Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы
Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы (4 ғинуар 1925 йыл — 23 апрель 1999 йыл) — уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының орудие һәм разведка отделениеһы командиры, сержант.РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Дан орденының тулы кавалеры.
Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 25 декабрь 1925 |
Тыуған урыны | Үрнәк, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 23 апрель 1999 (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Өфө Көньяҡ зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Уҡыу йорто | К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәХәниф Хажиғәле улы Абдрахманов 1925 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР‑ының Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы) Үрнәк ҡасабаһында тыуған.
1943 йылдың ноябренән алып Көнбайыш һәм 2‑се Белоруссия фронттарында 49‑сы армияның 139‑сы уҡсылар дивизияһының 609‑сы уҡсылар полкында тоҫҡаусы, артиллерия батареяһының орудие һәм разведка отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә. Дан ордендары менән 1944 йылдың 26 июнендә Белорус ССР‑ы Горбовичи ауылы эргәһендә Реста йылғаһы аша сыҡҡанда, 17 июлдә Цогарны ауылы янында дошман контратакаһын кире ҡаҡҡанда һәм 1945 йылдың 13 һәм 15 февралендә Лишин һәм Клайн Гацно торама пункттары (икеһе лә — Польша) өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. 1946 йылдарынды өлкән сержант демобилизациялана.
1946—1973 йылдарҙа һәм 1980—86 йылдарҙа Әлшәй районы һәм Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә уҡытыусы, директор булып эшләй. 1950 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай.
1973—1980 йылдарҙа РСФСР Педагогия йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһенең яуаплы секретары вазифаһын башҡара. 1999 йылдың 23 апрелендә вафат була, Өфө ҡалаһында Көньяҡ зыяратта ерләнгән[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәХәтер
үҙгәртергә- Өфөлә Хәниф Абдрахманов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Өфөнөң Көньяҡ зыяратында Хәниф Абдрахманов ҡәбере
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы . «Герои страны» сайты.
- Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Йәнғәлин Ә.-Г. Башҡорттар араһында Дан орденының тулы кавалеры булғанмы? // Ватандаш. — 2015. — № 10. — С. 38—43. — ISSN 1683-3554.