Лоҡманова Клара Абдулла ҡыҙы
Лоҡманова Клара Абдулла ҡыҙы (4 ғинуар 1945 йыл) — ғалим—микробиолог, фармаколог. Медицина фәндәре докторы (2000). БАССР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1986), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980)[2].
Лоҡманова Клара Абдулла ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 4 ғинуар 1945 (79 йәш) |
Тыуған урыны | Ермолаевка, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | фармаколог, микробиолог |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәКлара Абдулла ҡыҙы Лоҡманова 1945 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан АССР-ының Мәләүез районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы) Ермолаевка ауылында тыуған.
1963 йылда урта мәктәпте тик «бишле» билдәләренә генә тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә, 1969 йылда уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. И. И. Мечников исемендәге вакциналар һәм сывороткалар Өфө ғилми-тикшеренеү институтына эшкә юллама ала. 1974 йылда Мәскәү ғилми-тикшеренеү институтында маҡсатлы аспирантураны тамамлай һәм «Вирусология» темаһына диссертация яҡлай[3]. «Иммунопрепарат» предприятиеһында бүлек начальнигы, 1983 йылда — баш технолог, 1987 йылда — бүлек начальнигы — сифат буйынса директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1995 йылдла башлап өлкән хеҙмәткәр, 1996 йылда — төп ғилми хеҙмәткәр, 2001—05 йылдарҙа һәм 2007 йылдан алып баш ғилми хеҙмәтәкәр; 2009 йылдан башлап БДМУ‑ла эшләй[2]. 2000 йылда «медицина фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Фармакология» темаһына диссертация яҡлай[3].
Фәнни эшмәкәрлеге паротит вирусын культивациялау ысулдарын камиллаштырыуға, урынлы иммунобиологик препараттар һәм фитопрепараттар өсөн дарыу формаларын эшләп сығарыуға арналған. Лоҡманова ҡатнашлығында яраларҙы уңалтыусы (сәсеү люцернаһы һәм Bacillus subtilis бактериялары нигеҙендә) һәм вирустарға ҡаршы тәьҫир итеүсе (кешенең лейкоцитар интерфероны) дарыуҙар эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә. Төп фәнни журналдарҙа баҫылып сыҡҡан 125 фәнни хеҙмәт, 30 мәҡәлә һәм 13 уйлап табыу авторы[3].
Лоҡманова Клара Абдулла ҡыҙы етәкселеге аҫтында медицина фәндәре кандидатлығына 5 диссертация әҙерләнә һәм яҡлана, дарыу препараттарының заманса дарыу формаларын булдырыу буйын тикшеренеүҙәр үткәрелә[3].
«Педиатрия» һәм «Фармация» (ситтән тороп уҡыу һәм көндөҙгө бүлектә) һөнәре буйынса уҡыған студенттарға фармакология буйынса лекциялар уҡый, практик дәрестәр үткәрә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ 2,0 2,1 Лоҡманова Клара Абдулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Лукманова Клара Абдулловна 2021 йыл 11 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Лоҡманова Клара Абдулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2023)
- Лукманова Клара Абдулловна 2021 йыл 11 октябрь архивланған.