Хәйретдинов Ғәлей Ғәләүетдин улы
Хәйретдинов Ғәлей Ғәләүетдин улы (4 ғинуар 1958 йыл) — комсомол, партия, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәкәре. 2009—2017 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005).
Хәйретдинов Ғәлей Ғәләүетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 4 ғинуар 1958 (66 йәш) |
Тыуған урыны |
Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Юлбаш, Ялсы ауыл Советы (Күгәрсен районы), Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҒәлей Ғәләүетдин улы Хәйретдинов 1958 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Юлбаш ауылында тыуған.
1976—1978 йылдар — Совет Армияһында хеҙмәт итә.
1983 йылда Мәскәү технология институтының еңел сәнәғәт машиналары һәм аппараттары факультетын тамамлаған.
1983—1984 йылдар — Мәләүез районы «Арыҫлан» совхозының спорт буйынса методисы.
1984—1985 йылдар — «Арыҫлан» совхозының комсомол ойошмаһы комитеты секретары.
1985—1986 йылдар— Мәләүез районы «Ленинское знамя» колхозының саңғы базаһы директоры.
1986 йыл — Первомайский урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, «Арыҫлан» совхозының ВЛКСМ комитеты секретары.
1986—1988 йылдарҙа — «Арыҫлан» совхозының хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженеры.
1988—1990 йылдар КПСС-тың Мәләүез ҡала комитеты инструкторы.
1990—1992 йылдар — Мәләүез ҡалаһының Халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү һөнәри училищеһының баш инженеры.
1992—1998 йылдар — Мәләүез ҡалаһының «Весна» ПТОП директоры.
1998—2001 йылдар — Мәләүез ҡала Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.
2001—2003 йылдар — «Весна» ЯСЙ-е директоры.
2003—2009 йылдар — Мәләүез ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.
2009—2017 йылдар Башҡортостан Республикаһының Салауат муниципаль районы хакимиәте башлығы.
2018 йылдан Башҡортостан Республикаһының Милли архивы Дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Башҡортостан Республикаһының хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре» (2005).
- Башҡортостан Республикаһы Президентының Почёт грамотаһы