Бөрө өйәҙе1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола.

Бөрө өйәҙе
Өйәҙ үҙәге гербы Губерна гербы
Герб уездного центра
Герб уездного центра
Герб губернии
Герб губернии
Губерна Өфө губернаһы
Үҙәге Бөрө
Барлыҡҡа килгән 1782
Бөтөрөлгән 1922
Майҙаны 22 927 км² (1897)
Халҡы 497 696[1] кеш. (1897)

Административ уҙәге — Бөрө ҡалаһы.

Өйәҙгә Өфө провинцияһының төньяҡ өлөшө инә. 1796 йылда алып Ырымбур губернаһы, 1865 йылдаң — Өфө губернаһы составында. Административ уҙәге — Бөрө ҡалаһы. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, өйәҙҙә 10‑сы башҡорт һәм 4‑се мишәр кантондары ойошторола. 1800 йылда өйәҙҙә 496 тораҡ пункты була, XIX быуат аҙағында — 1784. 1865 йылда өйәҙ 5 станға бүленә. 1873 йылдаң улустар һаны — 45 (Алпауыт, Анастасьевка, Андреевка, Асҡын, Баҙан, Байғужа, Байҡыбаш, Байҡы, Байсар, Борай, Ваныш‑Алпауыт, Илеш, Исмаил, Иҫке Балтас, Иҫке Петров, Йәлдәк, Касёво, Кейебәк, Күтәрем, Ҡайынлыҡ, Ҡалмыҡ, Ҡарыш, Ҡубыяҙ, Ҡыҙылъяр, Мишкә, Мәскәү, Николаевка, Никольск, Павловка, Покровка, Пономарёвка, Сарсы, Сөрауыл, Сурай, Токнин, Уҫы‑Степановка, Үрге Ҡарыш, Үрге Тәтешле, Әмәкәй, Әсән, Ямаш, Яңы Ҡайынлыҡ, Яңы Ҡалмыҡ, Яңы Ҡырғы, Яңы Троицкий), 1922 йылдан — 43 улус. Өйәҙ 1922 йылда бөтөрөлә, уның территорияһы Бөрө кантоны составына инә.

География

үҙгәртергә

XVIII быуат аҙағында төньяҡта Красноуфимск өйәҙе һәм Пермь өйәҙе, көнсығышта Өфө өйәҙе, көньяҡта Бәләбәй өйәҙе, көнбайышта Алабуға өйәҙе, Минзәлә өйәҙе һәм Сарапул өйәҙе менән сиктәш була. Майҙаны — 22927 км² (1897).

XVIII быуат аҙағында — 82016 кеше (шул иҫәптән башҡорттар 20707), 1897 йылда — 497696 (башҡорттар — 262264, мариҙар — 66341, мишәрҙәр — 2069, татарҙар — 2339, удмурттар — 21216, урыҫтар — 141300 һәм башҡа), 1920 йылда — 625,5 мең кеше. XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 486530 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 8104, дворяндар — 1084 һәм башҡа; мосолмандар — 258480, православие динендәгеләр — 155212 (шул иҫәптән 2406 старообрядсы) һәм башҡа. XIX быуат аҙағында ҡарай 200 мең дисәтинәнән ашыу башҡорттарҙың аҫаба ере һатыла.

Бөрө өйәҙе төньяҡ өлөшө халҡы башлыса урман кәсептәре, үҙәк һәм көньяҡ өлөшө игенселек, малсылыҡ һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнә. XX быуат башында ауыл хужалығы халыҡтың 84%‑ы мәшғүл була. 1904 йылда һөрөнтө ерҙәр майҙаны (мең дисәтинә) 416,4 тәшкил итә, шул иҫәптән арыш сәсеүлеге — 193,4, һоло — 106,2, ҡарабойҙай — 46,7, тары — 22,9, борай — 16,8, бойҙай — 8,7, борсаҡ — 9,5, картуф — 5; һыйыр малы һаны — 45415 баш, йылҡы — 37133, һарыҡ — 85351, кәзә — 7743, сусҡа — 8255. XIX быуат аҙағында 2 арҡан ишеү, 6 дегет ҡайнатыу, 18 кирбес һуғыу һәм 13 поташ заводы эшләй. Бөрөлә, Абдулла, айбүләк, Андреевка, Борай, Дүртөйлө, истәк, Йәркәй, Касев, Можар, Мәскәү, Николо‑Берёзовка, Уҫы‑Степановка, Һәйтәк, Яңы Троицкий ауылдар йәрминкәләр үткәрелә. 1858 йылда Ағиҙел йылғала пароход бәйләнеше асыла. 1865 йылда 312 мәсет, 26 сиркәү һәм 31 часовня иҫәпләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Т.5. Бирский уезд. Уфа, 1900;
  • Уфимская губерния. Тетр. 1, 2. СПб., 1901—1904.
  • Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т.45.