Республика балалар клиник дауаханаһы


Республика балалар клиник дауаханаһы — дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы.

Республика балалар клиник дауаханаһы

Республика балалар дауаханаһы
Урынлашыуы

Өфө Өфө

Буйһона

Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Форма

клиник дауахана

Профиль

стационар һәм амбулаторно-поликлиник ярҙам

Нигеҙләнеү датаһы

1972

Баш врач

Әхмәтшин Рөстәм Зәки улы

Характеристикалар
Бүлектәр

13 (кафедра)

Хеҙмәткәрҙәр

225

Дауаланыусы
халыҡ

4 млн тирәһе

Координаттары
Адресы

450045, Өфө,Степан Кувыкин урамы, 98, Рихарда Зорге урамы, 58

rpnrb@02.rospotrebnadzor.ru

1972 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә асыла. Дауахана заманса үҫешкән, һәм бик бай матди-техник база булдырылған. Дауалау учреждениеһының баш табибы медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Әхмәтшин Рөстәм Зәки улы.

Болницала хәҙерге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетының 13 кафедраһы уңышлы эшләй. 45 медицина фәндәре кандидаты, һигеҙ медицина фәндәре докторы дауалау учреждениеһының ғилми потенциалын тәшкил итә. Коллективта эшләүсе 31 табип — «Башҡортостандың атҡаҙанған табибы», бер табип — «Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы», ике тиҫтәнән ашыу шәфҡәт туташы «Башҡортостандың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре» тигән мәртәбәле исемдәрҙе йөрөтә.


Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Бер сменала 500-ҙән ашыу баланы ҡабул иткән консультатив поликлиниканы, 19 дауалау-диагностикалау хеҙмәтен, 785 урынға иҫәпләнгән 25 клиник бүлекте, көндөҙгө стационар бүлекте, 60 урынлыҡ телмәр һәм ишетеү һәләте насар булған балаларға ярҙам күрһәтеү үҙәген берләштерә. Йыл һайын стационар бүлектә республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан 25 меңдән ашыу балаға — консультатив ярҙам, көндөҙгө стационар бүлектә 500-ҙән ашыу балаға медицина ярҙамы күрһәтелә. Әйтергә кәрәк: был дауалау учреждениеһында ауырыуҙарҙы 113 төр йүнәлеш буйынса ҡабул итәләр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә