Ҡазан
Ҡазан (Ҡаҙан; татар. Казан قزان, рус. Казань) — Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы. Рәсәй Федерацияһының Волга буйындағы ҙур иҡтисади, мәҙәни һәм сәйәси үҙәге.
Ҡала | |||||
Ҡазан Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-tt-latn" does not exist. | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Координаталар | |||||
Башлыҡ | |||||
Милли состав | |||||
Этнохороним |
ҡазанлы | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды | 843 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
16, 116 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
ГКГН номеры | |||||
Рәсми сайт | |||||
ТарихҮҙгәртергә
- Ҡазан ҡалаһы өс йөҙ йыл дауамында Волга буйында урынлашҡан Болғар дәүләтенең форпосы булып торған, уның исеменән Боронғо Русь дәүләте менән иҡтисади, сауҙа һәм мәҙәни бәйләнешкә ҡатнашҡан.
- Һуңыраҡ Ҡазан Алтын Урҙа дәүләте өйәҙҙәренең береһендә ҙур административ үҙәк булып китә. Бында һөнәрселек һәм халыҡ-ара сауҙа үҫеш ала.
- 1438 йылдан 1552 йылғаса ҡала Ҡазан ханлығының үҙәге була.
- 1552 Иван Грозный ҡаланы баҫып ала.
- Пётр I осоронда (1708 ҡала Ҡазан губернаһы үҙәге була һәм 200 йыл буйына ошо статуста ҡала.
- 1756 йылдың 7 авгусындағы батша указы буйынса Ҡазан һәм Ҡазан өйәҙендәге 536 мәсеттең 418-е емертелә.
- 1921 йылдан Ҡазан — Татар АССР-ының, 1992 йылдан Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы.
Билдәле шәхестәрҮҙгәртергә
- Тәлғәт Тажетдин (Тажетдинов Тәлғәт Сафа улы; 12.10.1948), дин әһеле, Шәйех-әл-ислам (1990). 1980 йылдан Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, 1992 йылдан Рәсәйҙең Баш мөфтөйө. IV дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2013), Почёт (2008), Дуҫлыҡ (1998), Халыҡтар дуҫлығы (2008), Салауат Юлаев, II дәрәжә Дан һәм Намыҫ (2013), II дәрәжә Изге благоверный Мәскәү кенәзе Даниил (2008) ордендары кавалеры[1].
Халыҡ һаныҮҙгәртергә
Ҡазанда йәшәгән халыҡ һаны — 1,130 млн кеше, майҙаны — 425,3 км². Ҡала халҡының үҫеше түбәндәге теҙемдә күрһәтелгән.
Йыл | Халыҡ һаны |
---|---|
1800 | 40 000 |
1858 | 61 000 |
1897 | 130 000 |
1907 | 161 000 |
1917 | 207 000 |
1920 | 146 000 |
1923 | 158 000 |
1959 | 667 000 |
1962 | 711 000 |
1964 | 742 000 |
1966 | 804 000 |
1970 | 868 000 |
1979 | 993 000 |
1989 | 1 094 000 |
1995 | 1 078 000 |
2002 | 1 105 000 |
2008 | 1 120 000 |
2009 | 1 131 000 |
Милли составҮҙгәртергә
Ҡазан — күп милләтле ҡала. Унда халыҡтың күпслеге татарҙар, урыҫтар һәм сыуаштар.
ДинҮҙгәртергә
Ҡазанда төрлө дин вәкилдәре, башлыса мосолмандар һәм православ христиандар, йәшәй. Шулай уҡ католиклар, йәһүҙиләр һ. б. дин вәкилдәре бар.
- Мәсеттәр
Апанай, Барудия, Борнай, Зәңгәр, Иҫке Таш, Нурулла, Ғәлиев, Ҡабан арты, Әзим, Әл-Мәржәни.
Ҡала исемеҮҙгәртергә
«Ҡазан» атамаһының барлыҡҡа килеүе тураһында бер нисә фараз бар:
- «Ҡазан» татарса «казан» һүҙенән. Риүәйәт буйынса, хан хеҙмәтсеһен йылғаға һыуға ебәргән. Хеҙмәтсе һыу алғанда алтын ҡаҙанын йылғаға төшөрөп ебәрә. Шунан һуң йылғаға ла, ҡалаға ла «Ҡазан» тип исем ҡушҡандар.
- Ҡайһы берәүҙәр йылғаның исеме «ҡаҙ» һүҙенән килеп сыҡҡан тип иҫәпәләй. Был фараз буйынса, боронғо замандарҙа йылға ярҙарын ҡаҙҙар төйәк иткән. Шунан йылғаға «Ҡазан һыуы» тип исем ҡушылған, һуңыраҡ ҡалаға ла был исем күскән.
- Башҡорт тел белгесе Жәлил Кейекбаев фекеренсә, «Ҡазан» исеме «ҡайын» һүҙенән килеп сыҡҡан. Мәҫәлән, Башҡортостанда ла Ҡазанлы исемле ауыл бар. Был фараз буйынса, был ауыл элегерәк Ҡайынлы тип аталған — ҡайын урманында нигеҙләнгән булған.
Административ бүленешеҮҙгәртергә
№ | Район исеме | Халыҡ һаны (мең кеше) |
Майҙаны (гектар) |
Мәғлүмәт |
---|---|---|---|---|
1 | Авиатөҙөлөш районы | 110,1 | 3 891 | |
2 | Вәхит районы | 83,3 | 2 582 | |
6 | Волга буйы районы | 218,8 | 11 577 | |
3 | Киров районы | 107,2 | 10 879 | |
4 | Мәскәү районы | 130,5 | 3 881 | |
7 | Совет районы | 266,1 | 7 687 | |
5 | Яңы Савин районы | 204,2 | 2 066 |
МэрҮҙгәртергә
Ҡала менән мэр идара итә. 2005 йылдың 17 ноябренән был вазифаны Илсур Метшин башҡара.
ТранспортҮҙгәртергә
Тимер юлы вокзалыҮҙгәртергә
Вокзал комплексы ҡала үҙәгендә урынлашҡан. Вокзал аша йылына 8 миллион кеше үтә.
МетрополитенҮҙгәртергә
Ентекле:Ҡаҙан метрополитены 2005 йылдан алып эшләй ҡаҙан метрополитены
МәғарифҮҙгәртергә
Юғары уҡыу йорттарыҮҙгәртергә
Ҡазанда 55 юғары уҡыу йорто эшләй.
Волга буйы федераль университеты (элекке Ҡазан дәүләт университеты)Үҙгәртергә
1804 йылдың 17 ноябрендә нигеҙ һалынған. Уҡыу йортон тамамлаусылар араһында — С. Т. Аксаков, М. А. Балакирев, П. И. Мельников-Печерский, Лев Толстой, В. Хлебников бар . В. И. Ульянов-Ленин да бында уҡый әммә университетты бөтөрмәй, революцион төркөмдә ҡатнашыуы менән бәйле ҡыуыла.
Хәҙерге ваҡытта университтета 14 факультет бар, уның составына шулай уҡ А. М. Бутлеров исемендәге Химия институты, көнсығыш телдәр институты, тел институты, Яр Саллы һәм Зеленодольск ҡалаларындағы ике филиал инә.
Ҡазан авиация университетыҮҙгәртергә
9 факультетты, 58 кафедраны, 57 лабораторияны, 10 фәнни-техник үҙәкте, 3 ғилми-тикшеренеү институтын үҙ эсенә ала. Университетта 15 мең студент уҡый.
Башҡа юғары уҡыу йорттарыҮҙгәртергә
- Ҡазан дәүләт технология университеты
- Ҡазан дәүләт финанс-иҡтисад институты
- Ҡазан дәүләт медицина университеты
- Ҡазан дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты
- Ҡазан дәүләт аграр университеты
- Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты
- Ҡазан дәүләт энергетика университеты
- Татар дәүләт гуманитар-педагогия университеты
- Н. Э. Бауман исемендәге Ҡазан дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы
- Ҡазан дәүләт консерваторияһы һәм башҡалар.
ТеатрҙарҮҙгәртергә
Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театрыҮҙгәртергә
Театр 1906 йылдың 22 декабрендә асылған. Хәҙерге бинаһында 1987 йылдан эшләй.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Тажетдин (Тажетдинов) Тәлғәт Сафа улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 октябрь 2018)
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Ҡазан йырҙары(недоступная ссылка)
- Ҡазан рәсми порталы. 2010 йылдың 20 февраль көнөндә архивланған.
- Ҡазанға мең йыл
- Ҡазан Кремле
- Ҡазан Кремле комплексы 2011 йылдың 23 август көнөндә архивланған. (рус.)
- Ҡала Ҡазан
- Ҡазан мең йыллығы 2010 йылдың 27 февраль көнөндә архивланған.