Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрыБашҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ойошторолған милли ҡурсаҡ театрҙарының береһе. Театр 1932 йылда эш башлаған.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры
Г.Уфа Кукольный театр - panoramio.jpg
Эшләй башлаған

1932

Ссылки

bgtk-ufa.ru

Театрҙың репертуарын «Ҡамыр батыр» (И. Раулев), «Ҡара тауыҡ» (И. Погорельский), «Һарынуш» (И. Байбурин) һымаҡ балалар өсөн спектаклдәр тәшкил итә. Бынан тыш, театр өлкәндәр өсөн дә тамашалар ҡуя: «Аҡ пароход» (С. Айытматов), «Ҡара йөҙҙәр» (М. Ғафури), «Ташлама утты, Прометей!» (М. Кәрим) һ.б.

Ырымбур, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларында халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. Сираттағы ошондай сара — 2015 йылдың 1 — 18 февралендә Һиндостандың баш ҡалаһы Делиҙа үткән XXVIII «Суражкунд Мела» халыҡ кәсептәре һәм фольклоры халыҡ-ара фестивале. Тамашасыларға театр «Урал батыр», «Һинд легендаһы» һәм «Панчатантра» спектаклдәренән өҙөктәр тәҡдим итте.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Германия, Польша, Швеция, Швейцарияла һәм Һиндостанда гастролдәрҙә булды.

1976 йылда театр яңы бинаға күсә. 1988 йылда «Һинд легендаһы» спектакле өсөн театр Джавахарлал Неру исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ була.

"Һинд легендаһы" спектакленән күренеш. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә