Будапешт
Будапе́шт (мадьярса Budapest [ˈbudɒpɛʃt]) — Венгрияның баш ҡалаһы һәм илдең иң ҙур ҡалаһы. 2014 йылдың ғинуарына 1,745 млн халҡы менән[5] Европа берләшмәһендә һигеҙенсе урында булған. 1873 йылда бер нисә венгр ҡалаһының: Дунай йылғаһының көнсығыш ярындағы Пешт һәм Дунайҙың көнбайыш ярындағы Буда менән Обуданың бергә ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән.
Ҡала | |||||
Будапешт Budapest | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Мэр | |||||
Элекке исеме |
Буда, Пешт һәм Обуда | ||||
Ҡала с | |||||
Майҙаны |
525,14 км² | ||||
Бейеклеге |
102 м | ||||
Рәсми теле | |||||
Халҡы |
1 744 665 кеше (2014) | ||||
Тығыҙлығы |
3305,23 кеше/км² | ||||
Милли состав |
венгрҙар — 91,2 % | ||||
Конфессиональ составы |
рим католиктары — 45,5 % | ||||
Этнохороним | |||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+36 1 | ||||
Почта индексы |
1011-1239 | ||||
Цифровые идентификаторы | |||||
Рәсми сайт | |||||
Яуым-төшөм йылына уртаса |
450—900 мм | ||||

ТарихыҮҙгәртергә
Беҙҙең эраға тиклем I быуатта хәҙерге Будапешт урынында Көнбайыш Европала йәшәгән боронғо кельт ҡәбиләләренең «Ак-Инк» атамалы сауҙа һәм һөнәрселек үҙәге, йәшәгән урыны (урыҫса поселение) булған. Беҙҙең эраның 89 йылында был ерҙәргә боронғо римляндар килгәс, биләмәләр был дәүләттең Паннония провинцияһы составына инә. 106 йылда Ак-Инк Аквинкум итеп үҙгәртелә һәм административ үҙәккә әйләнә. Ҡалала римдәрҙең гарнизоны урынлаша, халыҡ һаны 20 мең тирәһе була. Беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған археология паркында йәмәғәт биналарының, шәхси йорттарҙың, һыу үткәргестәрҙең емереклектәрен күрергә була. IV быуатҡа тиклем Аквинкум Түбәнге Паннония провинцияһының баш ҡалаһы була. Ҡалала римдәрҙең II Ярҙамсыл легион тора.
450 йылға остготтар һәм һундар римляндәрҙы ҡаланан ҡыҫырыҡлап сығара, һәм Паннония Һундар империяһының үҙәгенә әйләнә.
Бөгөнгө Пешт назывался ул заманда Contra Aquincum (Против Аквинкума, Аквинкум ҡаршыһы) тип аталған бәләкәй генә ауыл була. пунктом.
Һундарҙан һуң ҡала аварҙар, артабан Бөйөк Моравия хакимлеге аҫтында ҡала.
Яҡынса 895 йылда Дунайға венгр ҡәбиләләре килә, Аквинкум Буда (аҙаҡтан Обуда — Иҫке Буда) итеп үҙгәртелә һәм Венгрияның беренсе сәйәси үҙәге була. Йөҙ йылдан һуң Венгр дәүләте ойоша.
Демографик тарихыҮҙгәртергә
Халыҡ һаны:
- 1780: 48 000 (Буда: 27 000, Пешт: 21 000)
- 1804: 59 610 (Буда: 30 784, Пешт: 28 826)
- 1830: 98 493 (Буда: 37 973, Пешт: 60 520)
- 1847: 133 096 (Буда: 41 974, Пешт: 91 122)
- 1869: 270 476
- 1890: 486 671
- 1900: 733 358 (Индустрияләштереү)
- 1910: 880 371 (756 070 венгрҙар, 78 882 немецтар, 20 359 словактар…) (1910 — Халыҡ иҫәбен алыу)
- 1930: 1 006 184
- 1941: 1 164 963
- 1945: 907 774 (Будапешт операцияһы, холокост)
- 1949: 1 057 912
- 1950: 1 590 360 (Оло Будапешт)
- 1980: 2 059 226 (Урбанизация)
- 1990: 2 016 681
- 2001: 1 777 921 (1 631 043 венгрҙар, 18 097 немецтар, 14 019 сиғандар, 4929 словактар…) (2001 — Халыҡ иҫәбен алыу)
- 2005: 1 695 814
- 2008: 1 702 297 (Буда: 480 756, Пешт: 1 221 541)
- 2014: 1 744 665
ГеографияҮҙгәртергә
Географик торошоҮҙгәртергә
Будапешт Альп, Карпат тауҙары һәм көньяҡ славян тау һырттары менән сикләнгән Карпат бассейны уйһыулығында урынлашҡан. Дунай ҡаланы ҡалҡыулыҡлы (түбәле) һәм йәшел өлөштәргә бүлә. Буда (йылғаның уң яҡ, көнбайыш яры) һәм тигеҙ яҡлы Пешт. Будай тауҙарындағы 527 метрлы Янош түбәһе — ҡаланың иң бейек нөктәһе. Геотектоник йәһәттән Будапешт сатнаған (ярылған) ерҙәрҙә ултыра, шуға ла унда ҡаланы курортҡа әйләндергән термаль сығанаҡтар бик күп.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Hongrie : l'écologiste Gergely Karacsony remporte Budapest, défaite pour Viktor Orban — (untranslated), 2019.
- ↑ M.-L. W. Hongrie : le parti d'Orban battu aux municipales à Budapest — Le Parisien, 2019.
- ↑ Blow for Hungary PM Orbán as opposition wins Budapest mayoral race — The Guardian, 2019.
- ↑ Книга:Русские названия жителей: Словарь-справочник|59
- ↑ Ежегодное издание «Административная Венгрия», Центральное Статистическое Бюро, 2014.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Будапешт // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Будапешт. Издание Будапештского туристского управления
- Будапешт. Фотопутеводитель. Автор — Тибор Ижак
- Цапенко М. П. Будапешт — М.: Госстройиздат, 1958. — 48, [70] б. — (Архитектура стран народной демократии). — 6 000 экз. (в пер., суперобл.)
- Розенфельд М. Я. Будапешт / Союз архитекторов СССР. Ленингр. отд-ние — Л.: Стройиздат. Ленингр. отд-ние, 1982. — 88 б.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
Будапешт Викиһүҙлектә | |
Будапешт Викикитапханала | |
Будапешт Викимилектә | |
[[n:
| |
[[voy:
|