Совет-фин һуғыштары

19181944 йылдар осоронда РСФСР (һуңынан — СССР) һәм Финляндия араһында дүрт ҡораллы бёрелеш булыуы билдәле:

  • Беренсе совет-фин һуғышы (1918—1920) — аҡ фин ғәскәрҙәре һәм РККА частары араһында Совет рәсәйе территорияһындағы 1918 йылдың мартынан 1920 йылдың октябренә тиклем барған хәрби ғәмәлдәр. Башта рәсми рәүештә алып барылмай. 1918 йылдың мартынан инде, Финляндиялағы Граждандар һуғышы барышында аҡ финдар ғәскәрҙәре, дошманды фин «ҡыҙылдарын») эҙәрлекләп, Рәсәй-Финляндия сиген үтеп, ҡайһы бер урындарҙа Көнсығыш Карелияға килеп сығалар. Рәсми рәүештә РФСР менән һуғышты Финляндия демократик хөкүмәте 1918 йылдың 15 майында, Финляндия Социалистик Эшсе Республикаһы ҡыйратылғандан һуң, иғлан итә[1] . Беренсе совет-фин һуғышы Рәсәйҙәге Граждандар һуғышының Рәсәй төньяғындағы сит ил интервенцияһының бер өлөшө булып тора. 1920 йылдың 14 октябрендә РСФСР һәм Финляндия араһында Тарту солох килешеүенә ҡул ҡуйыу менән тамамлана.
Совет-фин һуғыштары
Башланыу датаһы 1917
Тамамланыу датаһы 1944
Ҡатнашыусылар Финляндия һаҡсы корпусы[d], Германия империяһы, Ҡыҙыл гвардия[d], РСФСР, Финляндия, Өсөнсө рейх һәм СССР
  • Икенсе совет-фин һуғышы (1921—1922)
    • 1921 йылдың 6 ноябрендә фин ирекле соединениелары РФСР территорияһына (Карелияға) бәреп ингәндән һуң башлана. Һуғыш иғлан ителмәй.
    • 1922 йылдың 21 мартында Мәскәүҙә РСФСР һәм Финляндия хөкүмәттәре араһында совет-фин сик буйҙарының тейелгеһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар ҡабул итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң тамамлана.
  • Совет-фин һуғышы (1939—1940)
    • 1939 йылдың 30 ноябрендә совет ғәскәрҙәренең Финляндияға баҫып ингәндән һуң башлана.
    • 1940 йылдың 13 мартында алдағы көндө Финляндия һәм СССР араһында Мәскәү солох килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң тамамлана.
  • Совет-фин һуғышы (1941—1944) — Бөйөк Ватан һуғышы сиктәрендә Карелияла фин һәм совет ғәскәрҙәре араһында хәрби ғәмәлдәр
    • 1941 йылдың 22 июнендә фин ғәскәрҙәре Аланд милитаризацияланмаған зонаһы утрауҙарын баҫып алғандан һуң башлана.
    • Ысынбарлыҡта — 1944 йылдың 19 сентябрендә — ваҡытлыса тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса килешеү төҙөлгәндән һуң, формаль рәүештә — 1947 йылғы Париж солох килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң тамамлана.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә