Биология институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)

(РФА ӨФҮ Биология институты битенән йүнәлтелде)

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биология институты  — Башҡортостан Республикаһының үҫемлектәр биохимияһы һәм йәшәү функциялары физиологияһы, тупраҡтар генезисы, ҡырағай флора, үҫентеләрҙең бөжәктәргә ҡаршы тороусанлығын диагностикалау өлкәһендәге тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнеүсе төп ғилми-тикшеренеү учреждениеһы. 

РФА Өфө фәнни үҙәгенең Биология институты 
(РФА ӨФҮ БИ)
Нигеҙләнгән

1951

Директор

ваҡытлыса вазифа башҡарыусы Мартыненко Василий Борисович 

Аспирантура

түбәндәге специальностар буйынса: үҫемлектәр физиологияһы һәм биохимияһы, биотехнология (шул иҫәптән бионанотехнологиялар), ботаника, микробиология, генетика, экология, тупраҡты өйрәнеү ғилеме.

Урынлашыуы

Башҡортостан Башҡортостан

Юридический адрес

450054, Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Өфө, Октябрь проспекты, 69

Сайт

http://ib.anrb.ru

Институтта аспирантура, диссертация советы бар,  эколог-ботаниктарҙың фәнни мәктәптәре барлыҡҡа килә: геоботаника (б. ф. д., проф. Б. М. Миркин), индустриаль экология (сәнәғәт ботаникаһы) (б. ф. д., проф. Ю. З. Кулагин), үҫемлектәр физиологияһы (б. ф. д., профессор Г.Р. Ҡоҙаярова).

Институт йәшәгән дәүерҙә уның хеҙмәткәрҙәре тарафынан  250-нән ашыу монография, рецензия үткәреүсе ғилми журналдарҙа 2000 мәҡәлә,  100-ҙән ашыу тематик йыйынтыҡ һәм конференциялар материалдары нәшер ителгән. 30-ҙан ашыу патент, 50-нән ашыу авторлыҡ танытмаһы алынған.

РФА ӨФҮ Биология институты 1951 йылда СССР Министрҙар Советының 12.05.1951 йыл 1591-се ҡарары һәм СССР Фәндәр академияһы президиумының 11.05.1951 йыл 310-сы бойороғо нигеҙендә СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалында  Агробиология институты булараҡ асыла. 

1955 йылда атамаһы Биологик институт тип үҙгәртелә.  Хәҙерге атамаһын Биология институты 1957 йылдан йөрөтә, 2008 йылдан хәҙерге  статуста.

Институт тәҡдиме буйынса Башҡортостан Республикаһында  “Башҡортостан" милли паркы, ике тәбиғәт паркы, дарыу үләндәрен һаҡлау буйынса 12 заказник ойошторола.  

Институттың фәнни ҡаҙаныштары: Башҡортостан тупраҡтарының  генезисын, географияһын, үҙенсәлектәрен өйрәнеү, БР тупраҡтарының уңдырышлылығын тергеҙеү агротехнологияһын эшләү, техноген ҡалдыҡтар өйөмдәрен зыянһыҙландырыусы Леноил һәм Азолен күп функциялы биопрепараттарын эшләү һәм файҙаланыуға индереү.

Эш йүнәлештәре

үҙгәртергә
  • биологик төрлөлөктө һаҡлау, үҫемлек һәм тупраҡ ресурстарын рациональ файҙаланыу маҡсатында үҫемлектәрҙе һәм тупраҡтарҙы өйрәнеү;
  • үҫемлектәрҙең мөхит шарттарына яраҡлашыуын һәм сыҙамлығы формалашыуын өйрәнеү;
  • теоретик һәм эксперименталь модель системаларын анализлау нигеҙендә тәбиғи шарттарҙа онтогенетик программаларҙың тормошҡа ашыуын тикшереү, генетик мәғлүмәттең ғәмәлләшеүе механизмдарын өйрәнеү;
  • тирә-яҡ мөхиттең торошон яҡшырта торған препараттар һәм продукттар, бактерияларҙы, бәшмәктәрҙе, үҫемлек күҙәнәктәрен һәм туҡымаларын үҫтереү нигеҙендә медицина, ауыл хужалығы өсөн препараттар  алыуҙың биотехнологик процестарын эшләү. Продуценттарҙы скринигылау һәм селекциялау.

Институт структураһы

үҙгәртергә
  • математик һәм молекуляр генетика лабораторияһы;
  • үҫемлектәрҙең эксперименталь эмбриологияһы лабораторияһы;
  • үҫемлектәр физиологияһы лабораторияһы;
  • ҡулланма микробиология лабораторияһы;
  • һынау үҙәге менән биологик әүҙем матдәләр лабораторияһы;
  • тупраҡты өйрәнеү ғилеме лабораторияһы;
  • урманды өйрәнеү ғилеме лабораторияһы;
  • геоботаника һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау лабораторияһы;
  • үҫемлек ресурстары экологияһы лабораторияһы;
  • микроорганизмдар генетикаһы төркөмө.

Етәкселеге

үҙгәртергә

Ғайсин Шакир Әхмәтдин улы (1951—1956)

Конарев Василий Григорьевич (1956—1961)

Ғирфанов Вәкил Кәли улы (1961—1980)

Әхмәтов Радик Рәхимйән улы (1981—1985)

Хазиев Фәнғәт Хәмәт улы (1985—1989)

Чураев Рөстәм Нур улы (1989—2004)

Мелентьев Александр Иванович (2004— 2015)

Мартыненко Василий Борисович, ваҡытлыса вазифа башҡарыусы (2015 йылдан әлеге ваҡытта ла) 

Институт биологии Уфимского научного центра РАН. Уфа, 2006.

Хеҙмәттәр

үҙгәртергә

2000 алып институт тарафынан баҫмаға әҙерләнгән публикацияларҙың айырыуса мөһимдәре:

  • Атлас туристических ресурсов Республики Башкортостан. Уфа: УГАЭС, ГУП РБ «Уфимский полиграфкомбинат», 2007.
  • Багаутдинов Ф.Я., Хазиев Ф.Х. Состав и трансформация органического вещества почв. Уфа: Гилем. 2000. 195 с.
  • Водоохранно-защитные леса Уфимского плато: экология, синтаксономия и природоохранная значимость / Под ред. А.Ю.Кулагина. Уфа: Гилем, 2007. 448 с.
  • Габбасова И.М. Деградация и рекультивация почв Башкортостана. Уфа: Гилем, 2005.
  • Кучеров Е. В. Календарь природы Башкортостана. Уфа: Китап, 2002. 248 с.
  • Миркин Б.М., Наумова Л.Г., Соломещ А.И. Современная наука о растительности. М.: Логос, 2000. 264 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә