралендә Туймазы эшселәр поселогы РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән ҡала итеп үҙгәртелде. Туймазы — Башҡортостандың көнбайышында эре сәнәғәт үҙәге.

«2014 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Туймазы 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалалар араһында ил буйынса 1-се урынды алды[2].

Билдәле шәхестәреҮҙгәртергә

Халыҡ һаныҮҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 58408 26732 31676 45,8% 54,2%
2002 йыл 9 октябрь 66687 30320 36367 45,5% 54,5%
2010 йыл 14 октябрь 66836 30494 36342 45,6% 54,4%

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

СәнәғәтҮҙгәртергә

Туймазы нефть ятҡылығын разведкалау эшен Ҡандры быраулау эштәре идаралығы башҡара. Нефть һәм газды сығарыу эштәрен «Октябрьскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы башҡара. Нефть ташыу эшен Собханғол эшселәр ҡасабаһы белгестәре үтәй. Ҡалала машиналар эшләү заводы, еңел һәм аҙыҡ сәнәғәте предприятиялары бар.

МәғарифҮҙгәртергә

Ҡалала 67 мәктәпкәсә йәштәге балалар ойошмаһы, 67 урта белем биреү мәктәбе, 8 музыка мәктәбе, 3 башланғыс белем биреү, 4 урта профессиональ белем биреү (педагогия колледжы, медицина колледжы, индустриаль техникум, юридик колледж) ойошмалары бар. Мәскәү коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш институтының уҡытыу-консультация пункты, Һамар гуманитар академияһы бүлексәһе, шулай уҡ Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Көнсығыш гуманитар университетының филиалдары эшләй.

МәҙәниәтҮҙгәртергә

Ҡалала Тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы, татар дәүләт драма театры эшләй. Мәҙәниәт һарайы, 3 мәҙәниәт йорто, 17 китапхана, спорт комплексы бар.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә