Юлдашев Зөлфәр Мырҙабулат улы
Юлдашев Зөлфәр Мырҙабулат улы (4 ғинуар 1930 йыл — 24 ғинуар 2017 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы, тыл һәм хеҙмәт ветераны. 1947—1990 йылдарҙа Бөрйән районы «Ҡыҙыл таң» колхозында мал ҡараусы, көтөүсе һәм ферма мөдире. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты (1962—1966). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почёт Билдәһе» (1973) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2015).
Юлдашев Зөлфәр Мырҙабулат улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
БАССР, Бөрйән районы, Иҫке Монасип ауылы |
Гражданлығы |
Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы |
Эшмәкәрлеге |
малсы |
Наградалары һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергәЮлдашев Зөлфәр Мырҙабулат улы 1930 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында тыуған. 1938 йылда мәктәпкә уҡырға бара. Иртә етем ҡала, 1942—1946 йылдарҙа Байназар ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнә. 1946—1947 йылдарҙа Белорет ҡалаһындағы 1-се һөнәрселек училищеһында «слесарь-ремонтлаусы» һөнәрен үҙләштерә һәм 1947 йылда хеҙмәт юлын «Ҡыҙыл таң» колхозында башлай, төрлө эштәр башҡара.
1951 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Алыҫ Көнсығышта, Мурманскиҙа хеҙмәт итеп, 1954 йылда тыуған ауылына ҡайта һәм «Ҡыҙыл таң» колхозында эшләүен дауам итә. Зөлфәр Мырҙабулат улы колхозда 33 йыл мал ҡараусы, көтөүсе, ферма мөдире булып эшләй.
Хеҙмәт ҡаҙаныштары
үҙгәртергәЗөлфәр Мырҙабулат улы Юлдашев заманында районда ғына түгел, республикала оло дан ҡаҙана. «Ҡыҙыл таң» колхозы районда алдынғы, ә Иҫке Монасип фермаһы колхоздың даны була. Бында Зөлфәр Юлдашевтың да ҙур хеҙмәт көсө һалынған. Уның фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Алдынғы малсы 8-се саҡырылыш район Советы депутаты итеп һайлана, 1962—1966 йылдарҙа БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты була.
Социалистик ярышта юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн 1963 йылдың 22 мартында уға «Башҡорт АССР-ының почётлы көтөүсеһе» исеме бирелә.
1966 йылда СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы ҡарары менән Зөлфәр Мырҙабулат улы «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу байрамы уңайынан «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 1971 йылда СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 7 майындағы ҡарары менән Зөлфәр Мырҙабулат улы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (№ 710778) менән бүләкләнә. Ә 1973 йылда СССР Юғары Советы Президиумының 1973 йылдың 6 сентябрендәге ҡарары менән Зөлфәр Мырҙабулат улы Юлдашевҡа «Почёт билдәһе» ордены (№ 896360) бирелә. 1981 йылда СССР Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 16 мартындағы ҡарары менән Зөлфәр Юлдашев Халыҡтар Дуҫлығы орденына (№ 32266) лайыҡ була. Бынан тыш Зөлфәр Юлдашев тыл ветераны һәм хеҙмәт ветераны миҙалдары, 9-сы биш йыллыҡ ударнигы билдәһе, 1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40, 50, 60, 65, 70 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән. Зөлфәр Мырҙабулат улы Юлдашев Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының Почётлы гражданы (танытма № 6, 8 октябрь 2015 йыл), республика әһәмиәтендәге персональ пенсионер (танытма № 212989, РСФСР эргәһендәге персональ пенсиялар тәғәйенләү буйынса комиссия ҡарары буйынса). Зөлфәр Мырҙабулат улы 2017 йылдың 24 декабрендә вафат була.
Ғаилә хәле
үҙгәртергәҠатыны Герой-әсә Ғәйнисафа Мырҙабулат ҡыҙы менән туғыҙ ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уларға яҡшы белем һәм тәрбиә биреп оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Уларҙың 23 ейән-ейәнсәре, 12 бүләсәләре бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1973)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1981)
- «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы (1966)
- «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (1970)
- Башҡорт АССР-ының почётлы көтөүсеһе (1963)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан. Официальный портал. Почётные граждане. Юлдашев Зульфар Мурзабулатович(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 декабрь 2018)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Бөрйән районы «Таң» гәзите:
- № 8, 23 ғинуар 2010 йыл, «Оло ихтирамға лайыҡ» мәҡәләһе;
- № 69, 20 июнь 2013 йыл, «Барыһына эш ғәйепле» мәҡәләһе;
- № 116, 30 сентябрь 2003 йыл, «Ишле бәхет» мәҡәләһе.
- Юлдашев Зуфар Мырзабулатович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 576. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.