Көрәш
Көрәш (милли көрәш) — башҡорттарҙа борондан килгән милли спорт төрө, ике көрәшсенең ҡапма-ҡаршы тороп бер‑береһенең биле аша билбауҙы (ҡушаҡты) ике ҡул менән эләктереп, үҙ-ара алышыуы. Шулай уҡ башҡа төрки халыҡтарҙа таралған, Һабантуй һәм йыйын байрамдарының мөһим элементы булып тора.
Тарих
үҙгәртергәКөрәш борондан алып бөгөнгәсә һабантуй, йыйын, майҙан һәм башҡа халыҡ байрамдарының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Шулай уҡ көрәш буйынса ярыштар Ураҙа, Ҡорбан һәм башҡа дини байрамдары ваҡытында ла ойошторолған[1].
«Алдар менән Зөһрә», «Алпамыша менән Барсынһылыу» эпостарында һәм башҡа ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларында көрәш элементтары күрһәтелә. «Ҡуҙыйкүрпәс» эпосында Ҡарабайҙың улы Ҡуҙыйкүрпәсте көрәшергә өйрәтеүе һүрәтләнгән[2].
Х быуатта Әбүғәлисина билдәләүенсә, көрәш — һаулыҡты һәм рухты нығытыу өсөн иң яҡшы сараларҙың береһе[3].
XVIII быуатта этнограф И. И. Лепёхин башҡорт көрәшенең урыҫтарҙыҡынан айырмалы үҙенсәлектәре хаҡында мәғлүмәт ҡалдырған: «урыҫтарҙан айырмалы рәүештә башҡорт көрәшселәре билбауҙың (ҡушаҡтың) остарын ҡул суғына уратып, бер-береһенең арҡалары аша һалалар»[2]. Лепёхин буйынса, һабантуйҙағы ат сабышы бәйгеһендә әгәр ҙә ике ҡатнашыусы алға сыҡһа, уларҙы көрәштереп төп еңеүсене билдәләгәндәр[2][4]. Һуңыраҡ башҡорт милли көрәше хаҡында И. Г. Георги, В. М. Черемшанский, С. Г. Рыбаков, П. М. Кудряшов, М. И. Өмөтбаев, С. И. Руденко, Н. В. Бикбулатов, Л. И. Нагаева үҙҙәренең хеҙмәттәрендә яҙып ҡалдырғандар[5].
Шағир-декабрист П. М. Кудряшов көрәште башҡорттарҙың өс төп хәрби уйындарына индерә һәм унда ауырлыҡ категориялары булмауы тураһында яҙа[2]. 1833 йылда Н. Н. Кафтанников башҡорт ауыҙ-тел ижады мотивтары буйынса яҙылған «Арслан-Бабр» повесын баҫтырып сығара. Бында көрәштең ҡағиҙәләре һәм техникаһы тасуирлана, уларҙың ҡайһылары хәҙерге заманда осрамай[4]. Башҡорт мәғрифәтсеһе М. И. Өмөтбаев билдәләүенсә, дөрөҫ башҡорт көрәшендә ике ысул бар — көрәштәште күтәреү һәм уны үҙеңдең күкрәгеңә һалып, аҙыраҡ эйелгән килеш аяҡ аҫтына йәки ситкәрәк ташлау. Уның буйынса, былар бик тиҙ эшләнә, ә башҡа ысулдар иҫәпкә алынмай һәм приз алыуға хоҡуҡ бирмәй[2].
1920-cе йылдарҙа көрәш цирк тамашалары программаһына керә. 1932 йылда тәүге тапҡыр Урал‑Кузбасс спартакиадаһы программаһына индерелә, был ярыштарҙа көрәшсе Х. М. Әминев абсолют чемпион исемен яулай[6]. 1934 йылда Башҡортостан юғары физик культура советы Өфөлә ауыр атлетика мәктәбен ойоштора, бында милли көрәш ысулдарын өйрәтеүгә айырым иғтибар бүленә[1].
1948 йылдан алып Башҡорт АССР-ында көрәш буйынса төрлө йәш категорияһындағы республика чемпионаттары уҙғарыла башлай[6]. 1959 йылда Бөтә Рәсәй спорт йәмғиәттәре һәм ойошмалары союзы Көрәш буйынса бөтә Рәсәй секцияһын төҙөй, шул уҡ йылда Башҡортостанда бындай секция ойошторола. 1960 йылда Ҡазан ҡалаһында милли көрәш буйынса тәүге тапҡыр РСФСР чемпионаты үткәрелә, бында Х. М. Йосопов чемпион исемен яулай[1].
1960-сы йылдар аҙағында Өфөлә Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы, 1970-се йылдар башында «Уңыш» ДСО‑һы ҡарамағында көрәш буйынса секциялар булдырыла. 1972 йылда көрәш буйынса тәүге РСФСР спорт мастерҙары билдәләнә, улар — Г. Л. Ҡоҙаҡаев, Р. Ғ. Мортазин, Ф. Ғ. Ҡотдосов һәм М. Мәмлиев[2]. 1991 йылда Стәрлетамаҡ физик культура техникумында, 1999 йылда — Сибай институтында милли көрәш бүлексәләре асыла[6].
1966 йылда Башҡортостанда Милли көрәш федерацияһы эшләй башлай[6]. 1977 йылдан алып «Ленинсе-Ленинец» гәзите призына республика үҫмерҙәре араһында көрәш буйынса «Йәш батыр» ярыштары уҙғарыла, ә 1984 йылда «Совет Башҡортостаны» гәзите призына тәүге бәйгеләр ойошторола. Көрәшселәр араһында иң популяр турнирҙар рәтенә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев (Салауат районының Малаяҙ ауылы), Советтар Союзы геройы Йәүҙәт Сөнәғәтуллин (Учалы ҡалаһы), Социалистик Хеҙмәт геройы Рамаҙан Ниғмәтуллин (Учалы ҡалаһы), СССР һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, көрәш буйынса СССР спорт мастеры Харис Йосопов (Салауат районының Арҡауыл ауылы), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Ғөлүс Әғзәмов исемендәге приздарға, башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың иҫтәлегенә (Миәкә районы), яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә (Йылайыр районы Юлдыбай ауылы) һәм башҡа ярыштар инә[1].
Көрәш йыл һайын ҡалаларҙа һәм ҙур тораҡ пункттарҙа яҙғы сәсеү тамамланғандан һуң уҙғарылған һабантуйҙар программаһына рәсми рәүештә индерелә. Милли көрәш буйынса ярыштар республика Ауыл спорт уйындары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорто студенттарының һәм мәктәп менән һөнәри-техник училищелары уҡыусылары спартакиадалары, «Спортлы Башҡортостан» спорт фестивале, республика Милли һәм халыҡ спорт төрҙәре фестивале һәм башҡа бәйгеләр программаһына индерелгән[1].
1991 йылдан алып 2006 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһында балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәрендә көрәш буйынса бүлектәрҙең һаны — 15-тән 56-ға тиклем, унда шөғөлләнеүселәрҙең һаны — 2070-тән 4805-кә тиклем, көрәшселәрҙең һаны — 12023-тән 21897-гә тиклем, көрәш буйынса штатлы тренерҙарҙың һаны — 21-ҙән 189-ға тиклем арта[1]. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 2007 йылдың 25 декабрендә «„2008—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында милли спорт көрәше үҫеше“ республика маҡсатлы программаһы тураһында» ҡарарҙы ҡабул итә[7].
1998 йылдың 6 сентябрендә Ташкент ҡалаһында Азия, Африка һәм Европаның 28 ил вәкилдәре ҡатнашлығында Халыҡ-ара көрәш ассоциацияһы (IKA) ойошторола[3]. 1999 йылдың майында Үзбәкстандың Ташкент ҡалаһында көрәш буйынса I донъя чемпионаты уҙғарыла[3]. 2003 йылдың 24 ғинуарында Азия олимпия советының 22-се генераль ассамблеяһында көрәш рәсми спорт төрө тип таныла һәм был уға Азия уйындары программаһына инеүгә юл аса. 2006 йылдың декабрендә Катарҙа Доһа ҡалаһында уҙғарылған XV Азия уйындарында көрәш буйынса күрһәтмә ярыштары ойошторола, ә 2009 йылда көрәш буйынса ярыштар I хәрби сәнғәт буйынса Азия уйындары (Бангкок, Таиланд) һәм III ябыҡ биналарҙағы Азия уйындары (Ханой, Вьетнам) программаларына рәсми рәүештә индерелә[3]. 2008 йылға ҡарата Халыҡ-ара көрәш ассоциацияһы составында 105 ағза-дәүләт була[8].
2003 йылда Р. Ф. Ғәйнанов инициативаһы буйынса Бөтә донъя билбау көрәше федерацияһы (ингл. International belt wrestling association, IBWA) ойошторола, уға 26 ағза-дәүләт инә[9].
