1945 йылдың 24 июнендәге Еңеү Парады

Бөйөк Ватан һуғышында СССР-ҙың Германияны еңеүе хөрмәтенә Ҡыҙыл майҙанда үткәрелгән тарихи парад

1945 йылдың 24 июнендә Ҡыҙыл майҙанда Ҡыҙыл армия ғәскәрҙәренең Парады (шулай уҡ Еңеү Парады[* 1]) — Бөйөк Ватан һуғышында СССР-ҙың Германияны капитуляцияға килтереп еткереүе йәғни еңеүе хөрмәтенә Ҡыҙыл майҙанда үткәрелгән тарихи парад[1][2]. Сараны Советтар Союзы Маршалы Георгий Константинович Жуков ҡабул итә, маршал Константин Константинович Рокоссовский ғәскәрҙәр менән командалыҡ итә. Парад өсөн махсус рәүештә Берлиндан Рейхстаг ҡыйығына эленгән Еңеү Байрағы ла килтерелә, әммә уны тәки сығармайҙар. Сарала дошман байраҡтарын һәм штандарттарын мавзолей трибунаһы алдына мәсхәрәле ырғытыу церемонияһы ойошторола, парадтан һуң улар Ҡораллы Көстәрҙең Үҙәк музейына оҙатыла[3]. Тантаналы парадта үтеүҙә барлығы 35 меңгә яҡын кеше ҡатнаша. Совет Социалистик Республикалар Союзы дәүерендә Еңеү Парады фәҡәт 1965, 1985 һәм 1990 юбилей йылдарында ғына үткәрелгән. 1995 йылдан башлап парад илдең төп майҙанында йыл һайын уҙғарыла[4][5][6].

1945 йылдың 24 июнендәге Еңеү Парады
Координаталар

55°45′15″ с. ш. 37°37′12″ в. д.HGЯO

Ҡорбандар
-
1945 йылдың 24 июнендә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү Парады
Парадҡа инеү рөхсәте, 1945 йыл

Әҙерлек һәм ойоштороу

үҙгәртергә
Юғары Баш командующий бойора:

Мәскәү ҡалаһында Германияны еңеү хөрмәтенә үткәреләсәк парадта ҡатнашыу өсөн фронттан ҡатнаш полк бүлергә. Ҡатнаш полкты түбәндәге нисбәттә расчёт формалаштырырға: һәр ротала 100 кешенән тороп, составында икешәр рота булған биш батальон (10-ар кешенән торған ун отделение). Бынан тыш, составында 19 командир: полк командиры — 1, полк командиры урынбаҫары — 2 (строевой һәм сәйәси часть буйынса), полк штабы начальнигы — 1, батальон командирҙары – 5, командиров рот — 10 һәм 4 ассистент-офицер менән 36 кеше — байраҡсы. Барлығы ҡатнаш полкта 1059 кеше һәм 10 запаста ун кеше. Ҡатнаш полкта алты пехота ротаһы, бер артиллеристар ротаһы, бер танкистар ротаһы, бер лётчиктар ротаһы һәм бер ҡатнаш рота (кавалеристар, сапёрҙар, элемтәселәр) булһын. Роталарҙы, отделение командирҙары урта офицерҙар, ә һәр отделениела — рядовойҙар һәм сержанттар булырлыҡ итеп комплектларға. Парадта катнашыусы личный составҡа яуҙарҙа батырлыҡ күрһәткән һәм хәрби нградаларға лайыҡ булған яугирҙәрҙе һәм офицерҙарҙы һайлап алырға. Ҡатнаш полкты: өс уҡсылар ротаһын — винтовкалар, өс уҡсылар ротһын — автоматтар, артиллеристар ротаһын — арҡаларына аҫырға карабиндар менән, роту танкистар һәм лётчиктар ротаһын — пистолеттар менән, сапёрҙар, элемтәселәр һәм кавалеристар ротаһын — арҡаларына аҫырға карабиндар менән, кавалеристарҙы, бынан тыш, — ҡылыстар менән ҡоралландырырға.

Парадта фронт командующийы һәм, авиация һәм танк армияларын да индереп, бөтә командирҙар ҡатнашырға тейеш. Ҡатнаш полк 10 июндә 1945 г.,, үҙе менән тиңе булмаған батырлыҡ күрһәткән фронт соединениелары һәм частарының 36 хәрби байраҡтары һәм һуғыштарҙа ҡулға төшөрөлгән дошман байраҡтары (һанына ҡарамай) менән, Мәскәүгә килергә тейеш. Полктың барлыҡ составына ла парад обмундированиеһы Мәскәүҙә тапшырыласаҡ [7][8].
 
Еңеү Парады күренеше

1945 йылдың 15 майында, Еңеү Көнөнән һуң, Иосиф Виссарионович Сталин Ҡыҙыл майҙанда тантаналы парад үткәрергә ҡарар итте. Был ниәтен ул Мәскәү Кремлендә үткән меңдән артыҡ саҡырылған ҡунаҡ: фронт командующийҙары, фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, эшсе һәм крәҫтиәндәр вәкилдәре өсөн ойошторолған табында әйтте[10][11][12]. СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабы начальнигы урынбаҫары, армия генералы Сергей Матвеевич Штеменко хәтерләүенсә, «СССР Ҡораллы Көстәре Юғары Баш командующийы беҙгә Адольф Гитлер Германияһын (1933—1945) еңеүгә арналған парад үткәреү буйынса уйлаған фекерҙәребеҙҙе еткерергә ҡушты һәм шулай тип бойорҙо: „Үҙенә бер айырым парад әҙерләп үткәрер кәрәк. Әйҙә унда бөтә фронттар һәм ғәскәрҙәрҙең бөтә төрҙәре вәкилдәре ҡатнашһын“. Оло батырлыҡ ҡылған геройҙарҙы — һалдаттарҙы, сержант, старшина, офицер һәм генералдарҙы саҡырыу идеяһын ҡайнар хупланыҡ»[13][14]. Тиҙҙән сараға әҙерләнер өсөн, Кремль Комендатураһы, Мәскәү хәрби округы һәм башҡа подразделениелар вәкилдәре ингән, махсус комиссия ойошторолдо [13]. Парад буйынса кәрәкле расчёттарҙы һәм директива проектын әҙерләү эше йөкмәтелгән, баш ҡала гарнизоны начальнигы генерал-полковник Павел Артемьевич Артемьев Комиссияны етәкләне. Парадты ҡабул итеүҙе маршал Георгий Константинович Жуковҡа, ғәскәрҙәр менән командалыҡ итеүҙе — маршал Константин Константинович Рокоссовскийға йөкмәттеләр. Күп кенә сығанаҡтар, һыбай йөрөү оҫталығы етерлек булмағанлыҡтан, Сталин парадты үҙ аллы ҡабул итмәй ти. Георгий Жуковтың «Воспоминания и размышления» тигән мемуарҙарында, Сталиндың улы Василий Иосифович Сталин әйтеүе буйынса, парад алдынан юлбашсы ат менән һыбай йөрөргә өйрәнеп маташҡан, әммә ат өҫтөнән ҡолап төшкән. Китаптың беренсе баҫмаларында был эпизод бирелмәгән[15][16]. Дәүләт башлығы сараны ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Комиссия әҙерләнеүгә тәҡдим иткән ике ай уырынына, Сталин парадты бер айҙан үткәрергә бойора. Штеменко фекеренсә, Сталин шулай уҡ майҙанға гитлер байраҡтарын сығарыу һәм еңеүселәр аяғы аҫтына, Ленин Мавзолейы алдына, ташлау идеяһын да тәҡдим иткән[17][8]. Берлиндан Рейхстаг ҡыйығына ҡаҙалған ҡыҙыл байраҡты ла килтертәләр[14].

Парадта ҡатнашыу өсөн төрлө фронттарҙан ҡатнаш полктар йәғни ун фронттан һәм Хәрби-диңгеҙ флотынан ҡатнаш полктар төҙөргә ҡарар ителә. Генштабтың тәүге директиваһына ярашлы, һәр ҡатнаш полк составы 1059 кешенән һәм 10 запастан торорға тейеш була, әммә һуңғараҡ хәрбиҙәр һаны 1465 кешегә һәм һәр фронттан 10 запасҡа арта. Парадта шулай уҡ хәрби академия тыңлаусыларын, хәрби училищелар курсанттарын һәм Мәскәү гарнизоны ғәскәрҙәрен йәлеп иттеләр[18]. Парадта ҡатнашырға тейешле кандидатитар ентекле һайлап алынған. Иң тәүҙәяуҙарҙа батырлыҡ күрһәткән һәм хәрби бүләктәре булған һалдат һәм офицерҙарҙы ҡарағандар. Физик торош, буй ҙа, йәш тә мөһим әһәмиәткә эйә булған. 1-се Белоруссия фронтының 1945 йылдың 24 майы бойороғонда кандидаттарҙың буйы 176 см-ҙар түбән һәм йәше 30-ҙар өлкән булмаҫҡа тейеш тип күрһәтелә.[19]. Бер ай эсендә парадта ҡатнашасаҡ хәрбиҙәрҙе килтерергә, урынлаштырырға һәм күнекмәләр эшләтергә кәрәк була. Ойоштороусыларға полктарҙың бөтә шәхси составын йәйге план буйынса яңы обмундирование, эске кейем, матрацтар, штандарттар һ. б. кәрәкле әйбер менән тәьмин итеү кәрәк була. Бынан тыш, парад ваҡытында медицина хеҙмәтләндереүе, ғәскәр логистикаһын, транспорт, баҫма материалдар, фото- һәм кино төшөрөү ойоштороу кәрәк була[20] Май һуңында Мәскәүгә бишәр батальондарҙан торған ҡатнаш полктар килә[18][8]. 10 июнгә баш ҡалала ҡатнашыусылар өсөн казармалар әҙер була. Шәхси состав Чернышёвский, Крутицкие (Алёшинские), Николаевские (Октябрьские) һәм Лефортовские казармаларында, шулай уҡ ҡала яны Хлебниково (Долгопрудный биҫтәһе), Болшево (Королёв) һәм Лихоборыла ҡуйыла[21][22].

Шул уҡ көндә генерал Артемьев парадҡа әҙерләнеү планын раҫлай һәм шулай уҡ әҙерлек үткәреү унынын һәм ваҡытын билдәләй[19]. Саралар тәртибе тығыҙ була: шәхси составтың сафтарға теҙелеп күнегеүҙәре көн һайын 6-7 сәғәт дауам итә. Мәскәү хәрби гарнизоны яугирҙәре даими рәүештә сафтарҙа күнекмәләр жшләгән булһа, көндәлек муштраға өйрәнмәгән 15 мең фронтовик өсөн күнекмәләр еңел бирелмәй. Яугир-фронтовиктар менән бергә офицерҙар, генералдар һәм маршалдар ҙа маршта йөрөй[21]. 12 июндә М. В. Фрунзе исемендәге Үҙәк аэродромда яңы обмундированиела килгән ҡатнаш полктарҙың берҙәм репетицияһы үтә. Аэродромда шулай уҡ йәйәүле һәм атлы ғәскәрҙәрҙең генераль репетицияһы һәм бер аҙнанан Ҡыҙыл майҙанда артиллерия, бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәрҙең йомғаҡлау смотры үткәрелә[23]. Павел Артемьев подписал схему построения войск и маршировки[24]. Парадты ҡабул итеүсе Жуковҡа һәм уны оҙатып йөрөүсегә «Кумир» һәм «Целебс» ҡушаматлы асыҡ һоро төҫтәге тёр тоҡомло аттар һайлана. Үҙенең иҫтәлектәрендә Жуков аҡ төҫтәге таҙа ғәрәп тоҡомло сабыш атын телгә ала[23]. Парад командующийы маршал Рокоссовскийға һәм уны оҙатып йөрөүсегә маршал Семён Будённыйҙың шәхси коллекцияһынан «Полюс» һәм «Орлик» ҡушаматлы ҡара аттар һайлана. Штеменко, Жуков һәм Рокоссовский — «боронғо кавалеристар, уларға күнекмәләр ҙә кәрәкмәне» тип билдәләй[25][19][26]. Коней, участвовавших в параде, приучали к рёву моторов и звукам оркестра, а сами маршалы практиковали выездку около месяца[27][28]. Мәскәү парадында ҡатнашыусыларға мәҙәни программа: кинофильмдар ҡарау һәм театрҙарға һәм мәҙәниәт йорттарына барыу ойошторола. Парадта ҡатнашырға шулай уҡ 1400 тирәһе кешенән торған ҡатнаш оркестр ҙа әҙерләнде. Алдан иҫәпләнгәнсә, сара 2 сәғәт 9 минут һәм 10 секунд барырға һәм унда сама менән 40 мең кеше ҡатнашырға тейеш була[29][19].

Парад кейеме

үҙгәртергә

Еңеү Парадында ҡатнашыусыларға парад кейемен тегеү өсөн «Большевичка» тегеү фабрикаһына заказ бирәләр. Бик күп күләмдә һәм ҡыҫҡа срокта етештерергә кәрәк булһа ла, Мәскәү һәм мәскәү яны тегеү фабрикалары заказды эшләп өлгөрә. Май аҙағынан алып 20 июнгә саҡлы тегенселәр 15 мең комплект яңыформа тектеләр[4]. Совет хәрбиҙәренә диңгеҙ тулҡыны төҫөндәге мундирҙар Еңеү Парадына тәүге тапҡыр тегелә, бынан һуң ошо төҫ совет офицерҙарының традицион парад формаһы булып китә[21].

Еңеү Байрағы

үҙгәртергә
 
Еңеү Байрағының һүрәтләнеше
Файл:Victory Banner.jpg
Михаил Егоров һәм Мелитон Кантария Еңеү Байрағы менән, май 1945 йылдың майы

По первоначальному замыслу Парад Победы должен был начаться с выноса Знамени Победы, но этот план не осуществился[30]. 20 июндә Мәскәүгә Рейхстаг өҫтөнә эленгән ҡыҙыл байраҡты колонна алдында тотоп барырға тейешле һалдаттар өсөн килтерәләр[22]. Совет армияһы музеенда байраҡ һаҡсыһы А. Дементьев бына нисек хәтерләгән: байраҡсы Степан Андреевич Неустроев]] һәм уның ассистенттары — Михаил Алексеевич Егоров, Мелитон Варламович Кантария һәм Алексей Прокофьевич Берест — репетиция вакытында яхшы чыгыш ясамыйлар, сафта йөрү әҙерлеге канагатьләндерерлек түгел икәнен күрсәтә. бынан тыш, фронтта Неустроев биш яра ала һәм аяғы зәғифләнә. Жуковтың карары буйынса башҡа байраҡсылар ҡуйып торанылар, ә батырҙарға ҡунаҡ булараҡ трибунаға саҡырыу алды. Еңеү Байрағын Ҡораллы Көстәр Музеена һаҡларға тапшырҙылар. 1965 елдаду полковник Константин Яковлевич Самсонов, Егоров һәм Кантария оҙатыуында, Байраҡты Ҡыҙыл майҙанға сығарҙылар[21][28].

Штандарттар

үҙгәртергә

Парад штандарттарын һәм байраҡтарын әҙерләүҙе инженер-майор С. Максимов етәкселегендәге мәскәү хәрби төҙөүселәренә тапшыралар. Оҫталар байраҡтарҙың беренсе вариантының өҫтөндә оҙаҡ эшләнеләр, ләкин Сталин уларҙы ҡабул итеүҙән баш тарта. Һөҙөмтәлә Ҙур театрҙың сәнғәт-етештереү оҫтаханаһына заказ бирелә, һәм улар яңы штандарттарҙы ун көндә тегә. Байраҡтарҙы әҙерләү менән сәнғәт-бутафор цехы начальнигы В. Терзибашьян һәм начальник слесарь-механик цехы начальнигы Н. Чистяков шөғөлләнә.Яңы эскиз буйынса биш саталы йондоҙҙо сикләгән көмөш тажлы вертикаль имән һабына остарында манараһы шпиль булған горизонталь металл үҙәк штырь беркетелгән. Конструкцияға фронт исеме яҙылған алтын үрелмә биҙәк менән уратылған ал бәрхәт штандарт беркетелгән. Сит-ситтәренән алтын ығырмауҙар аҫылынып төшкән. Был өлгө етәкселек тарафынан хупланды һәм ваҡытында үтәлде. Штандарттың ауырлығы 10 килограмдан артығыраҡ тартҡанлыҡтан, мәскәү ат егеү ҡорамалдары-эйәр фабрикаһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә портупея әҙерләп бирә һәм байраҡты тотоп йөрөүҙе еңеләйтте. Ҙур театр оҫтаханаларында 360 полк байраҡтары һабын биҙәрлек орден таҫмалары етештергән. Һәр бер ошо таҫма полктың коллектив хәрби батырлығын символлаштыра[31][14]. Совет парад байраҡтарынан тыш, Берлиндан һәм Дрездендан полковник А. К. Коркишко йыйған 900-гә яҡын ғәнимәт штандарттарын килтерәләр, уларҙың араһынан махсус комиссия Еүең Парадында ҡатнашырлыҡ 200 берәмеген һайлап ала. Был байраҡтар һаманға тиклем Ҡораллы Көстәр Үҙәк музейында һаҡлана[31][32].

Наградалар

үҙгәртергә

Парадҡа әҙерләнгәндә, уның ҡатнашыусыларына хәрби наградалар тапшырҙылар. 24 майҙа СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе урынбаҫары Шверник Николай Михайлович маршал Жуковҡа, Иван Коневҡа, Родион Малиновскийға, Константин Рокоссовскийға һәм Фёдор Толбухинға «Победа» орденын тапшырҙы [12]. 12 июндә Михаил Иванович Калинин «Алтын Йондоҙ» миҙалын Жуковуҡа, Коневҡа, Рокоссовскийға, Иван Баграмянға һәм Андрей Иванович Ерёменкоға тапшырҙы. Уларҙың күпселеге өсөн шул рангтағы бүләктәр тәүге тапҡыр ғына бирелмәне[33]. Фронтовиктарҙы 1945 йылдың 9 майында раҫланған медалью «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән дәртләндерҙеләр. һәр миҙалға танытма бирелде. Шуның менән бергә кителгән йә ярылған иҫке наградалар орден планкалары менән яңыларына алмаштырылды[34].

Ғәскәри частар командирҙары исемлеге

үҙгәртергә

Парадта ҡатнашыусылар

үҙгәртергә

Музыкаль оҙатыу

үҙгәртергә

Акцияны Мәскәү гарнизонының йыйылма тынлы оркестры оҙатты, ә уны әҙерләү менән генерал-майор Семён Александрович Чернецкий етәкселек итте. Музыкаль коллектив Мәскәү хәрби училищеларының 38 оркестрынан, Ҡыҙыл армияның хәрби частары һәм Эске эштәр Хәрби Комиссариаты музыканттарынан тора. 1220 музыканттан торған һәм һәм 50 капельмейстер идаралыҡ иткән йыйылма оркестр сығыш яһай[38]. Парадта барлығы 1313 музыкант ҡатнаша, уларҙың иң кесеһенә 13 йәш була[39].

Репертуар 1945 йылдың 5 июнендә раҫлауға әҙер була. Иң аҙаҡҡы биткә 36 композиция, шул иҫәптән СССР-ҙың Гимны, фанфаралар һәм барабан ҡағыу инә[40]. Байрамда яңғыраған егерме әҫәрҙе генерал-майор Чернецкий үҙе яҙған. Оркестр бер нисә боронғо рус маршын, шул иҫәптән өс тапҡыр - XVIII быуат «Старый егерский марш»ын уйнаны. Еңеү парадын шулай уҡ Михаил Глинканың «Иван Сусанин» операһынан «Славься» финал хоры башҡарыуы биҙәне[41].

Юғары Баш командующийға докладтан һуң дирижёр Василий Иванович Агапкин етәкселегендәге Мәскәү парад фанфараһы беренсе композиция булараҡ яңғыраны. Парад 2-се Мәскәү музыкант тәрбиәләнеүселәр мәктәбе барабансылары ротаһының ҡағыуы аҫтында башланды. Һәр йыйылма полк үҙенең хәрби маршы аҫтында үтә. Кавалерия үтеп барғанда Чернецкийҙың «Кавалерийская рысь» («Аттар юртыуы») маршы яңғыраны[42][21]. Парад «Тыуған илгә дан» («Слава Родине») маршы менән тамамланды. Бөтә музыканттарға һәм капельмейстерҙарға рәхмәт белдерелде[43].

Кино төшөрөү

үҙгәртергә
Ҡыҙыл майҙандағы Еңеү Парады тураһында кинотаҫма, 1945 йыл

Еңеү парадына 1945 йылда төшөрөлгән шул уҡ исемдәге документаль фильм арналған. Ул СССР-ҙа тәүге төҫлө фильмдарҙың береһе була - күренеш фильмдың төҫлө вариантын сығарыуҙы тиҙләтеү өсөн Берлинда монтажлау һәм тауыш биреү планлаштырылған трофей немец төҫлө плёнкаһына яҙыла. Үҙәк документаль фильмдар студикүбеһе яһы шулай уҡ фильмдың ҡаралы-аҡлы вариантын да эшләгән. Сараны күбеһе фронт ваҡиғаларын төшөрөү менән шөғөлләнгән 100-ҙән ашыу оператор һәм фотохәбәрсе төшөрә. Кинооператорҙар Ҡыҙыл майҙандың төп күҙәтеү нөктәләрендә һәм яҡын-тирәләге биналарҙа урынлашҡан була[44][45].

Операторҙар немец байраҡтарын ташлау планлаштырылыуын белмәй, һәм был кадр фильмға осраҡлы ғына эләккән. Был материалдың бер өлөшө ямғыр арҡаһында боҙолған. Бер аҙнанан Кремлдә ябыҡ күрһәтеүҙә Еңеү парады» фильмын Сталин да ҡарай{sfn|Парад победителей|1985}}[46]. Әҙер картинаны бөтә илдә күрһәттеләр[47][46].

Яҙманың төп нөсхәләре Республика дәүләт кионфотодокументтар архивында (РГАКФД) һаҡлана. 2004 йылда фильмды реставрациялағандар (механик зыян күргән урындарын алғандар, төҫөн тергеҙгәндәр) һәм яңы плёнкала күсермәһен сығарғандар. Парадтың тулы цифрлы версияһы тәүге тапҡыр 2020 йылдың 9 майында «Еңеү» телеканалында күрһәтелде [46]. Уны Игорь Кириллов, Анна Шатилова һәм Дина Григорьева уҡып ишеттерҙе.

Кремлдә ҡабул итеү

үҙгәртергә

Икенсе көндө, 25 июндә, Кремлдә Еңеү парадында ҡатнашыусылар хөрмәтенә хөкүмәт ҡабул итеүе ойошторолдо. Унда меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Сара киске сәғәт 5-кә билдәләнгәйне, ләкин ҡунаҡтар алдан килә башланы. Георгий залында Сталин етәкселегендә мөһим дәүләт эшмәкәрҙәре өсөн табын әҙерләнде, ә офицерҙар һәм һалдаттар Грановитый палатаһында ҡабул ителде. Табында ҡатнашыусыларға француз шараптары һәм америка вискиһын тәҡдим ителде, ә ашхана приборҙарында ураҡ һәм сүкеш һүрәте төшөрөлгәйне. Шаһиттар ҡунаҡтарҙы Мәскәүҙең иң яҡшы ресторандары официанттары хеҙмәтләндереүен хәтерләне[48].

1945 йылдың башҡа парадтары

үҙгәртергә

1945 йылда 24 июндә ойошторолған төп тантаналы йөрөштә тыш тағы дүрт парад үткәрелә. Тәүгеләрҙән булып 1945 йылдың 4 майында Берлиндың хәрби коменданты генерал-полковник Николай Эрастович Берзарин ҡабул иткән совет ғәскәрҙәренең Бранденбург ҡапҡаһы һәм рейхсаг эргәһенән үтеүе була. Икенсе Берлин парады Георгий Жуковтың тәҡдиме буйынса 7 сентябрҙә булды: союздаш ғәскәрҙәр Япония капитуляцияһы һәм Икенсе донъя һуғышының тамамланыуы хөрмәтенә Бранденбург ҡапҡаһы алдындағы майҙан буйлап марш менән үтте. Һәр Союз милләтенән меңгә яҡын кешенән торған йыйылма полк һәм бронетанк частары ҡатнаша. Хәрби-һауа һәм хәрби-диңгеҙ көстәре парадта ҡатнашмаған[49]. Жуковтан тыш, парадты Америка генералы Дуайт Дэвид Эйзенхауэр, Британия фельдмаршалы Бернард Лоу Монтгомери һәм француз генералы Жан де Тассиньи ҡабул итте[50][51][52]. Совет ғәскәрҙәренең өсөнсө хәрби парады 16 сентябрҙә ҡытай Харбинында үтте һәм шулай уҡ Японияны еңеүгә арналды. Хәрбиҙәр ялан формаһында сығыш яһаны, колоннаны танкылар һәм САУ япты[53]. Артиллерия генерал-лейтенанты Константин Петрович Казаков Алыҫ Көнсығыш парады менән командалыҡ итә, генерал-полковник Афанасий Павлантьевич Белобородов парадты ҡабул итә[50]. Һуғыштан һуңғы тәүге тыныс йөрөш 1945 йылдың 12 авгусында Ҡыҙыл майҙанда ойошторола - физкультурниктар парады шулай уҡ һуғышта еңеүгә арнала. Сара мөһим идеологик әһәмиәткә эйә ине: сит ил матбуғаты Мәскәүҙә ярлылар һәм зәғифтәр күп, әле булһа карточка системаһы дауам итә тигән хәбәр тарата. Совет етәкселеге халыҡты дәртләндерергә һәм илде емереклектәрҙән тергеҙергә әҙер булған көслө һәм сәләмәт кешеләрҙең һаман күп булыуын күрһәтергә ынтылған[54]. Спорт парадында 16 союз республикаһынан 25 мең ҡатнашыусы сығыш яһай: оҙон буйлы, атлетик ҡоролошло, һөйкөмлө кешеләр һайлап алына. Советтар Союзы Геройы исемен алған спортсылар айырым колоннала сығыш яһай, улар өсөн махсус аҡ костюмдар, фуражкалар һәм ярым ботинкалар тегелә. Сараның спорт-гимнастика программаһы 4 сәғәт 20 минутҡа иҫәпләнгән була. Трибунаға Дуайт Эйзенхауэр, уның улы лейтенант Джон Эйзенхауэр һәм Америка Ҡушма Штаттарының СССР-ҙағы илсеһе Аверелл Гарриман саҡырылғайны. Был парад тураһында ла документаль фильм төшөрөлгән[55].

Артабанғы Еңеү парадтары

үҙгәртергә
 
Ҡыҙыл майҙанда ветерандар парады, 1995 йыл
 
Еңеүҙең 70 йыллығы хөрмәтенә хәрби парад, 2015 йыл
 
Рәсәй Банкының «Бөйөк Ватан һуғышы» серияһынан тәңкә, Еңеүҙең 50 йыллығына арналған, 1995 йыл
Файл:Триумф победившей Родины.jpg
«Еңеүсе Тыуған илебеҙ триумфы» картинаһы, Михаил Иванович Хмелько, 1949 йыл

СССР тарихында айырыуса мөһим ике парад: Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда 1941 йылдың 7 ноябрендәге хәрби парад һәм 1945 йылдың 24 июнь Еңеү Парады. Бынан һуң Еңеү хәрби Парадтары 1965, 1985 һәм 1990 юбилей йылдарында уҙғарылды. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 8 майында сыҡҡан «9 майҙы еңеү байрамы тип иғлан итеү тураһында» Указы менән, 9 май ял һәм байрам көнө итеп иғлан ителә. 1947 йылдың 23 декабрь Указы менән, 9 май эш көнө итеп иғлан ителә. 1965 йылдың 26 апреле Указы менән, Еңеү Көнө яңынан ял көнө итеп иғлан ителә. Оҙаҡ ҡына тынлыҡтан һуң, 1985 йылда Еңеүҙең 40 йыллығы айҡанлы Еңеү парады ойошторола, Ҡыҙыл майҙан буйлап Еңеү Байрағы йөрөтөлә. Артабанғы парад 1990 йылда ойошторола һәм, СССР тарҡалғандан һуң, 1995 йылға саҡлы үткәрелмәй.[56][57]

1995 йылдың 9 майында, Еңеүҙең 50 йыллығы хөрмәтенә бағышлап, парад уҙғарыла. Ул ике өлөштән торҙо: Ҡыҙыл майҙанда ветерандар һәм тыл хеҙмәткәрҙәре парады һәм Поклонная тауында Мәскәү гарнизоны ғәскәрҙәре һәм хәрби техникаһы парады. Дөйөм алғанда, парадта 4939 кеше ҡатнашты, улар араһында 487 Советтар Союзы Геройы, дүрт Рәсәй Геройы һәм 109 Дан орденының тулы кавалеры. Парад менән армия генералы Владимир Леонидович Говоров командалыҡ итте, парадты — СССР маршалы Виктор Георгиевич Куликов ҡабул итте. Еңеү Байрағы күсермәһен ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы отставкалағы авиация генерал-полковнигы Михаил Петрович Одинцов тотоп үтте. Парадта үҙҙәренең хәрби байраҡтары менән, 1945 йылғы сафтарҙы кәүҙәләндереп, 10 фронттың ҡатнаш полктары ҡатнашты. Байрамдан һуң ун көн үтеүгә, 1995 йылдың 19 майында, «Совет халҡының 1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүен мәңгеләштереү тураһында» федераль законы ҡабул ителә, һәм шуға ярашлы, Еңеү Парадтары йыл һайын 9 майҙа үткәрелә башлай. Трибуна сифатында Мавзолей һуңғы тапҡыр 1996 йылда файҙаланыла, бер йылдан уның эргәһендә парад ваҡытында файҙаланыу өсөн махсус трибуна төҙөй башлайҙар. 2008 йылдан парадтарҙа ауыр хәрби техника ҡатнаша[6][58]. 2007 йылда регламент раҫлана. Еңеү Парады йыл һайын 9 майҙа иртәнге сәғәт 10-да Еңеү Байрағын һәм Рәсәй дәүләт Флагын сығарыуҙан башлана. Был ваҡытта Спас башняһы ҡапҡаһынан парадты ҡабул итеүсе Рәсәй Федерацияһы оборона министры сыға, һәм уны парад менән командалыҡ итеүсе ҡаршылай һәм министрға ғәскәрҙәрҙең әҙерлеге тураһында доклад яһай. Шунан министрҙың Мәскәү гарнизоны ғәскәрҙәре эргәһенән машинала тантаналы хәрәкәте башлана, артабан «Славься» (2010 йылда ғына был мелодия парад финалында оркестр сығышында тыңланылды) композицияһы яңғырай. Музыкаль сығыштан һуң, парадта ҡатнашыусыларға һәм тамашасыларға, бер үк ваҡытта Ҡораллы Көстәре Юғары Баш командующийы булыусы, Рәсәй Федерациияһы президенты телмәр менән мөрәжәғәт итә. Артабан артиллерия салюты залптары аҫтында Рәсәй гимны башҡарыла, һәм шунан һуң ғәскәрҙәр һәм хәрби техника хәрәкәте башлана. Хәрби самолёттарҙың һәм вертолёттарҙың сығышы парадтың кульминацияһын тәшкил итә, авиация техникаһы Ҡыҙыл майҙан өҫтөндәге һауаны Рәсәй дәүләт флагы төҫтәренә буяй. Сара Беренсе канал, Рәсәй-1, НТВ, Бишенсе канал, Мир, РЕН ТВ, ТВ Үҙәк, Мәскәү 24, Рәсәй-24 һәм „Йондоҙ“ телеканалдары тура эфирында тапшырыла[59][58]. Мәҙәниәт тарихсыһы һәм антрополог Сергей Александрович Ушакин фекеренсә, хәҙерге заман Еңеү парадтарының маҡсаты — бөгөнгөнөң үткөн менән туранан-тура бәйләнешен күрһәтеү демонстрация. Уларҙың нигеҙендә быуындар араһындағы бәйләнеште материалләштереү теләге, тарихи үҙ-ара бәйләнгәнлек тойғоларын тергеҙеү, замандаштарыбыҙ һәм постсовет Рәсәйендә форма барлыҡҡа килтереүсе кеүек ҡабул ителгән ваҡиғалар араһындағы ваҡыт арауығын артылыу мөмкинлеге ята[60].

1945 йыл парады хәтере

үҙгәртергә
  • 1994 йылдың июнендә 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үткән Парадта ҡатнашыусылар Союзы теркәлә, уның рәйесе отставкалағы полковник Валентин Привалов була. Шул уҡ йылда был парадтың ҡатнашыусыһы билдәһе булдырыусы конкурсы иғлан ителә: ул билдә „бер ғәскәри төр вәкилдәре лә үпкәләмәҫлек булырға тейеш“ тиелә[61]. Союздың атрибуттары сифатында күкрәккә тағыла торған билдә һәм парадта ҡатнашыусы танытмаһы раҫлана[62].
  • Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында Абай проспекты эргәһендә беренсе ЕңеүПарады хөрмәтенә аталған 24 июнь урамы бар.
  • Төрлө ваҡытта Ҡыҙыл майҙандағы парадтар һүрәтләнгән почта маркалары сығарылды.
  • 2020 йылдың 24 июнендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыу хөрмәтенә Ҡыҙыл майҙанда юбилей хәрби парады уҙғарылды. Был йылда парад, COVID-19 (коронавирус) сире таралыу (пандемия) сәбәпле Рәсәй президенты В. В. Путиндың махсус указы менән 9 майҙан башҡа ваҡытҡа күсерелде. 24 июнь көнө[63] ял өнө итеп иғлан ителде.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Берлинда Еңеү парады (1945)
  • Лондонда еңеү парады (1946)
  • Харбинда Еңеү Парады
  • 1941 йылдың 7 ноябрендә Ҡыҙыл майҙанда парад
  • Ҡыҙыл майҙандағы хәрби парадтар

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Комментарии
  1. Согласно ряду источников, слово «победа» в этом устойчивом выражении следует писать с прописной буквы.
Источники
  1. Энциклопедия, 2000, с. 384—392
  2. Сто военных парадов, 1974
  3. https://www.kp.ru/daily/26378.4/3256842/
  4. 4,0 4,1 Андрей Сидорчик. 122 минуты славы. 10 фактов о Параде Победы 1945 года. Аргументы и Факты (24 июнь 2015). Дата обращения: 10 ғинуар 2019.
  5. Парад Победы в Москве на Красной площади 24 июня 1945 года. РИА Новости (24 июнь 2013). Дата обращения: 27 декабрь 2018.
  6. 6,0 6,1 Дорогами войны. Парад Победы 24 июня 1945 года — триумф народа-победителя. Министерство обороны Российской Федерации. Дата обращения: 11 октябрь 2019. 2019 йыл 23 октябрь архивланған.
  7. Ещенко, 2000, с. 11
  8. 8,0 8,1 8,2 И. В. Сталин. Приказ Верховного Главнокомандующего № 370 22 июня 1945 года. Marxists.org. Дата обращения: 5 ғинуар 2019. 2018 йыл 17 декабрь архивланған.
  9. Виталий Мороз. С фронта — на Красную площадь. Красная звезда: газета (24 июнь 2010). Дата обращения: 10 ғинуар 2019. 2019 йыл 7 ғинуар архивланған.
  10. Арбеков, 2010, с. 205, 211
  11. Рокоссовская, 2015, с. 35
  12. 12,0 12,1 Кардашов, 1984, с. 427
  13. 13,0 13,1 Жуков, 2010, с. 418
  14. 14,0 14,1 14,2 Абулова, 2010, с. 9
  15. Жуков, 2010, с. 419—420
  16. Бернаскони, 2005, с. 34—37
  17. Дроздовский, 2005, с. 8
  18. 18,0 18,1 Ещенко, 2000, с. 13
  19. 19,0 19,1 19,2 19,3 Абулова, 2010, с. 10
  20. Ещенко, 2000, с. 25
  21. 21,0 21,1 21,2 21,3 21,4 Олег Горюнов. 70 лет спустя: неизвестные подробности первого Парада Победы. Звезда (9 май 2015). Дата обращения: 27 декабрь 2018.
  22. 22,0 22,1 Варенников, 2005, с. 472
  23. 23,0 23,1 Жуков, 2010, с. 420
  24. Ещенко, 2000, с. 54—55
  25. Штеменко, 1984, с. 252
  26. Штеменко С., 1968
  27. Кардашов, 1984, с. 429
  28. 28,0 28,1 Леонид Репин. Знамя, водружённое над рейхстагом, по Красной площади не пронесли. Комсомольская правда (10 июнь 2010). Дата обращения: 28 декабрь 2018.
  29. Левтов, 2005, с. 129
  30. Мария Позднякова. Особый Парад. Как Сталин падал из седла, а ружья забивали солидолом. Аргументы и Факты (24 июнь 2015). Дата обращения: 27 декабрь 2018.
  31. 31,0 31,1 Дементьев, 2005, с. 15
  32. Абулова, 2010, с. 9—10
  33. Жуков, 2010, с. 419
  34. Арбеков, 2010, с. 222
  35. Парад Победы, 2005
  36. Словарь, 2000
  37. Дан орденының тулы кавалерҙары: ҡыҫҡаса биографик һүҙлек. Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы. Дата обращения: 11 ғинуар 2019.
  38. Черток, 2015, с. 1
  39. Черток, 2015, с. 2
  40. Ещенко, 2000, с. 91
  41. Черток, 2015, с. 3—4
  42. Музыка парада 1945 г. Министерство обороны Российской Федерации. Медиатека. Дата обращения: 11 ғинуар 2019. 2019 йыл 2 ғинуар архивланған.
  43. Черток, 2015, с. 4
  44. Колоскова, 2015, с. 51
  45. YouTube сайтында Документальный фильм «Парад Победы», 1945
  46. 46,0 46,1 46,2 Елена Колоскова. Парад Победы 24 июня 1945 года. Российский исторический журнал «Родина». Дата обращения: 10 ғинуар 2019.
  47. Колоскова, 2015, с. 52
  48. Маркова, 1975, с. 39
  49. Жуков, 2010, с. 422—423
  50. 50,0 50,1 Аверченко, 2010, с. 17
  51. Абулова, 2010, с. 12
  52. Варенников, 2005, с. 478—479
  53. 11 малоизвестных фактов о легендарном параде 24 июня 1945 года. Ветеран Белово< (14 май 2018). Дата обращения: 24 декабрь 2018. 2020 йыл 18 август архивланған.
  54. Воронин, 2010, с. 11
  55. Лебедева, 2007, с. 125
  56. Вячеслав Старцев. 11 малоизвестных фактов о легендарном параде 24 июня 1945 года. Ветеран Белово (14 май 2018). Дата обращения: 11 ғинуар 2019. 2020 йыл 18 август архивланған.
  57. [http://base.garant.ru/198106/ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 8 мая 1945 г. "Об объявлении 9 мая Праздником Победы"]. С изменениями и дополнениями от: 23 декабря 1947 г., 26 апреля 1965 г. base.garant.ru. Дата обращения: 26 июнь 2020.
  58. 58,0 58,1 День Победы: история военных парадов. ТАСС (8 май 2015). Дата обращения: 11 ғинуар 2019.
  59. Регламент парада Победы в Москве. Досье. ТАСС (8 май 2018). Дата обращения: 11 ғинуар 2019.
  60. Сергей Ушакин. Вспоминая на публике: об аффективном менеджменте истории. Память, выпавшая из времени: российские официальные конструкции памяти. Гефтер.ру (14 ноябрь 2014). Дата обращения: 27 декабрь 2018.
  61. Левтов, 2005, с. 134
  62. Дроздовский, 2005, с. 20
  63. Путин В.В. Указ Президента Российской Федерации от 29.05.2020 г. № 345. О проведении военных парадов и артиллерийского салюта в ознаменование 75-й годовщины Победы в Великой Отечественной войне 1941 – 1945 годов и Парада Победы 24 июня 1945 г. www.kremlin.ru. Администрация Президента России (29 май 2020). — «3. Объявить 24 июня 2020 г. нерабочим днем с сохранением за работниками заработной платы.» Дата обращения: 4 июль 2020.

Ҡалып:Тышкы һылтанмалар

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Парад Победы