4 ғинуар
көнө
(4 января битенән йүнәлтелде)
4 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 4-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 361 көн ҡала (кәбисә йылында 362).
4 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
4 ғинуар Викимилектә |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Брайл азбукаһы көнө
- Гипноз көнө.
- Ньютон көнө.
- 1493: Христофор Колумбтың беренсе экспедицияһы Европанан Америкаға юллана.
- 1955: «Аксаковнефть» нефть-газ сығарыу идаралығы ойошторола.
- 2004: «Спирит» марсоходы Марсҡа төшә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Аксаков Григорий Сергеевич (1820—24.02.1891), Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре. 1865—1867 йылдарҙа Өфө губернаторы Өфө губерна музейын (хәҙерге Милли музей) асыуға һәм Өфөлә беренсе театр төҙөүгә булышлыҡ итеүсе. 1863 йылдың 14 майында раҫланған «Башҡорттар тураһында положение»ны төҙөүселәрҙең береһе. Тайный советник (1871). 2-се дәрәжә Изге Владимир (1886), Аҡ Бөркөт (1889), 1-се дәрәжә Изге Анна (1867), 1-се дәрәжә Изге Станислав (1864) ордендары кавалеры. Һамарҙың почётлы гражданы (1873). Яҙыусы Сергей Аксаковтың улы.
- Малов Сергей Ефимович (1880—6.09.1957), ғалим-төркиәтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1934—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Тел ғилеме институты Ленинград бүлексәһенең ғилми хеҙмәткәре. Тел ғилеме докторы (1935). СССР Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1939). Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1945). Волга буйы һәм Себер халыҡтарының фольклор әҫәрҙәрен, шул иҫәптән башҡорт телендәге йырҙар һәм әкиәттәр яҙып алыусы. Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ханов Ғәлимйән Ниғәмәтйән улы (1915—1.05.1985), ауыл хужалығы һәм дәүләт хеҙмәткәре. 1946—1950 йылдарҙа Мәсетле районында колхоз рәйесе, 1950—1952 йылдарҙа Абдулла ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин, Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы. 3-сө дәрәжә Дан ордены кавалеры (1944). Сығышы менән Абдулла ауылынан.
- Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы (1925—23.04.1999), уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының орудие һәм разведка отделениеһы командиры, сержант. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Дан орденының тулы кавалеры.
- Тереғолов Нәүғәт Ғиниәтулла улы (1930—6.03.2019), ғалим-инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1962—1997 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Күмертау авиация производство предприятиеһының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1976 йылдан — бүлек начальнигы, бер үк ваҡытта 1979—1989 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1977), доцент (1982). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985). Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Ҡарғалытамаҡ ауылынан.
- Юлдашев Зөлфәр Мырҙабулат улы (1930—24.01.2017), малсылыҡ алдынғыһы, 1947—1990 йылдарҙа Бөрйән районы «Ҡыҙыл таң» колхозында мал ҡараусы, көтөүсе һәм ферма мөдире. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты (1962—1966). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почёт Билдәһе» (1973) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2015).
- Муравьев Виктор Васильевич (1940), хеҙмәт ветераны, 1963—2001 йылдарҙа хәҙерге «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы.
- Лоҡманова Клара Абдулла ҡыҙы (1945), ғалим-микробиолог, фармаколог. 1969—2009 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһы хеҙмәткәре, 2009 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1986), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылынан.
- Кувайцев Олег Григорьевич (1950), СССР һәм Рәсәй музыканты, продюсер. Санкт-Петербург джаз музыкаһы филармонияһы артисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2006). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Төхбәтуллин Фәрит Ғариф улы (1950), ғалим-инженер механик. Техник фәндәр докторы (1998). Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1994), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1978). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Мерәсем ауылынан.
- Маннапова Рәмзиә Тимерғәле ҡыҙы (1955), ғалим-ветеринар врач. 1978 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001 йылдан — паразитология, микробиология һәм вирусология кафедраһы мөдире; 2008 йылдан Рәсәй аграр университеты — К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2014).
- Сафин Йәүҙәт Рәшит улы (1960), хужалыҡ эшмәкәре. Әлшәй районының «Агро МТС» йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы (1960), театр һәм кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1983 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, бер үк ваҡытта 1987—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1992) артисы.
- Кузнецов Игорь Васильевич (1965), ғалим-электрон техника инженеры. 1999 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Абдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙы (1975), ғалим-тел белгесе, 2019 йылдан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы. Профессор (2016), филология фәндәре докторы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Маҡар ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бәхтейәров Рауил Ҡотдос улы (1926—30.03.2001), төҙөлөш алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1988 йылдарҙа «Нефтепроводмонтаж» тресының 74-се төҙөлөш-монтаж идаралығы слесарь–монтажсыһы, бригадиры. Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1980).
- Нәбиуллин Тәлғәт Насый улы (1936), иҡтисадсы, статистик. Башҡортостан статистика идаралығы начальнигы урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1989).
тулы исемлек
- Баһманов Әҙип Фәтхелбаян улы (1941), партия органдары һәм хеҙмәт ветераны, хужалыҡ эшмәкәре, инженер-технолог. 1978—1989 йылдарҙа заводтың партком секретары, КПСС-тың Өфө ҡалаһы Орджоникидзе район комитетының икенсе һәм беренсе секретары; 1989—1998 йылдарҙа «Өфөоргсинтез» берекмәһенең, 1998—2002 йылдарҙа — «Башнефтехимторг» берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1996), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтехимигы (1996), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984). Орджоникидзе районының почётлы гражданы (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Имай-Утар ауылынан.
- Дёмина Татьяна Ғәле ҡыҙы (1941), ғалим-селекционер. 1970 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, 1976 йылдан — өлкән, 2006 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1970). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мортазин Хәйрулла Хәбибулла улы (1941—15.11.2016), ғалим-математик, 1965 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—2013 йылдарҙа математик анализ кафедраһы мөдире. Физика‑математика фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011).
- Садиҡов Валерий Әхмәт улы (1941), ғалим-инженер. Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты, профессор. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре һәм почётлы нефтехимигы.
- Бикмурзин Павел Исадыкович (1951—28.05.2020), ғалим-философ, йәмәғәт эшмәкәре. 1975 йылдан Мәскәү технология институтының Өфө филиалы һәм Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты (2015 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институты) уҡытыусыһы. 1999 йылдан Мари Иле Республикаһының Башҡортостандағы тулы хоҡуҡлы вәкиле, 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы марийҙарының «Эрвел Марий» төбәк милли-мәҙәни автономияһы рәйесе. Философия фәндәре кандидаты (1983), доцент. Мари Иле Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Иҫке Аҡбулат ауылынан.
- Донгузов Александр Анатольевич (1951), артист. 1977 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013).
- Ғәйнанов Дамир Әхнәф улы (1956), ғалим-иҡтисадсы. 1978 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән иҡтисад һәм производствоға идара итеү, иҡтисади һәм социаль системаларҙа идара итеү кафедралары мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2000), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2002) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2016).
- Егорышев Сергей Васильевич (1956), ғалим-социолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, 1988 йылдан Өфө юридик институтының социаль-гуманитар дисциплиналар кафедраһы начальнигы, 2000 йылдан — начальник урынбаҫары; 2002 йылдан — Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының ғилми эштәр һәм практика буйынса проректоры. Рәсәй Федерацияһы Хәрби фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Социология фәндәре академияһы ағзаһы, социология фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1983). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Минасов Булат Шамил улы (1956), ғалим-травматолог-ортопед, йәмәғәтсе. 1983 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1997 йылдан Дипломдан һуң белем биреү инстиутының травматология, ортопедия һәм өҫтәмә медицина белеме биреү курстары булған хәрби-ялан хирургияһы кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 2008 йылдан ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы табибы. 2003 йылдан Башҡортостан Республикаһы травматологтары, ортопедтары һәм протезсылары ассоциацияһы президенты. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Михаил Львов (төп исеме Ғәбитов Рәфҡәт Дәүләтша улы, 1917—25.01.1988), Башҡортостанда тыуған рус совет шағиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Ежов Николай Герасимович (1922—1.03.1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
тулы исемлек
- Йосопов Нәзип Ҡарам улы (1937—2015), педагог. Ҡариҙел районы Байҡыбаш урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы һәм директоры. Рәсәйҙең һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Вәхитов Риф Имаметдин улы (1947), муниципаль хеҙмәт ветераны. Мәләүез районы хакимиәте башлығының элекке урынбаҫары, 1997—2015 йылдарҙа Мәләүездәге «Водоканал» йәмғиәтенең генераль директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Мәләүез ҡалаһы һәм Мәләүез районының почётлы гражданы.
- Сафин Флүр Йәғәфәр улы (1947), хеҙмәт ветераны, агроном. 1974—2011 йылдарҙа Нуриман районы агрохимия хеҙмәте агрономы, етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Бәҙәмшин Фәнүз Дәүләтйән улы (1952), ауыл хужалығы, муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1988—1990 йылдарҙа Нуриман район Советы башҡарма комитеты һәм халыҡ депутаттарының район Советы рәйесе; 1992 йылдан Нуриман район хакимиәте башлығы; 1999—2013 йылдарҙа Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең идарасы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Пенсия фондының почётлы хеҙмәткәре. Нуриман районының почётлы гражданы (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Ҡарасим ауылынан.
- Ғәниев Миҙхәт Рәфҡәт улы (1952), хеҙмәт ветераны. Мәсетле районы төҙөлөш ойомаһының элекке мастеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1995). Сығышы менән ошо райондың Тайыш ауылынан.
- Гәрәев Миҙхәт Әсләх улы (1952), хеҙмәт ветераны. 1976 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Иҫке Уртай ауылынан.
- Нәбиев Рауил Зәйнулла улы (1952), алдынғы нефтсе. 1976—1999 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы һәм мастеры. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Үрге Әлкәш ауылынан.
- Сәғитов Ришат Рәфҡәт улы (1952), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-хирург. 2006 йылдан Салауат ҡалаһының «Медсервис» йәмғиәте хирургы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Йомаҡ ауылынан.
- Нәғимуллин Рафиҡ Сәғиҙулла улы (1957), нефть сәнәғәте ветераны. 1980 йылдан «Башнефть» берекмәһе предприятиеларының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2002 йылдан Өфө, 2011 йылдан Нефтекама быраулау эштәре идаралыҡтарының баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Ҡарабаш ауылынан.
- Әхтәмов Азат Зиннәт улы (1957), муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте ветераны, йәмәғәтсе. 2015—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Мансуров Рәзиф Рәшит улы (1962), хеҙмәт алдынғыһы. 1985 йылдан «Татнефть» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Яңы Кәңгеш ауылынан.
- Москвин Кирилл Леонидович (1972), спортсы. 1994—2002 йылдарҙа кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең йыйылма команда ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Зәйни Иғдәүләтов (1913—13.06.1982), театр артисы. 1936—1974 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1970). «Почёт Билдәһе» ордены (1955) кавалеры.
- Нагаев Мөғин Кәрим улы (1918—10.12.2020), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы гвардия подполковнигы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яуиры. Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Александр Невский, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры һәм Башҡортостан Республикаһы Генерал Шайморатов орденының беренсе кавалеры.
тулы исемлек
- Пастушенко Валерий Михайлович (1928—23.06.2003), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1968—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары — Дәүләт план комитеты рәйесе. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1968), профессор (1988). Башҡорт АССР-ының 7—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән Украина ССР-ының Амвросиевка ҡасабаһынан.
- Шәрәфиев Камил Абзал улы (1928—07.11.2009), ауыл хужалығы, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре, ауыл хәбәрсеһе, йәмәғәтсе. 1953 йылдан ВЛКСМ-дың Йәрмәкәй район комитетының иҫәп секторы мөдире, КПСС район комитеты инструкторы; 1960—1988 йылдарҙа «Мир» и «Байраҡ» колхоздарының партком секретары. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Райондың почётлы гражданы (2009). Сығышы менән Уҫман-Ташлы ауылынан.
- Әхмәтшин Исрафил Әхмәтзат улы (1933), малсы. 1957—1995 йылдарҙа Баймаҡ районы хәҙерге «Ирәндек» тоҡомсолоҡ предприятиеһы эшсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры, коммунистик хеҙмәт ударнигы( 1975). Сығышы менән ошо райондың Түбә ауылынан.
- Дәүләтов Шәйхинур Рамаҙан улы (1938), агроном, йәмәғәтсе. 1974 йылдан Краснокама районы «Красный партизан» колхозы, арабан «Колос» хужалығы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Зиннәтуллин Әнис Ниғмәтулла улы (1938—12.09.2018), агроном. 1963 йылдан Дүртөйлө районы Ленин исемендәге колхоздың, 1972 йылдан — район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы, 1997—1998 йылдарҙа — начальнигы. Рәсәйҙең атҡаҙанған агрономы (1997), Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Бишҡурай ауылынан.
- Карюков Фәһим Сайран улы (1948—18.05.2015), спортсы-хоккейсы, тренер. 1969—1973 һәм 1975—1980) йылдарҙа «Салауат Юлаев» командаһы уйынсыһы, 1980 йылдан Салауат Юлаев исемендәге балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2004), СССР-ҙың спорт мастеры (1976), Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994) һәм иң яҡшы тренеры (2007). Башҡорт АССР-ы] Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1978).
- Ямалетдинов Фидус Әғләм улы (1953), төҙөүсе, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2000—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-Министр урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Дуҫлыҡ, Салауат Юлаев һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры.
- Мәжитова Фәһимә Миҙхәт ҡыҙы (1958), журналист, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы радиотапшырыуҙар студияһы «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының өлкән мөһәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2019).
- Хәйритдинов Ғәли Ғәләүетдин улы (1958), комсомол, партия, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1998—2001 йылдарҙа һәм 2003 йылдан Мәләүез район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, 2009 йылдан — Салауат район хакимиәте башлығы, 2016 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005).
- Шумячер Альбина Раил ҡыҙы (1958), театр хеҙмәткәре. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының ҡурсаҡ уйнатыусы артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Щетинина Светлана Исаевна (1958), педагог, режиссёр. Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ғәли Ибраһимов һәм Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты.
- Сабирхужин Рөстәм Вил улы (1978), спортсы, тренер. Хәҙерге бишбәйге буйынса 2017 йылдан Рәсәй ир-егеттәр йыйылма командаһының өлкән тренеры. 1998—2010 йылдарҙа Рәсәйҙең, 2011—2012 йылдарҙа Ҡаҙағстан йыйылма командалары ағзаһы. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2004, 2012). Күп тапҡырҙар донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы. Хәҙерге бишбәйге буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1998) һәм атҡаҙанған (2006) спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ризаитдин Фәхретдинов (1859—11.04.1936), мәғрифәтсе-яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле. 1908—1918 йылдарҙа «Шура» журналы мөхәррире, 1923—1936 йылдарҙа Эске Рәсәй һәм Себер Үҙәк диниә назараты мөфтөйө һәм рәйесе.
- Балезин Степан Афанасьевич (1904—23.01.1982), химик-ғалим. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1938—1980 йылдарҙа В. И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтының дөйөм һәм аналитик химия кафедраһы мөдире. Химия фәндәре докторы (1943), профессор. (1943). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964), СССР‑ҙың мәғариф (1970) һәм РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1957). Сығышы менән Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе Володинский утарынан.
тулы исемлек
- Әхмәҙуллин Кәшфулмәғән Әхмәҙулла улы (1904—7.12.1968), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец.
- Ленникова Татьяна Ивановна (1924—28.11.1993), театр һәм кино артисы. Мәскәүҙең М. Горький исемендәге художество театрының һәм А. П. Чехов исемендәге художество театрының элекке актёры. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1968). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Йылайыр ауылынан.
- Никишенков Михаил Кириллович (1929—16.01.2011), төҙөүсе. 1954 йылдан «Салаватстрой» тресы мастеры, өлкән прорабы, төҙөлөш идаралығы начальнигы, 1971—1989 йылдарҙа «Ишимбайжилстрой» тресы идарасыһы. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының (1999) һәм Салауат ҡалаһының (2000) почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Смоленск өлкәһенең Раково ауылынан.
- Баҡыев Рим Сәғит улы (1939), ауыл хужалығы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1994—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры, Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш (1999–2003) Дәүләт думаһы, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), «Почёт Билдәһе» (1976) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ике Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Благовещен районының почётлы гражданы (2020).
- Кирпиченко Борис Иванович (1939—2020), тау инженеры‑геофизик-ғалим. 1966 йылдан Октябрьский ҡалаһындағы Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институтының партия начальнигы, бүлек һәм лаборатория мөдире, 2003 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Техник фәндәр докторы (1994). Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1970). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1974). Сығышы менән Ставрополь крайы Кисловодск ҡалаһынан.
- Йосопов Рәфис Ғәбдрафиҡ улы (1944), педагог. 1972 йылдан ВЛКСМ-дың Күмертау ҡала комитетының икенсе һәм беренсе секретары, артабан ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты рәйесе, 1981—1999 йылдарҙа Күмертау районы район ҡулланыусылар йәмғиәте идараһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1992).
- Верзакова Ирина Викторовна (1959), рентгенолог-ғалим. 1984 йылдан Республика балалар клиник дауаханаһы, 1991 йылдан — ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1994 йылдан — бүлек мөдире, 2001 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире. Медицина фәндәре докторы (1999). Сығышы менән Будапешт ҡалаһынан.
- Миңнуллин Ким Мөғәллим улы (1959), әҙәбиәт белгесе, фольклорсы. 2006 йылдан Ҡазандағы Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты директоры. Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2008), филология фәндәре докторы (2002), профессор (2006). Татарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008). Роберт Миңнуллиндың ҡустыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Шәммәт ауылынан.
- Шәйхетдинов Рәмил Зәйни улы (1959), физик-ғалим. 2003 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2012 йылдан динамика һәм гетероген системалар лабораторияһы мөдире. Физика‑математика фәндәре докторы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Ташбулат ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1643: Исаак Ньютон, Англия физигы, математик, астроном, философ һәм теолог.
- 1848: Шварц Александр Николаевич, 1908—1910 йылдарҙа Рәсәй империяһының мәғариф министры.
- 1887: Эрвин Шрёдингер, Австрия физик-теоретигы. Физика буйынса Нобель премияһы лауреаты (1933).
- 1977: Әсфәндиәров Закир Лотфрахман улы, Советтар Союзы Геройы (1944)