Башҡортостанда көрәш буйынса Рәсәй чемпионаттары Өфөлә — 1961, 1976, 1980, 1984, 1999, 2001, 2011 йылдарҙа, Салауатта — 1973 йылда, Октябрьскийҙа — 1978, 1981 йылдарҙа, Туймазыла — 1988 йылда үткәрелә. 2005 йылда Өфөлә билбауҙа көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты, шулай уҡ билбауҙа көрәш буйынса Донъя кубогы 2011 йылда Октябрскийҙа, 2012 йылда Өфөлә уҙғарыла[6][10]. Билбауҙа көрәш буйынса донъя чемпионаттары 2007 йылда — Өфөлә, 2013 йылда Салауатта уҙғарыла.
Ҡағиҙәләре
үҙгәртергәХәҙерге заманда ла көрәш буйынса төрлө ҡағиҙәләр ҡабул ителә. Халыҡтарҙа булған айырмалыҡтарҙан тыш, милли көрәш һәм билбаулы көрәштең үҙенсәлектәре бар. Милли көрәштә аяҡ салыу һәм аҫтан тартып йығыу тыйылһа, икенсеһендә бындай сикләүҙәр юҡ[11].
Көрәштең башында һәм аҙағында борондан килгән йола буйынса көрәшселәр бер-береһенә ҡул бирешергә тейеш. Башҡорт милли көрәшенең ҡағиҙәләренә ярашлы саф еңеү көрәштәшен рөхсәт ителгән һәр төрлө алым менән келәмдән күтәреп алып салҡан (ҡалаҡ һөйәгенә) һалған көрәшсегә бирелә. Еңеүсе шулай уҡ балдар буйынса ла билдәләнә. Көрәшселәрҙең береһенең өҫтөнлөгө 6 балдан артһа, еңеүсе ваҡытынан алда билдәләнә, ә балдар тигеҙ булған осраҡта көрәшсенең беренсе баһалана торған алымына тиклем өҫтәмә ваҡыт бирелә[5].
Көрәш буйынса ярыштар олимпик система буйынса өлкәндәр араһында — 10, ә үҫмерҙәр араһында 9 ауырлыҡ категорияһында уҙғарыла[2]. Һәр бер ауырлыҡ категорияһында беренсе урын алыусылар билдәләнгәс, улар араһында абсолют батыр исемен яулау өсөн алыштар уҙғарыла[2]. Көрәште пассив алып барған ҡатнашыусы киҫәтеү ала, өсөнсө киҫәтеүҙән һуң ул дисквалифициялана[5].
Билбаулы көрәш классик һәм ирекле стилдәрҙән тора. Был көрәш төрөнөң классик стиле традицион башҡорт милли көрәшенә яҡын, бында аяҡтар менән алымдар ҡулланыу тыйыла[5]. Билбаулы көрәш буйынса рәсми ярыштарҙағы алыштарҙың ваҡыты: балалар (11—13 йәш) һәм үҫмерҙәр (14—15 йәш) — 2.00 минут, кадеттар (16—17 йәш) — 2.30 минут, өлкәндәр (18 йәштән алып) — 3.00 минут[12].
Ярыштар
үҙгәртергәДонъя чемпионаттары
үҙгәртергәEdition | Year | Host City | Country | Events |
---|---|---|---|---|
1 | 1999 | Tashkent | Үзбәкстан | 3 |
2 | 2000 | Antalya | Төркиә | 4 |
3 | 2001 | Budapest | Венгрия | 2 |
4 | 2002 | Erevan | Әрмәнстан | 7 |
5 | 2005 | Tashkent | Үзбәкстан | 13 |
6 | 2007 | Ulaanbaatar | Монголия | 11 |
7 | 2009 | Alushta | Украина | 14 |
8 | 2011 | Termez | Үзбәкстан | 14 |
9 | 2013 | Istanbul | Төркиә | 15 |
10 | 2015 | Khorramabad | Иран | 8 |
11 | 2017 | Istanbul | Төркиә |
- http://kurash-ika.org/en/chempiony-mira/ 2020 йыл 22 сентябрь архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/category/news/
- http://kurash-ika.org/en/rezul-taty-turnirov-v-termeze/ 2019 йыл 25 июль архивланған. (World senior female and veteran world championships)
- http://kurash-ika.org/en/rezul-taty-v-chempionata-mira-sredi-vzrosly-h/ 2019 йыл 29 июль архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/rezul-taty-i-chempionata-mira-sredi-veteranov/ 2019 йыл 30 июль архивланған. (Results of I World veteran champs)
- http://kurash-ika.org/en/aziya-dominiruet-na-pervom-komandnom-kubke-mira/ 2019 йыл 24 июль архивланған.
World Junior Kurash Championships (U20)
үҙгәртергәEdition | Year | Host City | Country | Events |
---|---|---|---|---|
1 | 2000 | |||
2 | 2002 | |||
3 | 2004 | Shahrisabz | Үзбәкстан | 9 |
4 | 2006 | Santo Domingo | Доминика Республикаһы | 9 |
5 | 2008 | |||
6 | 2010 | New Delhi | Һиндостан | 14 |
7 | 2012 | Bournemouth | Бөйөк Британия | 7 |
8 | 2016 | Kochi | Һиндостан | 13 |
- 1st Cadet : http://kurash-ika.org/en/itogi-i-chempionata-mira-sredi-kadetov/ 2019 йыл 17 июль архивланған. (Results of I World Cadet Championships)
- 3rd : http://kurash-ika.org/en/rezul-taty-iii-chempionata-mira-sredi-molodezhi/ 2019 йыл 23 июль архивланған.
- 4th : http://kurash-ika.org/en/itogi-chempionata-mira-v-dominikanskoj-respublike/ 2019 йыл 23 июль архивланған.
- 6th : http://kurash-ika.org/en/chempiony-mira-po-kurashu/ 2019 йыл 17 июль архивланған.
- 7th : http://kurash-ika.org/en/v-velikobritanii-zavershilsya-chempionat-mira/ 2019 йыл 17 июль архивланған.
- 8th : http://kurash-ika.org/en/v-indii-otkry-lsya-chempionat-mira-sredi-molodezhi/ 2019 йыл 17 июль архивланған.
- 8th : http://kurash-ika.org/en/itogi-vtorogo-dnya-chempionata-mira-v-indii/ 2019 йыл 17 июль архивланған.
Asian Kurash Championships
үҙгәртергәEdition | Year | Host City | Country | Events |
---|---|---|---|---|
1 | 2000 | Tashkent | Үзбәкстан | |
2 | 2001 | |||
3 | 2003 | Tehran | Иран | 5 |
4 | 2005 | |||
5 | 2006 | Kabul | Афғанстан | 6 |
6 | 2008 | Tehran | Иран | 5 |
7 | 2011 | Ilam | Иран | 5 |
8 | 2012 | Kochi | Һиндостан | 13 |
9 | 2015 | Beirut | Ливан | 14 |
- http://kurash-ika.org/en/category/news/
- http://kurash-ika.org/en/itogi-chempionata-azii-po-kurashu/ 2019 йыл 26 июль архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/rezul-taty-vii-chempionata-azii/ 2019 йыл 26 июль архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/itogi-chempionata-azii-v-indii/ 2019 йыл 28 июль архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/chempionat-azii-den-pervy-j/ 2017 йыл 17 ноябрь архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/itogi-vi-chempionata-azii-sredi-vzrosly-h/ 2019 йыл 24 июль архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/kabul-prinyal-chempionat-azii/ 2019 йыл 17 июль архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/tegeran-prinimaet-kontinental-ny-j-chempionat/ 2019 йыл 24 июль архивланған.
Asian Junior Kurash Championships (U20)
үҙгәртергәEdition | Year | Host City | Country | Events |
---|---|---|---|---|
1 | 2009 | |||
2 | 2011 | |||
3 | 2013 | Taipei | Ҡалып:TPE | 29 |
4 | 2015 | Taoyuan | Ҡалып:TPE | 25 |
5 | 2017 | Tehran | Иран | 7 |
- http://kurashtd.org/new.aspx?id=26 2019 йыл 29 июль архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/v-irane-zavershilsya-chempionat-azii-sredi-molodezhi/ 2017 йыл 17 ноябрь архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/chempionat-azii-sredi-molodezhi-i-kadetov-v-kitajskom-tajbe-e/ 2019 йыл 25 июль архивланған. (Junior under 20 and cadet under 16 Kurash players)
- http://kurash-ika.org/en/v-tajbe-e-zavershilsya-chempionat-azii-2/ 2019 йыл 23 июль архивланған.
Arab Kurash Championships
үҙгәртергәEdition | Year | Host City | Country | Events |
---|---|---|---|---|
1 | 2010 | Beirut | Ливан | 6 |
2 | 2011 | |||
3 | 2012 | Beirut | Ливан | 7 |
4 | 2013 | Beirut | Ливан | 3 |
- http://kurash-ika.org/en/rezul-taty-chempionata-v-livane/ 2017 йыл 1 декабрь архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/livan-dominiruet-na-chempionate-arabskih-stran/ 2019 йыл 25 июль архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/itogi-iv-chempionata-arabskih-stran/ 2019 йыл 24 июль архивланған.
African Kurash Championships (Senior,Junior,Cadet)
үҙгәртергәEdition | Year | Host City | Country | Events |
---|---|---|---|---|
1 | 2001 | |||
2 | 2002 | |||
3 | 2003 | Pretoria | КАР | 14 |
4 | 2004 | Casablanca | Марокко | 8 |
5 | 2006 | Vanderbijlpark | КАР | 24 |
6 | 2007 | Antananarivo | Ҡалып:MAD | 12 |
7 | 2008 | Agadir | Марокко | 13 |
8 | 2009 | Lusaka | Ҡалып:ZAM | 15 |
9 | 2010 | Maputo | Мозамбик | 15 |
10 | 2012 | Brazzaville | Ҡалып:CGO | 17 |
11 | 2013 | Johannesburg | КАР | 23 |
12 | 2014 | Manzini | Эсватини | 22 |
13 | 2015 | Maputo | Мозамбик | 31 |
14 | 2016 | Brazzaville | Ҡалып:CGO | 7 |
- http://www.kurash-africa.com/Results/results.html
- http://kurash-ika.org/en/zambiya-gotova-k-chempionatu-afriki/ 2017 йыл 2 декабрь архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/v-svazilende-sostoyalsya-chempionat-afriki-po-kurashu/ 2019 йыл 28 июль архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/rezul-taty-chempionata-afriki/ 2019 йыл 24 июль архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/rezul-taty-vii-chempionata-afriki-po-kurashu/ 2019 йыл 23 июль архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/rezul-taty-pervenstva-afriki-sredi-yuniorov/ 2019 йыл 23 июль архивланған. (Results of African Junior champs, 2004 Port Louis, Mauritius)
- http://kurash-ika.org/en/v-respublike-kongo-sostoyalsya-chempionat-afriki/ 2019 йыл 23 июль архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/rezul-taty-chempionata-afriki-2/ 2019 йыл 26 июль архивланған.
European Kurash Championships
үҙгәртергә- 3rd : http://kurash-ika.org/en/chempionat-evropy-v-stambule/ 2019 йыл 30 июль архивланған. (2003)
- 4th : http://kurash-ika.org/en/rezul-taty-iv-chempionata-evropy/ 2019 йыл 17 июль архивланған. (2004)
- 5th : http://kurash-ika.org/en/itogi-chempionata-evropy/ 2019 йыл 25 июль архивланған. (2009)
- http://kurash-ika.org/en/itogi-chempionata-evropy-2/ 2019 йыл 23 июль архивланған. (First of 2015)
- http://kurash-ika.org/en/v-gretsii-sostoyalsya-chempionat-evropy-sredi-molodezhi-i-vzrosly-h/ 2019 йыл 28 июль архивланған. (End of 2015)
- http://kurash-ika.org/en/v-gretsii-sostoyalsya-chempionat-evropy-po-kurashu/ 2019 йыл 30 июль архивланған. (2016)
American Kurash Championships
үҙгәртергә- http://kurash-ika.org/en/chempionat-pan-ameriki-po-kurashu/ 2019 йыл 23 июль архивланған.
The Pan American Kurash Union established in 2001, was one of the first continental unions affiliated to the IKA which started holding its own continental championships. The first Pan American continental championship among seniors was held in 2002 in La Paz, the capital city of Bolivia.
International Islam Karimov Kurash Championships
үҙгәртергә- http://kurash-ika.org/en/itogi-turnira-v-gretsii/ 2019 йыл 23 июль архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/itogi-turnira-v-velikobritanii/ 2019 йыл 28 июль архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/itogi-mezhdunarodnogo-turnira-islama-karimova/ 2019 йыл 17 июль архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/turnir-islama-karimova-v-londone-2/ 2019 йыл 23 июль архивланған.
- http://kurash-ika.org/en/rezul-taty-traditsionnogo-turnira-v-gretsii/ 2019 йыл 25 июль архивланған.
Greece successfully hosted the Xth International Islam Karimov Kurash tournament held on the 1st of March, 2015. This event traditionally held in Greece since 2004 was initiated by the European Kurash Confederation and the Greece Kurash federation.
Галерея
үҙгәртергәӨфө районы һабантуйындағы көрәш, 2015 йыл | Рәсәй почта маркаһында | Үзбәкстан почта маркаһында | Башҡорттар Мәскәү һабантуйында |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Аюпов Р. А. Самый благородный вид борьбы // Ватандаш. — 2008. — № 8. — С. 195—202. — ISSN 1683-3554.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Хабибуллин И. З. Традиционная башкирская борьба курэш // Вестник Челябинского государственного университета. — 2008. — № 35. — С. 11—16.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 История Кураша . Халыҡ-ара көрәш ассоциацияһы. Дата обращения: 25 июль 2015. 2015 йыл 17 ноябрь архивланған. (рус.)
- ↑ 4,0 4,1 Синицкая О. А. Башкирский праздник сабантуй в трудах учёных и исследователей // Вестник Челябинского государственного университета. — 2014. — № 8 (337). — С. 106—110.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Хабибуллин И. З. Национальная борьба курэш как элемент традиционной физической культуры башкирского народа: диссертация … кандидата исторических наук. — Уфа, 2008. — 227 с.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Көрәш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ О республиканской целевой программе «Развитие национальной спортивной борьбы курэш в Республике Башкортостан на 2008—2012 годы» . ЗАО «Кодекс». Дата обращения: 28 июль 2015. (рус.)
- ↑ Члены Международной Ассоциации Кураш . Халыҡ-ара көрәш ассоциацияһы. Дата обращения: 25 июль 2015. 2015 йыл 17 ноябрь архивланған. (рус.)
- ↑ Члены ассоциации . Бөтә донъя билбау көрәше федерацияһы. Дата обращения: 28 июль 2015. 2016 йыл 9 март архивланған. (рус.)
- ↑ История борьбы на поясах . АНО Управление по организации и проведение спортивных мероприятий РБ. Дата обращения: 25 июль 2015. 2013 йыл 4 октябрь архивланған. (рус.)
- ↑ Милли көрәш традицияларын киләһе быуындар ҙа үҙләштерһен тип . «Киске Өфө» (7 октябрь 2014). Дата обращения: 28 июль 2015.
- ↑ Международные правила соревнований по борьбе на поясах (вольный и классический стиль) . Бөтә донъя билбау көрәше федерацияһы. Дата обращения: 28 июль 2015.(недоступная ссылка) (рус.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Абсаликова Ф. Ш. Игры и развлечения башкир (конец XIX первая половина XX вв.) — Уфа: Гилем, 2000.
- Аюпов Р. А. От сабантуя до Олимпийских игр (о развитии в Башкортостане национальных видов спорта и конноспортивных игр). — Уфа: Слово, 1995.
- Бикимбетов Р. Г. Народная физическая культура в системе воспитания молодого поколения: совершенствование преподавания физической, культуры и олимпийское образование. — Стерлитамак, 2003.
- Муртазин Р. Г. Башкирская спортивная борьба курэш: правила соревнований. — Уфа, 1991.
- Мусакаев М. Б. Национальная спортивная борьба курэш: уч.-метод. пособие / М. Б. Мусакаев, С. В. Туленков. — Уфа: Китап, 2008. — 104 с.
- Нагаева Л. И. Башкирские народные праздники, обряды и обычаи. — Уфа: Китап, 1999. — 160 с.
- Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки. — Уфа: Китап, 2006. — 376 с. — ISBN 5-295-03899-8.
- Султангареева Р. А. Башкирский народный куреш. — Уфа: Китап, 2009. — 142 с. — ISBN 978-5-295-04925-5.
- Хабибуллин И. З. Башкирская борьба курэш. История и современность. — Уфа: Гилем, 2007. — 208 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергәКөрәш Викимилектә | |
Көрәш Викияңылыҡтарҙа |
- Көрәш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Аюпов Р. А. Самый благородный вид борьбы // Ватандаш. — 2008. — № 8. — С. 195—202. — ISSN 1683-3554.
- Бурангулов Я. Курэш — народное достояние // Ватандаш. — 2003. — № 6. — ISSN 1683-3554.
- Хабибуллин И. З. Национальная борьба курэш как элемент традиционной физической культуры башкирского народа: диссертация … кандидата исторических наук. — Уфа, 2008. — 227 с.
- Хабибуллин И. З. Традиционная башкирская борьба курэш // Вестник Челябинского государственного университета. — 2008. — № 35. — С. 11—16.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |