Тереғолов Нәүғәт Ғиниәтулла улы
Тереғолов Нәүғәт Ғиниәтулла улы (4 ғинуар 1930 йыл — 6 март 2019 йыл) — инженер. Техник фәндәр кандидаты (1977). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985)[2].
Тереғолов Нәүғәт Ғиниәтулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 4 ғинуар 1930[1] |
Тыуған урыны | Ҡарғалытамаҡ ауылы, Ҡарғалы ауыл Советы, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 6 март 2019[1] (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Күмертау, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй[1] |
Һөнәр төрө | инженер, ғалим |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d][1] |
Биографияһы
үҙгәртергәТереғолов Нәүғәт Ғиниәтулла улы совет терапевт-табибы, ғалим-курортолог, юғары мәктәп ойоштороусыһы һәм уҡытыусыһы, педагог, медицина фәндәре докторы (1940), профессор Ғиниәтулла Ниғмәтулла улы Тереғоловтың улы. Ул 1930 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР‑ының Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы) Ҡарғалытамаҡ ауылында тыуған[2].
1953 йылда Өфө авиация институтын тамамлай. Шул йылда Амурҙағы Комсомольск ҡалаһында хеҙмәт юлын башлай. 1961—1962 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалыһының «Строймаш» заводында баш технолог урынбаҫары булып эшләй. 1962—1974 йылдарҙа Күмертау авиация производство предприятиеһында башта цех начальнигы, 1963 йылдан башлап бүлек начальнигы, 1965 йылдан инженер‑конструктор, 1966 йылдан баш технолог, 1967 йылдан баш инженер, 1970—1974 йылдарҙа төп конструктор булып эшләй. 1974—1976 йылдарҙа Октябрьский эксперименталь‑тәжрибә заводында баш инженер. 1976 йылдан алып яңынан Күмертау авиация производство предприятиеһында бүлек начальнигы, 1991 йылдан ғилми‑производство бүлексәһе начальнигы булып эшләй. Бер үк ваҡытта 1979—1989 йылдарҙа Өфө авиация университетында уҡыта.
2019 йылдың 6 мартында Күмертау ҡалаһында вафат була[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәТереғолов Нәүғәт Ғиниәтулла улының фәнни эшмәкәрлеге энергетика инструменттары ярҙамында материалдарҙы эшкәртеүҙең заманса технологияларын өйрәнеүгә һәм үҙләштереүгә арналған. Нәүғәт Ғиниәтулла улы етәкселегендә лазер нурланышы, электр тогының ҡеүәтле импульстары, плазма ағымдары, электр дуғаһы, электрон һәм ион шәлкемдәре менән материалдарҙы эшкәртеү ҡоролмалары һәм технологиялары индерелә; десант техникаһын, шул иҫәптән Ка‑26 вертолётын сериялы етештереү ойошторола. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергәБАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981)
СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985)
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Тереғолов Нәүғәт Ғиниәтулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Тереғолов Нәүғәт Ғиниәтулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Кунафин Марат Саубанович 2021 йыл 15 август архивланған.