Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты

СССР-ҙа һәм Рәсәй Федерацияһында рәсми мосолман ойошмаһы
(Рәсәй Үҙәк диниә назараты битенән йүнәлтелде)

Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты (СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты) — СССР-ҙа һәм Рәсәй Федерацияһында рәсми мосолман ойошмаһы. Юғары органы – шура; етәксеһе булып шура рәйесе тора. Өфө ҡалаһында урынлашҡан.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты
Флаг
Нигеҙләү датаһы 1788
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы ЦДУМ
Ойошма етәксеһенең вазифаһы Верховный муфтий[d]
Етәксе Тажетдинов Тәлғәт Сафа улы
Дәүләт  Рәсәй
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Өфө, Рәсәй
Алыштырған Ырымбур Диниә назараты һәм Диния назараты[d]
Зона обслуживания Рәсәй
Мәзһәб Хәнәфи мәҙһәб
Рәсми сайт cdum.ru

Тарихы үҙгәртергә

1788 йылда Ырымбур мосолман Диниә назараты булараҡ асыла. 1917 йылдан Эске Рәсәй һәм Себер Мосолман Үҙәк Диниә назараты тип үҙгәртелә.

1948 йылдан СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назараты тип атала.

1936—1950 йылдарҙа Диниә назаратының рәйесе булып Ғабдрахман Рәсүлев тора.

1980 йылдан алып ойошманы Тәлғәт Тажетдин етәкләп килә. 1992 ноябрендә мосолмандарҙың VI-сы ғәҙәттән тыш шураһында ДУМЕС-тың исеме «Рәсәй һәм БДБ-ның Европа илдәре Мосолман Үҙәк Диниә назараты» атамаһына үҙгәртелде; Тәлғәт Тажетдин Рәсәйҙең баш мөфтөйө тип танылды. Ул ваҡытта төбәктәрҙә әүҙем булған эре дин үҙәктәре (мөхтәсибәттәр) мосолман дини идаралыҡ ойошмаларына әүерелде; бынан һуң барлыҡҡа килгән яңы дини үҙәктәр ошо ойошмалар составына инде. Хәҙерге ваҡытта Дини идаралыҡҡа 26 урындағы мөфтиәт ҡарай.

1992 йылдың авгусында Яр Саллыла мәсет асылыу тантанаһында ислам рәсмиләре араһында ғауға ҡупты; бының һөҙөмтәһендә Дини идаралыҡтан Башҡортостан һәм Татарстан мосолман дини идаралыҡтары (ярашлы рәүештә Нурмөхәммәт Ниғмәтуллин һәм Ғабдулла Ғәлиүллин етәкселегендә) бүленеп сыҡты.

2000 йылдан Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты тип атала башлай.

Мөфтөйҙәре үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә