Балезин Степан Афанасьевич

химия фәндәре докторы, профессор

Балезин Степан Афанасьевич (4 ғинуар 1904 йыл23 ғинуар 1982 йыл) — ғалим-химик, педагог, металдар коррозияһы ингибаторҙарының фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусы, химия фәндәре докторы (1943), профессор (1944)[2][3]. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Сталин премияһы лауреаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре[2][3].

Балезин Степан Афанасьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 1904[1]
Тыуған урыны Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Чернушка районы, Пермь крайы, Рәсәй
Вафат булған көнө 1982[1]
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө химия, физик химия[1] һәм colloid chemistry[d][1]
Эш урыны Мәскәү дәүләт педагогия университеты
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Акционерное общество Ордена Трудового Красного Знамени научно-исследовательский физико-химический институт имени Л.Я. Карпова[d]
Һамар дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты
Ғилми исеме профессор[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Сталин премияһы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Степан Афанасьевич Балезин 1904 йылдың 4 ғинуарында Өфө губернаһы Володинское ауылында (хәҙер Пермь өлкәһе, Чернушка районы) тыуа[2]. Ике класлы Бөрө реаль училищеһында уҡый, уны 1916 йылда тамамлай, һуңынан 1924 йылда социаль тәрбиә институтына уҡырға инә[2]. 1925—1930 йылдарҙа А. И. Герцен исемендәге Ленинград педагогия институтының тәбиғи фәндәр факультетында уҡый, физиология кафедраһы аспиранты була[2]. Степан Афанасьевич Ҡыҙыл профессура институтында лекциялар тыңлай һәм бер үк ваҡытта Мәскәү дәүләт университетында физик химия курстарын уҡый. Артабан Ҡыҙыл профессура институтын тамамлағандан һуң 1932 йылда Л.Я.Карпов исемендәге Физика-химия ғилми-тикшеренеүҙәр институтында ассистент-аспирант була. 1936 йылда Мәскәү дәүләт университетында «Исследование каталитического синтеза сахаров из формальдегида» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, һуңғараҡ «Исследование процесса образования сахаров из формальдегида» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1936 йылда Степан Афанасьевич Куйбышев медицина институтына эшкә китә, доцент, һуңынан физик һәм коллоид химияһы кафедраһы мөдире була, физик химия һәм юғары математика курстарында лециялар уҡый. 1938 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем ғалим Мәскәү дәүләт педагогия университетында эшләй, аналитик һәм органик булмаған химия кафедра менән етәкселек итә (һуңынан дөйөм һәм аналитик химия кафедраһы тип үҙгәртелә)[2].

1946 йылда була Балезин Степан Афанасьевич металдарҙы кислоталар йоғонтоһонан һаҡлаусы ингибаторҙарҙы төҙөүе һәм практикаға индереүе өсөн Сталин премияһы лауреаты була. 1944—1948 йылдарҙа профессор КПСС Үҙәк Комитетының кадрҙар идараһының юғары уҡыу йорттары һәм фәнни учреждениелар бүлеге мөдире урынбаҫары була[2].

1965 йылда ғалим-химик С. А. Балезин металдар коррозияһы ингибаторҙарының үҙе ойошторған Проблемалы фәнни лабораторияһы менән етәкселек итә. 1967—1970 йылдарҙа — Һиндостанда мәктәп белеме биреү буйынса ЮНЕСКО-ның ғилми кәңәшсеһе, унда профессор математика һәм тәбиғи фәндәр өлкәһендә мәктәп белеме биреүҙе реформалауҙа ҙур роль уйнай[2].

Химия буйынса күп дәреслектәр авторы була, улар араһында: «Руководство к практическим занятиям по неорганической химии» (1943), «Выдающиеся русские учёные-химики» ( С. Д. Бесков менән авторҙашлыҡта, 1950), «Отчего и как разрушаются металлы» (19??), «Практикум по физической и коллоидной химии» (1980) һәм башҡалар[3].

Профессор 80 фән докторы һәм кандидаты әҙерләй[2]. Ул үҙенең остазы тип Подольный Исаак Абрамовичты атай[4].

Степан Афанасьевич Балезин 1982 йылдың 23 ғинуарында вафат була, Мәскәүҙә Ваганьково зыяратында ерләнә[3]

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • Сталин премияһы лауреаты
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Ғалим Степан Афанасьевич Балезин хөрмәтенә Бөрө ҡалаһында Балезин урамы атала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Сталинская премия за выдающиеся изобретения и коренные усовершенствования методов производственной работы (1946)
  • Заслуженный деятель науки РСФСР

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә