Иҫке Илекәй

Балтас районындағы ауыл, Башҡортостан

Иҫке Илекәй, Көскилде, Иҫке Ауыл (рус. Староиликеево) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 169 кеше[1][2]. Почта индексы — 452980, ОКАТО коды — 80208831004.

Ауыл
Иҫке Илекәй
Иҫке Илекәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балтас районы

Координаталар

56°02′06″ с. ш. 55°57′17″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 208 831 004

ОКТМО коды

80 608 431 111

Иҫке Илекәй (Рәсәй)
Иҫке Илекәй
Иҫке Илекәй
Иҫке Илекәй (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Илекәй

Ауылға нигеҙҙе Ҡыр Танып ырыуы (Ҡара Табын ҡәбиләһе) башҡорттары үҙ ерендә һалған.

Ҡара Табын— урта быуаттарҙа көсө, ғәйрәте менән билдәле ҙур булған Табын ҡәбиләһенең бер өлөшө. Табындар әлеге ваҡытта Себерҙән Ҡырым ярымутрауына тиклем таралған. Башҡорт ерҙәрендә уларҙың бер нисә төркөмө бар (Йомран Табын, Кәлсер Табын, Кесе Табын, Барын Табын һ.б.). Табын ханлығын Аҡһаҡ Тимер емергән. Табындар төрлө хандар янында һаҡсы хеҙмәтен үтәгән.

Халыҡ араһында табындар Танып буйына тыныс урын эҙләп килгәндәр тигән хәтирәләр һаҡлана.

Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, XVIII быуаттың беренсе яртыһында Илекәй исемле ике ауыл була (Ә.Әсфәндиәров,126 бит). Әлеге ваҡытта һаҡланып ҡалған ауылдың рәсми исеме Илекәй, халыҡ уны Иҫке ауыл тип тә йөрөтә. Ауылға нигеҙ һалыусы тип Танып улусында йәшәгән халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған башҡорт кешеһе Илекәй Иҫәмбәтов фаразлана. 1713 йылдың 23 октябрендә хәҙерге Тәтешле районы Яңы Балтас ауылы удмурты Сыпсыҡ ауылы башҡорто Илекәй Иҫәмбәтовтан 30 һум аҡса алып тороуы тураһында документ (заемная кабала) һаҡланған. Тимәк, Илекәй Иҫәмбәтов — Сыпсыҡ ауылы аҫаба башҡорто (документтарҙа ауыл Сяпсек тип күрһәтелгән)[3][4].

XIX быуаттың беренсе яртыһында Ҡыр Танып улусы 10-сы башҡорт кантонына ҡараған. 1808 йылдың 1 июлендә төҙөлгән документ буйынса, бығаса тик аҫаба башҡорттар ғына йәшәгән ауылға типтәрҙәр индерелә. 1816 йылғы ревизия буйынса ауылда 21 йортта 138 башҡорт, 20 типтәр йәшәй. VIII ревизия (1834 й.) буйынса ул Иҫке Илекәй тип атала. Ауылда 231 башҡорт, 24 типтәр күрһәтелгән. 1859 йылғы X ревизия ваҡытында 46 йортта 296 аҫаба башҡорт, 11 йортта 89 типтәр, ә 1920 йылда 89 йортта 511 кеше йәшәгән, күпселеге — башҡорттар.

Ауылдың тағы бер элекке исеме — Көскилде[3]. Ҡыр Танып улусы аҫаба башҡорттары араһынан Йосоп Көскилдин исеме ике тапҡыр (1746, 1758 йылдарҙа) әлеге Балтас районы Иҫке Яҡшый (Йәүмәт) ауылына яһаҡ түләүсе татарҙарҙы индереү тураһында документтарҙа осрай. Ауыл исеме уның атаһы Көскилде исеменә (документтарҙа «Кускильды» тип яҙылған) бәйле[4] .

1843 йыл мәғлүмәттәре буйынса, 600 бот ужым, 920 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән. Ауылда 6 тирмән эшләгән, халыҡ йылҡы, һыйыр малы,167 һарыҡ, 194 кәзә тотҡан. Бынан тыш солоҡсолоҡ (32 солоҡ), умартасылыҡ (30 умарта) менән дә шөғөлләнгән[4].

1906 йылда ауылда мәсет, 2 һыу тирмәне, 2 аҙыҡ-түлек кибете булған[2] 2000 йылдар башына тиклем бында башланғыс мәктәп була. Хәҙерге ваҡытта ауыл мәктәбе бинаһында балалaр баҡсаһы эшләй.

Шәжәрәләрҙән күренеүенсә, районда бер нисә ауыл Илекәй ауылынан бүленеп сыҡҡан.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 169 87 82 51,5 48,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (97 %) йәшәй[5].

Риүәйәттәр

үҙгәртергә

Ар буйындағы ерҙәрҙе аҫаба башҡорттар Илекәй менән Балтастың нисек бүлешкәне тураһында риүәйәт халыҡ араһында йәшәй. Уның Ғ.Үмеркәев, Ғ.Хөсәйенов һәм башҡалар яҙып алған варианты бар. Риүәйәттә Балтас менән Илекәй батыр был ерҙәр өсөн икәү көрәшергә була, көрәшкәндә Балтас хәйләләшеп, Илекәйгә аяҡ сала. Шулай итеп, Илекәй еңелә. Бер нисә йылдан, үлер алдынан Илекәй ҡарт үҙен Ар йылғаһының уң яҡ ярына сығарып күмергә васыят әйтеп ҡалдыра. Балтас улы Ҡолой миңә ҡарата һәр саҡ яуызлыҡ ҡылды, үлгәс тә тындырмаҫ, ти[6].

Был риүәйәттең икенсе вариантында Илекәй, Дауыт һәм Ҡолой Балтас батырҙар араһындағы көрәш һүрәтләнә. Илекәй көрәшкәндә Балтас өҫтөмә төшөп, күкрәгемде имгәтер, тип ике тапҡыр унан еңелдем, һуңынан сәмләнеп китеп, өс тапҡыр еңдем, ти. Шунда көс төшкәндер, сиремде хәрәмләшеүемдән күрәм, Балтасты тубығым менән сала биреберәк йыҡтым. Мине хәләл ергә күммәгеҙ, йылғанан арыраҡ, йыраҡҡараҡ илтеп күмегеҙ,ти. Был риүәйәткә ярашлы, Балтас Ар йылғаһының һул яҡ ярында, Илекәй уң яҡ ярында ерҙәргә эйә булып, ауыл нигеҙләй. Дауыт ауылына нигеҙҙе Дауыт батыр һала.[7](215-се бит)

1960-сы йылдарҙа район, ауыл ерҙәре яңынан бүленгән ваҡытта, Илекәй ауылында йәшәгән бик оло йәштәге бер ағайҙан, Илекәй ерҙәре сиген күрһәтеүҙе һорағандар. Ул йөрөй алмағас, уны арбаға ултыртып йөрөткәндәр. Илекәй ерҙәре сиктәрен ул һис яңғылышмай бер нисә тапҡыр: «Ошо ерҙә ҡаҙығыҙ», -тип күрһәткән. Ул күрһәткән урындарҙа ергә күмелгән күмер табылған. Тимәк, илекәйҙәр, башҡа башҡорттар кеүек үк үҙ ерҙәре сиктәрен тау-йылғалар менән генә билдәләмәй, ерҙә серемәй торған билдә- күмелгән күмер менән дә билдәләгән.

Географик урыны

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
  • Кооператив урамы (рус.  Кооперативная (улица))
  • Эшселәр урамы (рус. Рабочая (улица))
  • Йылға буйы урамы (рус. Заречная (улица))

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә