Скри́пка — юғары регистрлы ҡыллы һыҙғыслы музыка ҡоралы. Халыҡ сығарған, XVI быуатта хәҙерге күренешен ала, XVII быуатта киң тарала. Квинталарға көйләнгән дүрт ҡылы бар: g, d1,a1,e2 (бәләкәй октавалағы соль, беренсе октавалағы ре, ля, икенсе октавалағы ми), диапазоны g-нан (бәләкәй октавалағы соль) a4 (дүртенсе октавалағы ля) тиклем һәм унан да юғары. Скрипканың тембры түбән регистрҙа — ҡалын, уртала — йомшаҡ һәм юғарыла — ялтыр. Биш ҡыллы скрипкалар ҙа була, уларға түбәнге альт ҡылы «c» йәки до (бәләкәй октавалағы до) өҫтәлә.

Скрипка
изображение
Классификация

Ҡыллы һыҙғыслы музыка ҡоралы, Хордофон

Диапазон:

һәм көйләнеше

Туғандаш инструменттар

Альт, Виола, Виолончель, Контрабас, Пошетта, Гудок

Хәҙерге скрипканың «Шәжәрә ағасы». Encyclopædia Britannica, 11-се баҫма.

Скрипка сығышы менән ғәрәп ребабына, ҡаҙаҡ ҡумыҙына, испан фи́деленә, британ кроттаһына барып тоташа, улар бергә ҡушылып виола хасил иткән (скрипка итальянса violino тип атала), шулай уҡ славяндарҙың квинта ҡоролошло дүрт ҡыллы жигы (скрипканың немецса атамаһы geige шунан алынған) өҫтәлгән. Халыҡ музыка ҡоралы булараҡ, скрипка бигерәк тә Белоруста, Польшала, Украинала, Румынияла, Истрияла һәм Далмацияла (хәҙерге Югославия) киң таралған. Аристократтарҙың виолаһы менән халыҡсан скрипка араһында быуаттар буйы барған ярыш һуңғыһының еңеүе менән тамамлана.

ХVI быуат уртаһында Италияның төньяғында әлеге конструкциялы скрипка барлыҡҡа килә. Гаспаро да Сало (яҡынса 1542—1609) Бреша ҡалаһында оҫталар мәктәбен асҡан, Андреа Амати[en] (1535—яҡынса 1611) Кремона мәктәбенә нигеҙ һалған[1]. Скрипка формалары XVI быуатҡа ахырғы һынланышын таба; ошо быуатта һәм XVII быуат башында данлыҡлы скрипка яһаусылар — Амати ғаиләһе йәшәй[2]. Улар эшләгән ҡоарлдар гүзәл формаһы һәм яҡшы сифатлы материалы менән айырылып тора. Италия, ғөмүмән, скрипка яһаусы оҫталары менән дан тота, мәҫәлән, Страдивари һәм Гварнери скрипкалары әлеге осорҙа бик юғары баһалана.[3]

Скрипка XVII быуаттан соло уйын ҡоралы булып тора. Скрипка өсөн тәүге әҫәрҙәр: Бьяджо Мариниҙың «Romanesca per violino solo е basso» (1620) һәм уның замандашы Карло Фаринаның «Capriccio stravagante» әҫәрҙәре. Скрипкала художестволы уйнауға Арканджело Корелли башланғыс һалған; уның артынса Торелли, Тартини, Пьетро Локателли (1693—1764) башҡарыу оҫталары булып таныла.

XIX быуаттың икенсе яртыһынан татарҙар араһында тарала[4]. XX быуаттан башҡорттарҙың[5] музыкаль көнкүрешендә осрай.

Скрипканың төҙөлөшө

үҙгәртергә

Скрипка ике төп өлөштән — корпустан һәм грифтан тора, гриф буйлатып ҡылдар тартылған.

Скрипка корпусы түңәрәкләтелгән формала була. Классик форманан айырмалы, трапеция рәүешендәге параллелограмм формаһы һәм ҡабырғаларын уйып яһалған «бил» математик йәһәттән иң ҡулай төҙөлөш булып тора. Тышҡы контурҙарҙың һәм «бил» һыҙаттарының түңәрәкләтелгәнлеге уйнау өсөн бик уңайлы. Корпустың аҫҡы һәм өҫкө яҫылыҡтары — декалар — бер-береһенә буй ағас киҫәктәре менән тоташтырылған. Улар, «көмбәҙҙәр» барлыҡҡа килтереп, ҡабарынҡы булып тора. Көмбәҙҙәр геометрияһы, уларҙың ҡалынлығы ниндәйҙер кимәлдә өндөң көсөнә һәм тембрына йоғонто яһай. Корпус эсенә йәнсек (душка) ҡуйыла, ул тирбәлештәрҙе аҫлыҡтан — өҫкө дека аша — аҫҡы декаға тапшыра. Унһыҙ скрипка тембры йәнлелеген һәм тулылығын юғалта.

Скрипка тауышының көсөнә һәм тембрына уның ниндәй материалдан эшләнгәнлеге һәм бик аҙ ғына — лак составы йоғонто яһай. Страдивари скрипкаһын лактан тулыһынса таҙартыу эксперименты билдәле, ул тауышҡа бер ниндәй ҙә йоғонто яһамаған. Лак скрипка ағасының сифатын үҙгәртмәй һаҡлай. Скрипканы аҡһыл-алтынһыуҙан ҡуйы-ҡыҙылға йә һороға тиклем төҫтәргә буяйҙар.

Аҫҡы дека (музыкаль термин) сағандың (башҡа ҡаты тоҡомло ағастарҙың) тотош киҫәгенән йә ике бер иш яртынан яһала.

Өҫкө дека яңғырашлы шыршынан эшләнә. Ике яңғырау тишеге — эфалары бар (рәүеше менән латинса f хәрефен хәтерләтә). Өҫкө деканың уртаһына аҫлыҡ таяна, аҫлыҡҡа ҡыл тотҡосҡа беркетелгән ҡылдар терәлә. Аҫлыҡтың Соль ҡылы яғындағы аяғы аҫтында өҫкө декаға берҙән-бер пружина беркетелә; ул буй ағастан яһала һәм өҫкө деканың ныҡлығын, уның яңғырау үҙенсәлеген тәьмин итә.

Тирәс аҫҡы һәм өҫкө декаларҙы тоташтыра һәм скрипка корпусының ҡырҙарын барлыҡҡа килтерә. Уның бейеклеге скрипка күләмен һәм тембрын билдәләй, тауыш сифатына хәл иткес йоғонто яһай: тирәс ни тиклем бейек булһа, өн һаңғырауыраҡ һәм йомшағыраҡ, тәпәшерәк булған һайын — өҫкө ноталар шул тиклем әсерәк һәм сафыраҡ. Тирәсте, аҫҡы дека кеүек үк, саған үҙағасынан яһайҙар.

Мөйөштәр, тирәскә урынлаштырылып, уйнағанда һыҙғысты ҡуйыу өсөн хеҙмәт итә. Һыҙғыс мөйөштәрҙең береһенә йүнәлгәндә, билдәле бер ҡылдан өн сығарыла. Һыҙғыс ике мөйөш араһында булғанда өн ике ҡылдан бер юлы сығарыла. Бер юлы өс ҡылдан өн сығара алған оҫталар осрай.

Йәнкәс  — шыршы үҙағасынан яһалған түңәрәк терәү, декаларҙы тоташтыра һәм ҡылдарҙың тартылыу көсөргәнешен һәм юғары йышлыҡлы тирбәлеүҙәрҙе аҫҡы декаға тапшыра. Оҫта уның камил урынын шылдыра-күсерә табып ала. Ҡағиҙә булараҡ, йәнкәстең осо аҫлыҡтың Ми ҡылы яғындағы аяғы аҫтына беркетелә. Уны урынынан әҙ генә лә ҡыбырҙатырға ярамай, был ҡоралдың яңғырашын боҙа. Уның урынын тик оҫта ғына көйләй. Урыҫса душка (душа һүҙенән) тип атала. Немец, итальян телдәрендә лә был деталь скрипканың йәне төшөнсәһенә тап килә. Уның нисек урынлашыуы ғына түгел, рәүеше, ҡалынлығы, материалының сифаты ла скрипканың моңона йоғонто яһай.

Гриф ҡуйғыс, йәки ҡыл тотҡос, ҡылдарҙы беркетеү өсөн хеҙмәт итә. Элек ҡаты тоҡомло ҡара йә ҡыҙыл ағастан яһалған (эбен ағасынан йәки палисандрҙан). Хәҙер пластмассанан йә еңел иретмәләрҙән эшләнә. Гриф ҡуйғыстың бер оста — элмәге, икенсе осонда ҡылдарҙы беркетә торған шлицлы дүрт тишеге бар. Ҡылдың төймәле осо (ми һәм ля) түңәрәк тишеккә индерелә, шунан ҡыл, гриф яғына тарттырылып, шлицҡа кейҙерелә. Ре һәм Соль ҡылдары ғәҙәттә гриф ҡуйғысҡа ундағы тишектән үткәрелгән элмәк менән тотторола.

Элмәк йыуан ҡылдан йә ҡорос сымдан эшләнә.

Төймә — корпуста грифҡа ҡапма-ҡаршы яҡтағы тишеккә индереп ҡуйыла торған ағас сөйҙөң эшләпәһе, гриф ҡуйғысты нығытыу өсөн хеҙмәт итә. Шына бөтә үлсәмдәре буйынса тап килеп торған тишеккә тығыҙлып кейҙереп ҡуйыла. Төймәгә ҙур көсөргәнеш төшә, 24 кг самаһы баҫым яһала.

Аҫлыҡ ҡоралдың тембрына йоғонто яһай. Уның урынынан әҙ генә шылыуы ла тембрҙы үҙгәртә. Аҫлыҡ ҡылдарҙы өҫкө деканың өҫтөнән төрлө бейеклеккә күтәртеп тора.

Скрипка грифы — ҡаты ағастан таҡта (ҡара эбендан йә палисандрҙан), һыҙғыс бер ҡылда уйнағанда эргәләге ҡылдарҙы эләктермәҫлек итеп бөгөлгән. Гриф түбәнге яғынан муйынға беркетелгән.

Һикәлтә — ҡара ағастан пластина, гриф менән баш араһында урынлашҡан, ҡылдарҙы үткәрә торған йырыҡтары бар. Һикәлтәләге йырыҡтар ҡылдарҙың бер-береһенән тигеҙ алыҫлыҡта булыуын, ҡылдар менән гриф араһында аралыҡ булыуын тәьмин итә.

Муйын — ярым түңәрәк деталь, уйнағанда уйынсы уны ҡулы менән уратып тота, муйын скрипка корпусын, грифты һәм башты тоташтыра. Һикәлтә менән гриф муйынға өҫтән беркетелә.

Сөй ҡумтаһы — муйындың өлөшө, уға буйлатып йырыҡ яһалған, ике яҡтан икешәр пар сөй беркетелгән, улар ярҙамында ҡылдар көйләнә. Сөйҙәр конус рәүешендә була. Сөй, сөй ҡумтаһындағы конус һымаҡ ояға индереп, уға теүәлләп яратып ҡуйыла — шулай эшләнмәһә, ҡоролманың таралып төшөү ихтималлығы бар. Сөйҙәр ояһында тығыҙыраҡ йә иркенерәк әйләнеп йөрөй. Тотҡарлыҡһыҙ әйләндереп булһын өсөн уларға махсус паста (йәки аҡбур йә һабын) һөртөлә. Сөйҙәр сөй ҡумтаһынан үтә ныҡ сосайып торорға тейеш түгел. Сөйҙәрҙе ғәҙәттә ҡара ағастан эшләйҙәр һәм йыш ҡына мәрүәт йәки металл (көмөш, алтын) инкрустация менән биҙәйҙәр.

Кәкерсәк һәр ваҡыт фирманы күрһәтеп торған келәймә һымағыраҡ булған — ул һөнәр эйәһенең зауығын, оҫталығын раҫлай. Баштараҡ кәкерсәк ҡатын-ҡыҙ туфлийының табанын хәтерләткән, яйлап был оҡшашлыҡ юҡҡа сыға барған, хәҙер «үксә»һе генә таныла, «ос» яғы иһә ныҡ үҙгәргән. Ҡайһы бер оҫталар кәкерсәкте скульптура менән алмаштырған, виолаларҙағы кеүек, арыҫлан башы менән биҙәгән, мәҫәлән, Джованни Паоло Маджини (1580—1632) шулай эшләгән. XIX быуат оҫталары, боронғо скрипкаларҙың грифын оҙонайтып, баш менән кәкерсәкте «тыуыу тураһында таныҡлыҡ» сифатында һаҡларға тырышҡан.

