Пегишев Юрий Петрович

Юрий Петрович Пегишев (2 ғинуар 1939 йыл — 1 сентябрь 2005 йыл) — БАССР-ҙың Бөрө колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһының төҙөлөш һәм монтаж эштәре мастеры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.

Пегишев Юрий Петрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 2 ғинуар 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Бөрө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2005
Вафат булған урыны Бөрө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Даны ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Юрий Петрович Пегишев 1939 йылдың 2 ғинуарында БАССР-ҙың Бөрө районы Пономаревка ауылында тыуған.

Белеме — тулы булмаған урта. 1957 йылда Өфө төҙөлөш мәктәбен тамамлай.

Хеҙмәт юлын 1956 йылда Өфө ҡалаһының 21-се төҙөлөш тресында ташсы булып башлай. 1958—1961 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1962 йылдан алып Бөрө (хәҙер — «Бөрө-1» ПМК-һы асыҡ акционерҙар йәмғиәте) колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһында ташсы, һуңынан ташсылар бригадиры, төҙөлөш һәм монтаж эштәре мастеры булып эшләй.

Ю. П. Пегишев Бөрө районы һәм Бөрө ҡалаһының төҙөлөш тармағы үҫешенә ҙур өлөш индерә. Уның ҡатнашлығында Осиновка, Печенкино, Улеево, ауылдарында малсылыҡ комплекстары,Силантьев ауылында иген эшкәртеү комплексы, Кондаковка ауылында мал аҙығы етештереү буйынса предприятие, с Пономаревка ауылында кирбес заводы, Шалҡан ауылында 320 урынлыҡ мәктәп һ. б. төҙөлә.

1994 йылдан хаҡлы ялда.

Юрий Петрович Пегишев 2005 йылда вафат була.

Наградалары үҙгәртергә

Бер предприятиела фиҙаҡәр юғары етештереүсәнле хеҙмәте өсөн Ю. П. Пегишев «Почет билдәһе» (1966), I (1991), II (1981), III (1977) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Пегишев Юрий Петрович. «Герои страны» сайты.