Сәлмәнова Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы
Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы Сәлмәнова — композитор һәм педагог, танылған музыкаль династия вәкиле. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Сәлмәнова Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы | |||
Тыуған | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны | |||
Ил | |||
Һөнәрҙәре |
композитор, педагог | ||
Инструменттар |
фортепиано | ||
Наградалар |
| ||
Биографияһы
үҙгәртергәУл 1957 йылдың 2 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған. Атаһы — билдәле композитор Рафиҡ Сәлмәнов йоғонтоһонда бала саҡтан уҡ музыка солғанышында үҫә.
Өфө ҡалаһының 39-сы мәктәбендә уҡый. Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыкаль мәктәптең фортепиано класында белем ала. Артабан Өфө сәнғәт училищеһында «Музыка тәғлимәте» йүнәлешендә уҡый. Факультатив рәүештә Морат Әхмәтов менән Лантуат Нгуендан композициянан дәрестәр ала. Музыкаль белемен Ҡорманғаҙы исемендәге Алма-Атылағы консерваторияның композиторҙар бүлегендә тәрәнәйтеп өйрәнә.
Студент саҡтарында уҡ йәш композитор Федор Тютчев һүҙҙәренә вокаль цикл яҙа, Гарсия Лорка һүҙҙәренә «Прелюдия», «Ямғыр», «Элегия» романстарын ижад итә. Баритон һәм фортепиано өсөн Ҡадир Даян һүҙҙәренә яҙылған «Лирик яҙмалар» («Лирические страницы») романсы композиторҙың мөхәббәт лирикаһы темаһын байыта.
Диплом эше булып ҙур симфоник оркестр өсөн яҙылған дүрт бүлектән торған Концерт-симфонияны Ҡаҙаҡ республикаһының Дәүләт симфоник оркестры башҡара һәм ул музыкаль белгестәр тарафынан бик юғары баһа ала.
1983 йылда консерваторияла уҡыуҙы тамамлағас Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы Өфөгә ҡайта һәм хеҙмәт юлын 11-се музыкаль мәктәптең музыка уҡытыусыһы булып эшләй башалай. 1988 йылда композиторҙар Союзына инә. 1993-95 йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Музыка» ижади берекмәһенең редакторы була һәм башҡорт композиторҙарын һәм улар яҙған әҫәрҙәрҙе популярлаштырыу, халыҡҡа танытыу буйынса ҙур эштәр башҡара. 1994 йылда Мөхәмәтғәле Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында, 2008 йылдан Фәрит Камаев исемендәге 2-се балалар сәнғәт мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эшләй.
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергәАйһылыу Сәлмәнова ижадына заман композиция техникаһы ҡулланыу, романтик мотивтар, милли фольклорҙы урынлы ҡулланыу, сағыу импровизация стиле хас һәм унда төп урынды симфоник һәм инструменталь музыка биләй.
Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы бихисап симфоник әҫәрҙәр авторы: дүрт бүлектән торған ҙур симфоник оркестр өсөн яҙылған Концерт-симфония, Шамил Анаҡтың һүҙҙәренә яҙылған бас һәм симфоник оркестр өсөн тәғәйенләнгән «Ер яралары», Рәми Ғарипов шиғырҙары нигеҙендә өс бүлектән торған тауыш һәм симфоник оркестр өсөн «Рәми» вокаль-симфоник поэмалары, ҡурай, литавралар һәм камера оркестры өсөн «Ҡурай тураһында поэма», «Арҡайым» симфонияһы, Рафиҡ Сәлмәновтың «Китмәгеҙ, аҡҡоштар» йыры темаһына «Арнау» симфоник поэмаһы, ҡурай һәм башҡорт халыҡ инструменттары ансамбле өсөн лирик поэма, бихисап симфоник медитациялар һәм симфоник картиналар.
Вокаль-инструменталь һәм камера-вокал әҫәрҙәр композиторҙың ижадында ҙур урын биләй: уҡыу өсөн, ҡурай һәм бәләкәй симфоник оркестр өсөн «Мин ҡурай» поэторияһы, солистар, хор һәм симфоник оркестр өсөн Людмила Хабибрахманова һүҙҙәренә яҙылған «Был мөхәббәт донъяһы» ораторияһы, Рәүил Ниғмәтуллин шиғырҙарына тауыш һәм симфоник оркестр өсөн «Элегия», баритон, хор һәм симфоник оркестр өсөн Рәи ғарипов тәржемәһендә Ғүмәр Хәйәм робағиҙарына «Был көнгә шатлан» кантатаһы, шулай уҡ вокаль циклдар, романстар, йырҙар.
Композиторҙың фортепиано өсөн яҙылған вальстары, сюиталары, вариациялары, квартеттары, сонаталары, прелюдиялары һәм фугалары кеүек камера — инструменталь әҫәрҙәре киң билдәле.
Музыкаль сәнғәттең үҫешенә индергән оло ҡаҙаныштары өсөн композитор Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы Сәлмәнова «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән почетлы исемгә лайыҡ булды.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Сәлмәнова Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 декабрь 2021)