Һарытау өлкәһе
Һарытау өлкәһе (рус. Саратовская область) — Волга буйы федераль округы составындағы Рәсәй Федерацияһы субъекты. Административ үҙәк — Һарытау ҡалаһы. Көньяҡта —Волгоград өлкәһе, көнбайышта — Воронеж һәм Тамбов өлкәләре, төньяҡта — Пенза, Һамар, Ульяновск һәм Ырымбур өлкәләре менән сиктәш, көнсығышта Рәсәйҙең Ҡаҙағстан менән дәүләт сиге үтә.
Һарытау өлкәһе | |
Флаг[d] | Герб[d] |
![]() | ![]() |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 5 декабрь 1936 |
---|---|
Рәсми тел | рус теле |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәк | Һарытау |
Административ-территориаль берәмек | Рәсәй[1] |
Геоданные | Data:Russia/Saratov Oblast.map |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | губернатор Саратовской области[d] |
Хөкүмәт башлығы | Валерий Васильевич Радаев[d] |
Халыҡ һаны | 2 462 950 кеше (1 ғинуар 2018)[2] |
Сәғәт бүлкәте | МСК+1[d] |
Сиктәш | Пенза өлкәһе, Ульяновск өлкәһе, Һамар өлкәһе, Волгоград өлкәһе, Воронеж өлкәһе, Тамбов өлкәһе, Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе[d] һәм Ырымбур өлкәһе |
Ҡулланылған тел | рус теле һәм татар теле |
Майҙан | 100 830 км² |
Рәсми сайт | saratov.gov.ru |
![]() | |
Тема географияһы | география Саратовской области[d] |
Номер тамғаһы коды | 64 һәм 164 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Саратовской области[d] |
Категория для видов элемента | Category:Views of Saratov Oblast[d] |
Экономика темы | economy of Saratov Oblast[d] |
![]() |
1936 йылдың 5 декабрендә Һарытау крайын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә ойошторолған.
Билдәле шәхестәреҮҙгәртергә
- Ишемғужин Евгений Измайлович (19.07.1939—4.10.2014), ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп эшмәкәре. 1993—2004 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡыу эштәре буйынса проректоры. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1991), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Пугачёв ҡалаһынан[3].
- Кувыкин Степан Иванович (7.11.1903—16.09.1974), инженер-нефтсе, СССР-ҙың хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1942—1957 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһе начальнигы, 1965—1970 йылдарҙа СССР нефть сәнәғәте министры урынбаҫары. Техник фәндәр кандидаты (1957). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948),БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). СССР-ҙың 3—6-сы саҡырылыш, РСФСР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ике тапҡыр (1946, 1950) Сталин премияһы лауреаты, дүрт Ленин (1942, 1948, 1953, 1965), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945, 1957) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры.
ГеографияҮҙгәртергә
Географик урыныҮҙгәртергә
Һарытау өлкәһе Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяҡ-көнсығышында, Түбәнге Волга буйының төньяҡ өлөшөгдә урынлашҡан. Көнбайыштан көнсығышҡа — 575 км-ға, төньяҡтан көньяҡҡа 330 км-ға һуҙылған. Өлкә аша Волга йылғаһы аға, ул уны ике өлөшкә — Һул яр буйы һәм Уң яр буйы өлөштәренә бүлә.
ХалҡыҮҙгәртергә
Рәсәй дәүләт статистика комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы өлкәнең халыҡ иҫәбе 2 487 529[4] кеше (2016) тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 24,57 чел./км2 (2016). Ҡала халҡы — 75,35 % (2015). Демографик күрһәткестәр буйынса Һарытау өлкәһе Рәсәйҙә 70-се урынды биләй[5].
Һарытау һәм Һамар өлкәләрендә Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары йәшәй. Һарытау өлкәһендә башҡорттар күпләп Перелюб районының Байғондо, Күҙәбай, Күсембәт, Ҡунаҡбай, Пугачёв районының Бобровый Гай (Бәгәнәш, Ҡондоҙло), Мәҡсүт (Бишул) һ. б. торама пункттарҙа йәшәй.
Халыҡ | 2010 йыл иҫәбе, кеше[7] |
---|---|
Урыҫтар | 2 151 215 (87 ,55 %) |
Ҡаҙаҡтар | 76 007 (3 ,09 %) |
Татарҙар | 52 884 (2 ,15 %) |
Украиндар | 41 942 (1 ,71 %) |
Әрмәндәр | 23 841 (0 ,97 %) |
Әзербайжандар | 14 868 (0, 60 %) |
Сыуаштар | 12 261 (0, 50 %) |
Мордвалар | 10 917 (0, 44 %) |
Белорустар | 8 489 (0, 34 %) |
Немецтар | 7 579 (0, 31 %) |
Чечендар | 5 738 (0, 23 %) |
Лезгиндар | 5 245 (0, 21 %) |
Корейҙар | 4 206 (0, 17 %) |
Башҡорттар | 3 489 (0, 14 %) |
Сиғандар | 3 350 (0, 13 %) |
Молдавандар | 3 037 (0, 12 %) |
Милләтен күрһәткәндәр |
2 457 014 (100 ,0 %) |
Бөтәһе | 2 521 892 |
Административно-территориаль ҡоролошо һәм урындағы үҙидаралыҡҮҙгәртергә
Урындағы үҙидаралыҡҮҙгәртергә
Өлкәлә урындағы үҙидаралыҡ 439 муниципаль берәмектән тора. Шуларҙан: 4 ҡала округтар, 38 муниципаль райондар, 42 ҡала торамалар, 355 ауыл торамалар (2010).
2005 йылға ҡарата өлкәлә барлығы 1805 тораҡ пункттар, 18 ҡала иҫәпләнә.
Ҡала округтарыҮҙгәртергә
- Һарытау ҡалаһы муниципаль берәмеге
- Светлый ЯАТБ ҡала округы
- Михайловский ЯАТБ муниципаль берәмеге
- Шихандар ЯАТБ
Муниципаль райондарҮҙгәртергә
|
|
|
|
Тораҡ пункттарҮҙгәртергә
Һарытау Балаково |
Урын | Ҡала | Халыҡ һаны | Урын | Ҡала | Халыҡ һаны | Вольск Ртищево |
---|---|---|---|---|---|---|---|
1 | Һарытау | 837 900 | 11 | Атҡар | 25 624 | ||
2 | Энгельс | 202 419 | 12 | Красноармейск | 24 364 | ||
3 | Балаково | 199 690 | 13 | Ершов | 21 448 | ||
4 | Балашов | 82 227 | 14 | Яңы Үҙән | 17 011 | ||
5 | Вольск | 66 508 | 15 | Калининск | 16 441 | ||
6 | Пугачёв | 41 707 | 16 | Ҡыҙыл Ҡот | 14 416 | ||
7 | Ртищево | 41 289 | 17 | Степное | 13 136 | ||
8 | Приволжский | 34 364 | 18 | Хвалынск | 13 094 | ||
9 | Маркс | 31 531 | 19 | Арғаҙаҡ | 12 845 | ||
10 | Петровск | 31 160 | 20 | Светлый | 12 493 | ||
Сығанаҡ |
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Росстат.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ишемғужин Евгений Измайлович (Тикшерелгән 18 июль 2019)
- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 март 2016. 27 март 2016 тикшерелгән.
- ↑ ГТРК Саратов - По демографическим показателям Саратовская область занимает 70-е место в РФ. Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 апрель 2013. 17 апрель 2013 тикшерелгән.
- ↑ Һандары 3000 ашыу булған халыҡтар күрһәтелгән
- ↑ Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- География Саратовской области. — Саратов: «Детская книга», 1997.
- Огаджанов В. А., Огаджанов А. В., Маслова М. Ю. О цикличности в проявлениях локальной сейсмичности в районе Саратовского геодинамического полигона. Недра Поволжья и Прикаспия. 2013. Вып. 76. С. 52-57.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
Һарытау өлкәһе Викимилектә | |
Һарытау өлкәһе Викияңылыҡтарҙа | |
Һарытау өлкәһе Викигид |
- Һарытау өлкәһе // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Правительство Саратовской области
- Сведения о городах Саратовской области
- Культурная жизнь Саратова
- География Саратовской области
- Һарытау өлкәһе Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.