Ҡылдар, көйләнеш, көйләү

үҙгәртергә

Ҡылдар гриф ҡуйғыстан — аҫлыҡ аша, грифтың өҫтөнән өҫкө һикәлтә аша сөйҙәргә үтә һәм баш яҡта шуларға уратып ҡуйыла. Ҡылдар составы:

  • 1-се — икенсе октавалағы Ми. Ябай составлы ҡыл, сағыу ялтыр тембр.
  • 2-се — беренсе октавалағы Ля. Ябай составлы ҡыл, йомшаҡ тоноҡ тембр.
  • 3-сө — беренсе октавалағы Ре. Кендекле һәм урамалы ҡыл, йомшаҡ тоноҡ тембр.
  • 4-се — бәләкәй октавалағы Соль. Кендекле һәм урамалы ҡыл, ҡаты ҡалын тембр.
Көйләү

Ля ҡылы Ля камертоны йә фортепиано буйынса көйләнә. Ҡалған ҡылдар ишеткән буйынса таҙа квинталар буйынса көйләнә: Ми һәм Ре ҡылдары — Ля ҡылынан, Соль ҡылы — Ре ҡылынан.

Кәрәк-ярағы

үҙгәртергә

Һыҙғыс өндәр сығарыу өсөн хеҙмәт итә. Һыҙғыс ағас таяҡтан тора, бер яғында — башы, икенсе яғында ҡалыбы бар. Башы менән ҡалып араһына ат ҡойроғонан ҡыл тарттырыла. Ҡыл кератинлы ҡау менән ҡапланған, ышҡылғанда уларҙан канифоль хасил була, канифоль иһә ҡылды эләктереп, унан өндәр сығарттыра.

Эйәк аҫтылыҡ. Скрипканы эйәк менән уңайлы итеп ҡыҫып тотоу өсөн хеҙмәт итә.

Баҫма. Скрипканы умрау һөйәгенә уңалы итеп терәү өсөн кәрәк. Аҫҡы дека яҡлап ҡуйыла.

Тауыш үҙгәртеү яйланмалары. Скрипканың механик тирбәлештәрен электрлыға әйләндереү (яҙып алыу, скрипка тауышын махсус яйланмалар ярҙамында көсәйтеү йә үҙгәртеү) өсөн кәрәк.

  • Әгәр скрипка тауышы уның корпусы элементтарының акустик сифаттары иҫәбенә яһалһа, скрипка акустик була.
  • Әгәр тауыш электронлы йә электромеханик компоненттар ярҙамында яһалһа, был — электроскрипка.
  • Әгәр тауышты яһауҙа икеһе лә ҡатнашһа, был — ярымакустик скрипка.

Футляр (йәки кофр) скрипканы һәм һыҙғысты, башҡа кәрәк-яраҡты һалыу өсөн хеҙмәт итә.

Ҡыҫҡыс ҙур булмаған ағас йә резина «тараҡ», йырығы, ике-өс теше бар. Өҫкө яҡтан аҫлыҡҡа кейҙерелә һәм уның тирбәлеүен кәметә, шул сәбәпле тауыш тоноҡлана. Ҡыҫҡыс йышыраҡ оркестр йә ансамблдәр сығышында ҡулланыла.

«Тауыш баҫҡыс» — ауыр резина йә металл ҡыҫҡыс, өйҙә, шулай уҡ тауышланырға ярамаған урындарҙа шөғөлләнгәндә ҡулланыла. Тауыш баҫҡыс файҙаланғанда ҡоралдың тауышы ныҡ кәмей, башҡарыусының үҙенә генә ишетелерлек булып ҡала.

Машинка — металл яйланма, гриф ҡуйғыстың тишегенә ҡуйыла торған винттан һәм икенсе яҡта ҡылды беркетеү өсөн кәрәкле ырғаҡлы рычагтан тора. Машинканың үлсәмдәре скрипканың үлсәмдәренә ярашлы булырға тейеш, универсаль үлсәмлеләре лә бар. Машинкаһыҙ ҡоралдар ҙа була, ул сағында ҡылдар тура гриф ҡуйғыс тишектәренә беркетелә.

Яҙыу һәм башҡарыу

үҙгәртергә
 
Скрипка партияһын яҙыу өлгөһө. Чайковскийҙың орекстр менән скрипка өсөн концертынан өҙөк.

Скрипка партияһы скрипка асҡысы менән яҙыла. Скрипканың стандарт диапазоны — бәләкәй октавалағы соль’дән — дүртенсе октавалағы до'ға тиклем. Юғарыраҡ тауыштар башҡарыу өсөн ауыр һәм, ҡағиҙә булараҡ, соло виртуоз әҙәбиәтендә генә ҡулланыла, ә оркестр партияларында түгел.

Ҡулдарҙың ҡуйылышы

үҙгәртергә
 
Һыҙғысты «франк-бельгийса» тотоу.

Ҡылдар һул ҡулдың дүрт бармағы менән грифҡа ҡыҫыла (ҙур бармаҡ ҡатнашмай). Уң ҡулдағы һыҙғысты ҡылдар буйлап йөрөтәләр.

Бармаҡ менән ҡыҫҡандан ҡылдың тирбәлеүсе өлөшө ҡыҫҡара, шуның иҫәбенә йышлыҡ арта, йәғни юғарыраҡ өн сығарыла. Бармаҡ менән ҡыҫылмаған ҡылдар асыҡ тип атала һәм аппликатурала нуль менән билдәләнә.

Ҡылға баҫмай ғына тейгәндә билдәле бер нөктәләрҙә флажолеттар барлыҡҡа килә. Флажолеттарҙың күпселеге юғарылығы буйынса скрипканың стандарт диапазоны сиктәренән сығып китә.

Грифта һул ҡул бармаҡтарының урынлашыуы аппликатура тип атала. Һуҡ бармаҡ — беренсе, уртансы бармаҡ — икенсе, исемһеҙ бармаҡ — өсөнсө, сәтәкәй бармаҡ дүртенсе тип йөрөтөлә. Бер-береһенән бер йәки ярты тонға айырылып торған йәнәш дүрт бармаҡ аппликатураһы позиция тип атала. Һәр ҡылда ете йә унан да күберәк позиция була. Позиция юғарыраҡ булған һайын уйнау ҡатмарлыраҡ.

Һыҙғысты тотоуҙың кәм тигәндә өс ысулы бар[6]:

  • Боронғо («немецса») ысул, һуҡ бармаҡ һыҙғыстың таяғына аҫҡы яғы менән, тырнаҡлы һәм урта быуын һөйәктәре араһындағы быуын менән тейә; бармаҡтар бер-береһенә тейҙереп ҡыҫыла; ҙур бармаҡ урта бармаҡ ҡаршыһында; һыҙғыс ҡылы уртаса тартылған.
  • Яңы («франк-бельгийса») ысул, һуҡ бармаҡ таяҡҡа урта быуын һөйәге менән мөйөш яһап тейә; һуҡ һәм урта бармаҡ араһында ҙур аралыҡ; ҙур бармаҡ урта бармаҡ ҡаршыһында; һыҙғыстың ҡылы ныҡ тартылған; таяҡ ауыш урынлаша.
  • Иң яңы («урыҫса») ысул, һуҡ бармаҡ таяҡҡа ҡырҙан урта быуын һөйәге менән ус һөйәге араһындағы быуын менән тейә; тырнаҡ һөйәгенең урта төшө менән таяҡты тотоп һәм уның менән осло мөйөш яһап, ул һыҙғысты йөрөтөргә ярҙамлаша; һуҡ һәм урта бармаҡтар араһында киң аралыҡ; ҙур бармаҡ урта бармаҡ ҡаршыһында; һыҙғыс ҡылы һүлпән генә тартылған; таяҡ тура (ауыш түгел) урынлаша. Һыҙғысты ошолай тотҡанда көс әҙ түгелә, тауыштар һәйбәт сыға.

Һыҙғысты йөрөтөү тауыш тасуирҙары, көсө, тембрына, ғөмүмән, фразалауға ҙур йоғонто яһай.

Һул ҡул позицияһы

үҙгәртергә
  • «Асыҡ ҡылдар» — һул ҡулдың бармаҡтары ҡылдарҙы ҡыҫмай, йәғни скрипка квинталар менән бүленгән дүрт нотаны сығара: g, d1,a1,e2 (бәләкәй октавалағы соль, беренсе октавалағы ре, ля, икенсе октавалағы ми).
  • Беренсе позиция — һул ҡулдың дүрт бармағы (ҙурынан башҡа) ҡылды уҙ-ара һәм асыҡ ҡылдан диатоник тон менән айырылған урындарҙа ҡыҫа. Асыҡ ҡылдар менән бергә бәләкәй октавалағы Соль’дән икенсе октавалағы Си'ға тиклем йәмғеһе 20 тонлы рәт яһала.

Беренсе позиция

үҙгәртергә

Ҙур бармаҡ уйнаусыға йүнәлгән дә «кәштә» барлыҡҡа килтерә, унда скрипканың грифы ята. Һул ҡулдың ҡалған дүрт бармағы өҫтән ҡылдарҙы ҡыҫа, грифты тотмай. Һул ҡулдың ете «төп» позицияһы бар, улар түбәндәгеләргә нигеҙләнә:

  • бармаҡтар фортепианоның аҡ баҫмаҡтарына тап килгән позицияла урынлаша;
  • бармаҡтар гриф буйлап йөрөмәй;
  • бер ҡылдағы йәнәш бармаҡтар араһы — тон йәки ярымтон;
  • ҙурыраҡ ҡылдағы дүртенсе бармаҡ менән бәләкәйерәк ҡылдағы беренсе бармаҡ араһы бер тон.

Анығыраҡ әйткәндә беренсе позиция ошо рәүештә була:

IV — Дүртенсе ҡыл III — Өсөнсө ҡыл II — Икенсе ҡыл I — Беренсе ҡыл
Көйләнеш g —  бәләкә октавалағы Соль  d1 — беренсе октавалағы Ре  a1 — беренсе октавалағы Ля  e2 — икенсе октавалағы  Ми 
0 — Буш ҡыл  g — бәләкәй октавалағы  Соль  d1 — беренсе октавалағы Ре  a1 — беренсе октавалағы  Ля e2 — икенсе октавалағы Ми 
1 — Һуҡ бармаҡ a — бәләкәй октавалағы  Ля  e1 — беренсе октавалағы 

Ми

h1 — беренсе октавалағы  Си  f2 — икенсе октавалағы Фа 
2 — Урта бармаҡ h — бәләкәй октавалағы Си  f1 — беренсе октавалағы  Фа  c2 — икенсе октавалағы До  g2 — икенсе октавалағы Соль 
3 — Исемһеҙ бармаҡ c1 — беренсе октавалағы  До  g1 — беренсе октавалағы  Соль  d2 — икенсе октавалағы Ре  a2 — икенсе октавалағы Ля 
4 — Сәтәкәй бармаҡ d1 — беренсе октавалағы  Ре  a1 — беренсе октавалағы  Ля e2 — икенсе октавалағы Ми  h2 — икенсе октавалағы Си 

Штрихтар

үҙгәртергә
 
(аудио)
Яңғырашы һәм скрипкала уйнау техникаһы
noicon
1. Асыҡ ҡылдарҙа (һыҙғыс һәм щипка менән)

2. Гамма Ля мажор (һыҙғыс һәм щипка менән)
3. Гамма Ля мажор вибрато менән
4. Гамма Ля мажор col legno менән
5. Ре һәм Ля ҡылдарында башҡарылған ҙур секста (Ми-До#) интервалы
6. Ля ҡылында Флажолета
7. Обертондар аша Глиссандо.
556КБ

Помощь по воспроизведению

Төп алымдар:

  • Détaché — һәр нота һыҙғыстың айырым хәрәкәте, йүнәлешен уҙгәртеү менән сығарыла;
  • Martelé — һыҙғысты төртөү юлы менән башҡарылыусы штрих;
  • Staccato — һыҙғыс менән өҫкә һәм аҫҡа — һыҙғыстың туҡталышлы хәрәкәте;
  • Staccato volant — стаккато төрө. Һыҙғыс ҡылдан һикертеп ебәрелә;
  • Spiccato — өҙөк-өҙөклө, һикергес штрих, яурындың өҫтәмә хәрәкәте менән ауырайтылған staccato;
  • Sautillé — һикертелеүсе штрих, еңеләйтелгән һәм тиҙләтелгән Spiccato;
  • Ricochet-saltato — күтәрелгән һыҙғыстың ҡылы менән һуғып сығарылған штрих;
  • Tremolo — бер үк өндө ҡабат-ҡабат етеҙ итеп ҡабатлау йә йәнәш тормаған ике өндө йә ике оҡшаш өндө (интервалдарҙы, аккордтарҙы), айырым өндө алмаш-тилмәш етеҙ ҡабатлау.
  • Legato — бер өндән икенсе өнгә талғын күсеш, өндәр араһында пауза юҡ.
  • Col legno — һыҙғыстың ағасы менән ҡылға һуғыу.

Һыҙғыстан тыш, ҡылдарҙы уң ҡулдың бер бармағы менән сиртеп уйнау алымы бар (пиццикато). Һул ҡуллы пиццикато ла була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Violin — статья Violin из Encyclopædia Britannica, Eleventh ed., 1910—1911.
  2. Амати // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  3. Скрипка 2010 йыл 30 октябрь архивланған.
  4. БСЭ, Т.41, 1956 стр.654
  5. БСЭ т.4 1950 год стр 357
  6. К. Флеш, Искусство скрипичной игры (том 1) — Музыка, М., 1964.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Скрипка — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә