Ырымбур (рус. Оренбу́рг) — Рәсәйҙәге ҡала. Көньяҡ Уралда, Һаҡмар менән Яйыҡ ҡушылған ерҙә урынлашҡан.

Ҡала, Рәсәй Федерацияһы субъекты үҙәге
Ырымбур
Оренбург
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Регион

Ырымбур өлкәһе

Координаталар

51°46′ с. ш. 55°06′ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Сергеевич, Панчин Сергей[d][1]

Агломерация

1130000

Этнохороним

ырымбурлы, ырымбурлылар

Телефон коды3532
Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

admin.orenburg.ru

Ырымбур (Рәсәй)
Ырымбур
Ырымбур
Ырымбур (Ырымбур өлкәһе)
Ырымбур

1744—1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһы үҙәге, 1920—1925 йылдарҙа Ҡаҙаҡ АССР-ының баш ҡалаһы, 1934 йылдан Ырымбур өлкәһенең һәм бер үк ваҡытта Ырымбур районының үҙәге (составына инмәй).

1735 йылда Ырымбур экспедицияһы нигеҙендә Ур йылғаһының тамағында Ырымбур тигән ҡәлғә ҡорола башлай. Әммә был урын ҡала өсөн яраҡһыҙ тип табыла. Ҡаланы Яйыҡ буйындағы Ҡыҙылтау янына күсереп ҡарайҙар. Был урын да ҡала өсөн уңышһыҙ булып сыға.

1742 йылда тәүге урынынан 300 км алыҫлыҡта, Яйыҡ йылғаһы буйында, хәҙерге Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалына. Ыр тамағындағы Ырымбур ҡәлғәһенең исеме бында күсеп килә. Урындағы ҡалған ҡәлғәне Орск тип атайҙар.

Шулай итеп, Ырымбур атамаһы Ыр йылғаһының исеменән һәм немецсә «бург» (ҡала) һүҙенән алынған.

Губерна үҙәге (1744—1919)

үҙгәртергә

1744—1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһы үҙәге. 1919 йылға тиклем Ырымбур Рәсәйҙең көнсығыштағы иң эре ҡалаһы.

1842 йылда ҡалала башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре идаралығы йорто Каруанһарай төҙөлә.

1877 йылда Ырымбурға тиклем тимер юлы һалына, Ырымбур тимер юл вокзалы асыла.

1899 йылда ҡалала беренсе электр станцияһы ток бирә[9].

1890—1906 йылдарҙа Урта Азия тимер юлы төҙөлә.

1891—1920 йылдарҙа ҡалала Хөсәйениә мәҙрәсәһе эшләгән. Унда Сәғит Агиш, Ғабдулла Амантай, Авзал Таһиров һәм башҡа күренекле кешеләр уҡыған.

1906 йылда Ырымбур-Ташкент тимер юлы сафҡа индерелә.

1905 йылда Урта Азия тимер юлы оҫтаханаһы заводы (хәҙерге «Рәсәй тимер юлдары» ААЙ Локомотив ремонтлау заводы) төҙөлә.

1905 йылда Татар театры асыла.

Ырымбурҙа башҡорт ҡоролтайҙары

үҙгәртергә

1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбур ҡалаһында I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә.

1917 йылдың 8—20 декабрендә Ырымбур ҡалаһында III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә.

I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайы Башҡорт өлкә (үҙәк) шураһын (советын) төҙөү һәм «Башҡорт» гәзитен сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә[29]. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡорт хөкүмәте төҙөлә.

1919 йылда ҡалала Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөү тураһында Декретҡа ҡул ҡуйыла. КаруанһарайБашҡорт АССР-ның беренсе Хөкүмәте урынлашҡан йорт.

1920 йылда ҡалала Ҡырғыҙ АССР-ы төҙөү тураһында Декретҡа ҡул ҡуйыла.

1920—1925 йылдарҙа Ҡаҙағстандың беренсе баш ҡалаһы була. 1921—1936 йылдарҙа ҡалала Ырымбур башҡорт педагогия техникумы булдырыла. Уны Зәйнәб Биишева, Баязит Бикбай һәм башҡа күренекле кешеләр тамамлаған.

1920 йылдарҙа Ҡыҙылдар ғәскәрендәге татарҙарға һәм башҡорттарға һәйкәл ҡуйыла.

Урта Волга крайы составында (1929-1934)

үҙгәртергә

1929-1934 Ырымбур ҡалаһы Урта Волга крайы составында була.

Чкалов (1938-1957)

үҙгәртергә

1938—1957 йылдарҙа ҡала совет осоусыһы Валерий Чкалов исемен йөрөткән. Ләкин Валерий Чкалов Ырымбур өлкәһендә тыумаған һәм бер тапҡыр ҙа Ырымбур яҡтарында булмаған.

1939 йылда Ырымбур мамыҡ шәлдәре фабрикаһы асыла[32], Ырымбур — шәлдәр һәм яулыҡтар етештереүсе.

1941 йылда Ырымбурға Ленинградтан 47-се Авиаремонт заводы эвакуацияллана. Ошо завод нигеҙендә Ырымбур машиналар төҙөү заводы асыла (хәҙерге «Стрела» производство берекмәһе). Һуғыш ваҡытында завод 1595 самолёт сығара (Ут-2, Ут-2М, Як-6 (конструктор А. С. Яковлев), Ще-2). Һуғыштан һуң заводта Ми-1 вертолёттар; А-2 (КБ Антонова), Це-25 (конструктор П. В. Цибин), Як-14 (КБ А. С. Яковлева) планерҙар; По-2 (КБ Н. Н. Поликарпова) самолёттар; Ил-10М (КБ С. В. Ильюшина) штурмовик-бомбардировщиктар сығарыла. 1950—1980 йылдарҙа заводта 8К11, 8К63, 8К84 баллистик ракеталарын сығаралар. 1990-сы йылдарҙан Ка-226 вертолёты сығарыла[33].[34].

1966 йылдың ноябрендә 13-сө скважина газ бирә. Ошо көн Ырымбур нефть-газконденсатлы ятҡылығын асыу көнө[35] тип иҫәпләнә.

1969 ҡалала Һаҡмар ТЭЦ-ы төҙөлә (хәҙерге Рәсәй селтәренең «Оренбурэнерго» ЯСЙ нигеҙ ойошмаһы).

1974 йылда Ырымбур-Зәй (Татарстан) газ торба үткәргесе сафҡа индерелә.

1974 йылда Ырымбур газ эшкәртеү заводының беренсе өлөшө сафҡа индерелә. 1974 йылда Ырымбур газ эшкәртеү заводының икенсе, 1978 йылда өсөнсө өлөштәре сафҡа индерелә.

1978 йылда уникаль Ырымбур гелий комплексы сафҡа индерелә.

1979—1982 йылдарҙа «Инвертор» заводы төҙөлә. Ул атом станциялары өсөн электр, быралау һәм нефть эшкәртеү йыһаздары етештереүсе була[36].

Административ ҡоролошо

үҙгәртергә

Ҡала өс баҫҡыслы ҡоролоштан тора. Ырымбур Төньяҡ һәм Көньяҡ округтарына бүленә[37]: Үҙ сиратында Төньяҡ округ Сәнәғәт һәм Дзержинск райондарына, ә Көньяҡ — Ленин һәм Үҙәк райондарына бүленә. Төньяҡ округ составына 5 ауыл пункты ла инә: Ҡарғалы, Самородово, Краснохолм, Пруды, Поповка, 2012 йылдың 1 ғинуарына унда — 15.6 мең кеше йәшәй. Көньяҡ округҡа Городище ауылы, Бердянка һәм Аҫҡы Һаҡмар ҡасабалары инә.

Ырымбурҙың райондары

үҙгәртергә

Беловка, Кузнечный, Пугачи, Овчинный городок, Аренда, Красный городок, Северный, Восточный, Форштадт, Ҡарғалы, Новостройка, Хлебный городок, Ситцевый посёлок (Ситцовка), Пороховые, Бәрҙе, Новая слободка, Степной, Маяк

Юғары уҡыу йорттары

үҙгәртергә

Сәнғәт һәм мәҙәниәт

үҙгәртергә
  • М. Горький исемендәге драма театры (1997 йылдан баш режиссёр Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы)
  • Дәүләт өлкә музыкаль комедия театры
  • Ҡурсаҡ театры
  • «Пьеро» муниципаль ҡурсаҡ театры
  • Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Татар дәүләт драма театры (1905 йылда асылған)
  • Урыҫ халыҡ академия хоры

2007 йылдың 30 июлендә Ырымбурҙың Милли ауылында башҡорт йорт-музейы асылған.[47]

География

үҙгәртергә

Ырымбур –Башҡортостандын баш ҡалаһы Өфөгә иӊ яҡын сиктәш төбәктәр үҙәге.

Ырымбурҙың климаты  уртаса континенталдән ҡырҡа континенталгә күсеүсән [48]. Йәй эҫе һәм ҡоро: йылына биш ай уртаса көнлөк температура +15 °C тора; ҡыш артыҡ һыуыҡ түгел, максималь ҡар ҡатламы февралдә (23 см). Аяҙ, болотло һәм яуым-төшөмлө көндәр йылына ярашлы рәүештә - 157, 176 һәм 32. Температура көндөң ваҡытына һәм ел йүнәлешенә ҡарап үҙгәреүсән. Йәйгеһен температура +40 °C-ҡа етеүе мөмкин, +5 °C-ҡа тиклем төшкән сағы ла була. Көҙ иртә, яҡынса сентябрҙең икенсе яртыһында килә, ҡыш ноябрҙә башлана. Яҙ март аҙағында башланыусан, мәгәр һауа торошо тотороҡло түгел, хатта май аҙағында һыуыҡ булғылай. Ҡыш һауа торошо еңелсә һалҡындан ҡаты һыуыҡҡа тиклем үҙгәреүсән, ҡайһы саҡ епшетеп ала йәки −40 °C-ҡа еткән ҡаты һыуыҡтар була.

Ырымбурҙың йыллыҡ уртаса климат күрһәткестәре:

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 4,7 5,8 18,9 31,3 36,5 39,8 41,6 40,9 38,0 27,0 19,2 8,1
Уртаса максимум, °C −8 −7,2 −0,8 12,8 22,1 27,5 29,0 27,4 20,9 11,2 0,3 −5,9
Уртаса температура, °C −11,8 −11,5 −5,2 6,9 15,2 20,6 22,3 20,3 14,0 5,9 −3,2 −9,5 5,3
Уртаса минимум, °C −15,5 −15,7 −9,3 1,7 8,5 13,8 15,6 13,6 7,9 1,6 −6,1 −13,1
Абсолют минимум, °C −43,2 −40,1 −36,8 −26 −5,7 −0,7 4,9 −0,9 −5,3 −19,8 −35,7 −39,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 29 22 25 28 30 36 41 29 26 34 33 31 364
Сығанаҡ: Погода и климат

Халыҡ үҙгәреүе

үҙгәртергә
Халыҡ иҫәбе
1811[49]1840[49]1856[49]1863[49]1897[50]1914[49]1923[49]
540014 60013 70027 60072 000100 100105 900
1926[50]1931[49]1939[50]1956[51]1959[52]1962[49]1967[49]
123 000129 500172 000226 000267 317288 000326 000
1970[53]1973[49]19741975[54]1976[49]1979[55]1982[49]
344 266386 000400 000425 000425 000458 747494 000
1985[56]1986[49]1989[57]1990[58]1991[56]1992[56]1993[56]
523 000527 000546 501522 000525 000525 000524 000
1994[56]1995[56]1996[56]1997[56]1998[56]1999[56]2000[56]
526 000530 000530 000528 000527 000524 000521 000
2001[56]2002[59]2003[60]2004[60]2005[61]2006[61]2007[61]
516 600549 361548 100542 700540 500533 900529 598
2008[61]2009[62]2010[63]2011[61]2012[64]2013[65]2014[66]
526 430524 413548 331547 427554 723556 127560 046
2015[67]2016[68]
561 279562 569

Милли составы. 2010 иҫәп алыу буйынса Ырымбурҙың милли составы[69]

Халыҡ Һан, кеше милләтте әйткән кешеләрҙән %
урыҫтар 444 470 83,45 %
татарҙар 41 451 7,78 %
ҡаҙаҡтар 10 796 2,03 %
украиндар 10 502 1,97 %
башҡорттар 5 890 1,10 %
әрмәндәр 3 378 0,63 %
мордвалар 2 750 0,52 %
башҡа милләттәр 13 409 2,52 %
Милләттен әйткән дөйөм халыҡ 532 646 100,0 %
Ырымбурҙа йәшәүсе дөйөм халыҡ 548 331
Ырымбур ҡала округында йәшәгән дөйөм халыҡ 563 900

Транспорты

үҙгәртергә

Ырымбур — эре транспорт төйөнө.Ҡалала Һамарға, Орскийға, Уральскийға, Аҡтүбәгә, Өфөгә барған юлдар киҫешә. Ҡала аша федераль юл Ҡазан (ҡала) — Ырымбур — Аҡбулак — «Ҡаҙағстан сиге» үтә.

Поездар Мәскәүгә, Екатеринбургҡа, Өфөгә, Һамарға, Силәбгә, Киевҡа, Адлерға, Ташкентҡа, Астанаға, Бишкәккә йөрөй. Ҡала яны электропоездары Новосергиевка, Аҡбулаҡ, Ҡыуандыҡ, Һарыҡташ, Һаҡмарға йөрөй.

Ҡалала ике аэродром: хәрби (Ырымбур-2, Төнъяк) һәм Гагарин исемендәге аэропорт. Аэропортта «Ырымбур авилинялары» (OrenAir) теркәлгән.

Ырымбур тимер юл вокзалы

үҙгәртергә

Ырымбур станцияһы — Көньяҡ-Урал тимер юлының Ырымбур бүлексәһе станцияһы. Адресы: 460006, Ырымбур, Привокзальная площадь, 1. Ырымбурға тиклем тимер юлы 1877 йылда һалына. Лев Николаевич Толстой Ырымбур станцияһының беренсе пассажиры тип һанала.

Ырымбурҙың мәсеттәре

үҙгәртергә
  1. Меновнин мәсете — 1930 йылда ябыла, Меновой двор комплексы менән бергә һүтелгән
  2. 1-се йәмиғ мәсете — 1930 йылда ябыла, йортта кешеләр йәшәй
  3. Каруанһарай (2-се йәмиғ мәсете)
  4. Ырымбур Үҙәк мәсете (3-сө йәмиғ мәсете)
  5. 4-се йәмиғ мәсете—1930 йылда ябыла., йорт хәрби госпиталь биләмәһендә урынлаша
  6. Сөләймәниә мәсете (5-се йәмиғ мәсете)
  7. Хөсәйениә мәсете (6-сы йәмиғ мәсете)
  8. Рамаҙан мәсете (Ырымбур) (7-се йәмиғ мәсете)
 
Ырымбур мамыҡ шәле Рәсәй Почтаһы маркаһы, 2013 йыл,  (ЦФА (ИТЦ «Марка») № 1715)

Ҡалала газ эшкәртеү, машиналар төҙөү сәнәғәте әһәмиәтле:

  1. Полимер торбалар заводы
  2. Интер РАО ЕЭСтын федераль селттәр компанияһы филиалы
  3. Башнефтьтең «Оренбургнефтепродукт» Асыҡ Акционерҙар Йәмғиәте АЗСтар һәм базалар
  4. «Гидропресс» Асыҡ Акционерҙар Йәмғиәте
  5. «Нефтемаслозавод» Асыҡ Акционерҙар Йәмғиәте
  6. «Оренбург Водоканал» Яуаплығы Сикләнғән Йәмғиәте («Росводоканал» холдингы составында)

Ырымбур менән бәйле шәхестәр

үҙгәртергә

Шулай уҡ карағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://orenburg.ru/power/top/
  2. [1] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  3. [ http://kulturnoe-nasledie.ru/monuments.php?id=5600305000 2016 йыл 4 февраль архивланған.]
  4. [2] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  5. [3] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  6. [4] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  7. [5] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  8. [6] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  9. 9,0 9,1 [7]
  10. [8] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  11. [9] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  12. [10] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  13. [11] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  14. [12] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  15. [13] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  16. [14] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  17. [15] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  18. [16] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  19. [17] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  20. [18] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  21. [19] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  22. [20] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  23. [21] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  24. [22] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  25. [23] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  26. [24] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  27. [25] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  28. [26] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  29. Башҡортостан энциклопедияһында Башҡорт шураһы(недоступная ссылка)
  30. [27] 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  31. [28](недоступная ссылка)
  32. [29]
  33. сайты 2015 йыл 5 ғинуар архивланған.
  34. [30] 2016 йыл 22 июнь архивланған.
  35. Газпром етештереү Ырмыбур ЯСЙ сайты
  36. [31] 2015 йыл 7 февраль архивланған.
  37. Административные округа с официального сайта г. Оренбурга 2011 йыл 1 ғинуар архивланған.
  38. Посёлок Бёрды 2014 йыл 1 июль архивланған.
  39. О Бердах
  40. Оренбург: от Парижа до Китая. Sometrouble.livejournal.com. Архивировано 12 июль 2013 года.
  41. Елена Кузнецова, Сергей Пронь. Гибель детей в Шанхае — явление почти нормальное. Оrenburg.rfn.ru. Архивировано 12 июль 2013 года. 2016 йыл 6 март архивланған.
  42. Гостиный двор журналы 2014 йыл 26 август архивланған.
  43. Беловка
  44. http://www.rutraveller.ru/place/14623 Беловканың архитектура ансамбле XVIII—IXX быуаттарҙа төҙөлгән йорттарҙан тора
  45. Микрорайону Ростоши 20 лет. Орен.ру. Дата обращения: 26 июнь 2012. Архивировано 25 сентябрь 2012 года.
  46. В Оренбурге открыт комплекс зданий и сооружений Аппарата Пограничного управления ФСБ России по Оренбургской области. Официальный портал Правительства Оренбургской области. Дата обращения: 26 июнь 2012. Архивировано 25 сентябрь 2012 года. 2015 йыл 24 июнь архивланған.
  47. Ырымбурҙың Милли ауылында йорт-музей тураһында 2018 йыл 28 апрель архивланған.
  48. Администрация г. Оренбурга 5. Географическое положение. Климат. Дата обращения: 29 октябрь 2009. Архивировано из оригинала 1 февраль 2010 года. 2010 йыл 1 февраль архивланған.
  49. 49,00 49,01 49,02 49,03 49,04 49,05 49,06 49,07 49,08 49,09 49,10 49,11 49,12 Народная энциклопедия «Мой город». Оренбург. Дата обращения: 21 октябрь 2013. Архивировано 21 октябрь 2013 года.
  50. 50,0 50,1 50,2 Города с численностью населения 100 тысяч и более человек. Дата обращения: 17 август 2013. Архивировано 17 август 2013 года.
  51. Народное хозяйство СССР в 1956 г. (Статистический сборник). Государственное статистическое издательство. Москва. 1956. Дата обращения: 26 октябрь 2013. Архивировано 26 октябрь 2013 года.
  52. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  53. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  54. Российский статистический ежегодник, 1998 год
  55. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  56. 56,00 56,01 56,02 56,03 56,04 56,05 56,06 56,07 56,08 56,09 56,10 56,11 Российский статистический ежегодник. Госкомстат, Москва, 2001. Дата обращения: 12 май 2015. Архивировано 12 май 2015 года.
  57. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  58. Российский статистический ежегодник.2002 : Стат.сб. / Госкомстат России. – М. : Госкомстат России, 2002. – 690 с. – На рус. яз. – ISBN 5-89476-123-9 : 539.00.
  59. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  60. 60,0 60,1 Города и районы Оренбургской области. Оренбург. Типография Оренбургстата. 2004. - 283 с. Дата обращения: 3 май 2015. Архивировано 3 май 2015 года.
  61. 61,0 61,1 61,2 61,3 61,4 База данных "регионы Приволжского округа". Численность постоянного населения
  62. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  63. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  64. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  65. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  66. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  67. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  68. Численность населения муниципальных образований Оренбургской области на 1 января 2016 года. Дата обращения: 4 апрель 2016. Архивировано 4 апрель 2016 года.
  69. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года 2012 йыл 27 сентябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә