Күмертау авиация етештереү предприятиеһы

Күмертау авиация етештереү предприятиеһыСССР һәм Рәсәй авиация предприятиеһы, Башҡортостан Республикаһының Күмертау ҡалаһында урынлашҡан. Завод «Ка-226», «Ка-27», «Ка-31» вертолеттары эшләп сығара.

Күмертау авиация етештереү предприятиеһы
Нигеҙләү датаһы 1962
Логотип
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы Асыҡ акционерҙар йәмғиәте[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Күмертау, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Рәсми сайт russianhelicopters.aero/…
 
Ка-26 вертолёты почта маркаһында

1962 йыл төҙәтеү-механика заводы базаһында авиация заводы нигеҙләнә. 1968 йыл завод тәүге «Ка-26» вертолёттарын сығара. 1972 йыл предприятие яңы исем ала, ул — Кумертау вертолет заводы тип атала башлай; 1977 йылдан Күмертау авиация етештереү берекмәһе составында баш предприятие[1].

  • 1973—1989 БПЛА күпләп етештереү.
  • 1974—1978 М-17 самолёты «Геофизика» етештереү.
  • 1974—1980 завод Ту-154 самолеты өсөн ҡанатының берөлөшөн сығара.
  • 1982—1985 завод «Буран» МТКК төҙөү программаһында ҡатнаша.
  • 1992 — предприятие «Күмертау авиация етештереү берекмәһе» итеп үҙгәртеп ҡорола.
  • 1994 — Заводта Ил-112 самолёты етештереү планлаштырыла, әммә ул үтәлмәй.
  • 2006 — Заводта 1286 млн һумлык продукция етештерелә.
  • 2008 — Милек формаһы ФДУП булған «КумАПП» «асыҡ акционерҙар йәмғиәте»нә үҙгәртелә. 2301 млн һумлыҡ тауар етештерелә. (15 вертолёт).

Етештергән продукцияһы

үҙгәртергә

Һуңғы йылдарҙа предприятие түбәндәге төр вертолеттар эшләп сығара:

  • Ка-27 ПС (эҙләү-ҡотҡарыу);
  • Ка-28, Ка-29 (хәрби транспорт);
  • Ка-31 (радиолокацион);
  • Ка-32А (урта синыфтағы күп маҡсатлы);
  • Ка-32А11ВС (күп маҡсатлы);
  • Ка-226 (еңел, күп маҡсатлы).

Бөгөнгө хәле

үҙгәртергә

2015 йылға предприятиеның бурыстары яҡынса 14-15 миллиард һум тәшкил итә. Бынан сығып, Ҡазан вертолет заводы менән Күмертауҙың бергә эшләү варианты тәҡдим ителде, уның акциялары Ҡазан вертолет заводы идаралығына тапшырыла. КумАПП-тың юридик берәмек һәм технологик майҙансыҡ булараҡ үҙаллылығын һаҡлап ҡаласағы тураһында килешелгән. Бында сығарылған «Камов» вертолеттары популяр һаналмай, уларҙы ҡулланыу даирәһе сикле: улар тик янғындарға һәм төрлө стихиялы бәлә-ҡазаларға ҡаршы сараларҙа файҙаланыла. Бөгөнгә был вертолеттарҙы һатып алыусылар күп түгел[2].

Билдәле хеҙмәткәрҙәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә