Әхтәмов Азат Зиннәт улы

Әхтәмов Азат Зиннәт улы (рус. Ахтямов Азат Зиннатович; 4 ғинуар 1957 йыл) — хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, йәмәғәтсе. 2015 йылдан Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт.

Әхтәмов Азат Зиннәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 ғинуар 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Асҡар, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Көньяҡ Урал аграр университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Азат Зиннәт улы Әхтәмов 1957 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған.

1979 йылда Силәбе ауыл хужалығын механизациялау и электрләштереү институтын тамамлаған.[1][2]

Хеҙмәт юлын 1979 йылда Әбйәлил районының "Йәнгел" совхозында ремонт оҫтаханаһының инженер-контролеры булып башлаған. Артабан Әбйәлил район Советының ауыл хужалығы идаралығында баш инженер, "Йәнгел" совхозында баш инженер булып эшләй.

1986 - 1987 йылдарҙа Әбйәлил партия райокмының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек бүлеге мөдире була.

1987 - 1992 йылдарҙа "Амангилде" совхозы етәксеһе итеп тәғәйенләнә.

1992 йылдан Әбйәлил районы хакимиәте башлығының урынбаҫары [3].

2011 йылдан - «Агро» ЯСЙ-һының директор урынбаҫары булып эшләй.

2013 йылдан - Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы хакимиәтендә төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары

2015 йылдан - Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары вазифаһын башҡара[4].

Ғаиләһе үҙгәртергә

Өйләнгән, ҡатыны менән бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» почётлы исеме, Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтай - Дәүләт йыйылышы почёт грамотаһы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Министерство лесного хозяйства РБ 2021 йыл 24 июль архивланған.
  2. Ахметов Азат Зиннатович//Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 ISBN 5-8258-0204-5
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 24
  4. Ахтямов Азат Зиннатович 2021 йыл 24 июль архивланған.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 21.

Һылтанмалар үҙгәртергә