Париж
Пари́ж (франц. Paris [paˈʁi] (пари́)) — Францияның баш ҡалаһы, илдең мөһим иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Францияның урта өлөшөнөң төньяғында, Иль-де-Франс төбәгендә, Сена йылғаһы буйында урынлашҡан. Париж халыҡ-ара әһәмиәтендәге ҡала — унда ЮНЕСКО, OECD һәм Халыҡ-ара сауҙа палатаһының штаб-йорттары урынлашҡан.
Ҡала | |||||
Париж франц. Paris[1] | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Департамент | |||||
Координаталар | |||||
Мэр |
Бертран Деланое | ||||
Агломерация |
12 067 000 | ||||
Телефон коды | 1 | ||||
Рәсми сайт | |||||
География
үҙгәртергәТопографика
үҙгәртергәҠала Париж бассейны үҙәгендә, диңгеҙ кимәленән яҡынса 65 м бейеклектә урынлашҡан. Париждың йәшәү биләмәләре 35 километрға һуҙылған ҡулса юл менән сикләнгән. Ҡаланың көнсығышындағы Венсен һәм көнбайышындағы Булон урмандарын индереп, Париждың периметры 54,74 км тәшкил итә[2]. Ҡаланың майҙаны шул урман-парктарҙы ла индереп, 105 км2, ә уларһыҙ 87 км2, шул рәүештә Франция коммуналары араһында 113-сө урында тора.
Ҡала киңлеге көнсығыштан-көнбайышҡа 18 км, ә төньяҡтан көньяҡҡа 9,5 километрға етә[2].
Париждың иң бейек нөктәһе (128,21) — Монмартр районында, 2, rue de Mont Cenis адресында урынлашҡан йорт ҡоймаһы һәм 4, rue de Mont Cenis адреслы йорт араһындағы тротуарҙағы мөйөшкә тура килә[2].
Ҡаланың иң түбән нөктәһе (30,5 м) 15-се округта, Leblanc һәм St. Charles урамдары киҫешкән урында[2].
Париж меридианы оҙаҡ ваҡыт француз карталарында нуленсе меридиан булып һаналған. Уның һыҙығы хәҙерге көндә урамдарҙа, тротуарҙарҙа һәм йорттарҙа төньяҡтан көньяҡҡа йүнәлгән 12 см диаметрлы 135 бронза тамғалар менән билдәләнгән. Ул тамғаларға 19 быуат астрономы һәм сәйәсмәне Франсуа Арагоның исеме яҙылған. Нуленсе меридиан һыҙығында Париж обсерваторияһы ла урынлашҡан[3].
Париждың антиподы Тымыҡ океан һыуҙарында, Яңы Зеландияның көньяҡ-көнсығышында, Антиподтар утрауына яҡын урында урынлашҡан.
Климат
үҙгәртергәПарижда метеокүҙәтеүҙәр 1873 йылдан алып Монсури паркындағы метеостанцияла бер туҡтауһыҙ үткәрелә. Париж уртаса климат зонаһында, ике ҡапма-ҡаршы климат күренештәре — диңгеҙгә яҡынлыҡ һәм шул сәбәпле йылы һәм дымлы һауа массалары һәм ғәҙәттә төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыштан һалҡын континенталь һауаның баҫып инеүе — араһында урынлашҡан[4]. Уртаса йыллыҡ һауа температураһы 12,0 оС, иң һалҡын ай — ғинуар (4, 7 оС), иң эҫе — июль йәки август (20 оС), уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме — 600 мм[4]. Иң ямғырлы ай — май (64, 9 мм), ә иң әҙ яуым-төшөм февралдә — 43, 7 мм[4]. Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр буйынса, бер йылда 111 ямғырлы көн була, 18 көн — йәшенле көслө ямғырҙар, 11 көн ҡар яуа[4]. Париждың экологик бысраныуы һәм тығыҙ урынлашыуы сәбәпле үҙгәргән микроклиматы һауа температураһы (регион буйынса 2 оС юғарыраҡ, айырма хатта 10 оС етергә мөмкин), түбән дымлылыҡ, көндөҙ яҡтылыҡтың әҙерәк, ә төндә күберәк булыуы менән айырыла. Хакимлыҡ итеүсе елдең йүнәлеше, Météo-France станцияһы күҙәтеүҙәре нигеҙендә төҙөлгән елдәр раузаһы буйынса, көньяҡ-көнбайышҡа табан[4]
Парижда метеокүҙәтеүҙәр тарихында иң эҫе көн 1947 йылдың 28 июлендә була, был көндө термометр бағанаһы 40, 4 оС күтәрелә[5]. Ә иң түбән температура 1879 йылдың 10 декабрендә теркәлгән — −23, 9 оС[4].. Бер тәүлектә температураның ҡырҡа үҙгәреше — 1978 йылдың 31 декабре: температура +12 оС-тан −10 оС-ҡа тиклем төшә. Иң көслө ел — 169 км/сәғ, 1999 йылдың декабрендә (шулай уҡ ҡарағыз: fr:Tempêtes de fin décembre 1999 en Europe)[6] . Температураның 0 оС-тан түбәнерәк төшөүе һалҡын ваҡыт, тип һанала, ә −10 оС-тан түбән төшөүе — экстремаль осор, был ваҡытта торор урындары булмаған мохтаждарға ярҙам итеү йәһәтенән ҡаланың социаль хеҙмәттәр эшмәкәрлеге көсәйтелә[7][7].
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | |
Абсолют максимум, °C | 15,3 | 20,3 | 24,7 | 27,8 | 30,2 | 34,4 | 35,4 | 39,3 | 32,7 | 28,0 | 20,3 | 17,1 | |
Уртаса температура, °C | 4,2 | 5,3 | 7,8 | 10,6 | 14,3 | 17,4 | 19,6 | 19,2 | 16,7 | 12,7 | 7,7 | 5,0 | |
Абсолют минимум, °C | −13,9 | −9,8 | −8,6 | −1,8 | 2,0 | 4,2 | 9,5 | 8,2 | 5,8 | 0,4 | −4,2 | −25,6 |
Гидрография
үҙгәртергәСена йылғаһы ҡаланың барлыҡҡа килеүе һәм үҫешенә йоғонтоһо ҙур, уның күп һанлы утрауҙары Париждың башланған урыны. Ҡала эсендә урынлашҡан утрауҙар араһында Сите утрауы иғтибарҙы йәлеп итә. Унда антик ваҡытта уҡ кешеләр килеп урынлашҡан, шуға күрә ул Париждың «бишеге» булып һанала. Сите утрауында күпселек тарихи һәйкәлдәр, шул иҫәптән, Нотр-Дам-де-Пари, Сент-ШапЕль, Консьержери һ.б. урынлашҡан.
Ғәҙәттә ҡаланы уң яҡ ярға (ҡаланың сауҙа, эшлекле өлөшө) һәм һул яҡ ярға (ҡаланың мәҙәни, мәғариф өлөшө) бүләләр.
Париж эсендә Сенаның оҙонлоғо — 12,78 км, ә тәрәнлеге 3,8 метрҙан (Насьональ күпере тирәһендә) 5,7 метрға (Мирабо күпере янында) етә, киңлеге Монтебелло яғында 30 метрҙан — Гренель күпере янында 200 метрға етә. Һыу бейеклегенең иң әҙ кимәле 26,39 м булған, һыу бейеклегенең тарихи кимәлдәре Изге Людовик утрауы ярының диуарында теркәлгән. Йылғаның ағым тиҙлеге — 2 км/сәғәт, ағым егәрлеге — 273 м3/с, уртаса температура — 14, 1 0 С[8].
Тарих
үҙгәртергәҠалаға нигеҙ һалыу
үҙгәртергәҠала б.э.т. III быуат уртаһында[9] хәҙерге Сите утрауы урынында паризийҙар ҡәбиләһенең Лютеция тигән кельт биҫтәһенән төҙөлә. Ҡаланың хәҙерге исеме шул ҡәбилә исеменән килеп сыҡҡан. Лютеция тураһында беренсе тапҡыр б.э.т. 53 йылда Юлий Цезарҙың Галлия менән һуғышы хаҡындағы 6-сы китапта иҫкә алына.
Б.э.т. 52 йылда римлеләр ҡаланы уңышһыҙ беренсе һөжүмдән һуң икенсе тапҡыр ҡамап алырға йыйынғанда, паризийҙар Лютецияға ут төрткәндәр һәм күперҙәрҙе емергәндәр. Римлеләр уларға утрауҙы ҡалдырғандар һәм Сенаның һул ярында яңы ҡала төҙөгәндәр. Унда термалар, форум һәм амфитеатр һалалар. Әммә яңы ҡаланың Рим империяһында әһәмиәте булмай.
Урта быуаттар
үҙгәртергәРимлеләрҙең хакимлығы 508 йылда, франклылар килгәс, тамамлана.
Филипп II Август хакимлыҡ иткәндә, ҡаланы һаҡлау көсәйтелә: 1190 йылда Сенаның уң ярында ҡала диуары төҙөлә, ә 1210 йылда — һул ярында ҡалҡып сыға. Шул ваҡытта Париждың көнбайыш ситендә Лувр ҡәлғәһенә нигеҙ һалына.
XI быуаттан алып Париж Европа мәғарифының, бигерәк тә дини мәғарифтың төп үҙәктәренең береһенә әйләнә. XIII быуатта уҡытыусылар араһында килеп тыуған ҡаршылыҡтар арҡаһында, Париждың һул ярында (хәҙерге Латин биҫтәһендә) бөгөнгө Сорбоннаның башланғысы булған уҙаллы уҡыу йорттары ойошторола.
XIV быуатта ҡаланың уң яр өлөшөндә, хәҙерге Оло Бульварҙар тирәһендә, тағы бер диуар менән уратып алына.
Яңы заман
үҙгәртергәЛюдовик XIV осоронда батша резиденцияһы Версалгә күсерелә, ләкин үҫә бараған халыҡ һаны һәм ил иҡтисадындағы роле арҡаһында Париж Францияның сәйәси үҙәге булыуын юғалтмай.
1844 йылда ҡала тирәһендә өсөнсө ҡәлғә диуары төҙөлә, ул ҡала тирәһендәге ҡулса юл урынында урынлашҡан. Париждың тирә-яғында 16 фортлы 39 километрға һуҙылған нығытмалар күтәрелә, был шул заман өсөн иң ҙур һаҡ ҡоролмаһы була.
XIX быуаттың икенсе яртыһында Парижда 21 Бөтә донъя күргәҙмәһенең 5-һе үткәрелә, улар ҡаланың мәҙәни һәм сәйәси йоғонтоһон яҡшы сағылдыра.
Икенсе француз империяһы емерелеп, Париж алман ғәсғәрҙәре ҡулына күскәс, эшселәр, һөнәрселәр һәм ваҡ буржуазия вәкилдәренән тороусы Париж коммунаһы республиканың иҫке ҡарашлы ваҡытлы хөкүмәтенә ҡаршы сыға.
XIX быуаттың 90-йылдарында һәм XX быуат башында, «Гүзәл дәүер» исеме менән билдәле ваҡытта, Францияла көслө күтәрелеш һәм иҡтисади үҫеш күҙәтелә.
Икенсе Бөтә донъя һуғышы йылдарында ҡала алман вермахты ҡулында була, бойһондоролоу 1944 йылдың август айына тиклем дауам итә.
1968 йылдың май айында Парижда күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы сыуалыштар башлана һәм һөҙөмтәлә француз йәмғиәт ҡоролошоноң яңы төрөнә күсеүен, француздарҙың холоҡ-фиғелдәренең үҙгәреүенә килтерә.
Халыҡ
үҙгәртергәПариж халҡының
үҫеш динамикаһы
Йыл | Кеше | |
1150 | 50 000 | |
1200 | 120 000 | |
1328 | 200 000 | |
1365 | 275 000 | |
1422 | 100 000 | |
1500 | 150 000 | |
1565 | 294 000 | |
1590 | 300 000 | |
1637 | 415 000 | |
1680 | 515 000 | |
1750 | 576 000 | |
1789 | 650 000 | |
1801 | 547 800 | |
1810 | 714 600 | |
1851 | 1 053 000 | |
1872 | 1 851 702[10] | |
1881 | 2 240 000 | |
1901 | 2 714 000 | |
1926 | 2 871 000 | |
1954 | 2 850 000 | |
1975 | 2 300 000 | |
1999 | 2 125 000 | |
2007 | 2 143 000 | |
2010 | 2 243 000 |
Париж биләмәһендә Иль-де-Франс төбәгенең 19, 3 % халҡы һәм Францияның 3, 6 % кешеһе йәшәй. Шуға күрә, Париж Францияның халыҡ иң тығыҙ урынлашҡан төбәге булып һанала, унда уртаса тығыҙлыҡ 20 433 кеше/км2. Халыҡ тығыҙлығы округтар буйынса төрлөсә. Иң бәләкәй тығыҙлыҡ булғаны 12-се (8 370 кеше/км2) (Венсен урманы биләмәһен индереп иҫәпләгәс) һәм 1-се (9 228 кеше/км2) округтары. Ә иң тығыҙ округ 40 000 кеше/км2 тығыҙлығы булған 11-се округ.
Демографик мәғлүмәттәр
үҙгәртергәАнтик осорҙа һәм Урта быуаттарҙа күп һанлы һуғыштар, эпидемиялар һәм аслыҡ арҡаһында кешеләрҙең һаны ҡырҡа кәмегән. Мәҫәлән, 1832 йылда холера эпидемияһы ваҡытында 20 000 тирәһе кеше һәләк була.
XIX быуаттың индустриалләштереүе халыҡ һанының артыуына килтерә. 1921 йылда 3 миллиондан артыҡ кеше йәшәгән һәм был һан Париж тарихында бөгөнгәсә рекорд булып һанала. Бөгөнге көндә Парижда ике миллиондан артыҡ кеше йәшәй.
Ҡала янында хәл киреһенсә — 1921 йылда унда 4, 85 миллион кеше йәшәһә, 2006 йылда — 11, 6 миллион.
Күпселек парижлылар пенсияға сыҡҡас ҡала янына һәм Францияның көньяғына күсеп киткәнгә күрә, Париж сағыштырмаса «йәш» ҡала булып иҫәпләнә. Бында өйләнмәгән (кейәүгә сыҡмаған) кешеләр күп (халыҡ һанының 51, 5 % -ы)[11], ә уртаса париж ғаиләһе 1,88 кешенән тора[12]. Күпселек париж ғаиләләрендә бер бала ғына бар[13]. 2004 йылда тыуым коэффициенты 14,8, ә үлем коэффициенты 6,6-ны тәшкил итә. Шулай итеп, халыҡ һанының тәбиғи артыуы +8,1, ә дөйөм артыуы — +2,1[14].
Милли состав
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта Парижда 310 000 тирәһе сит ил кешеһе йәшәй, был Париждың 14,5%-ын тәшкил итә[15]. Уларҙың 30%-ты Европа берлегенән[16]. Иммигранттарҙың күбеһе Португалия, Алжир, Марокко һәм Европа менән Африканың башҡа илдәренән.
Иммигранттар
үҙгәртергәФранцияның башҡалаһын күп төрлө мәҙәниәттең осрашыу урыны тип атарға мөмкин. Мәҫәлән, 1999 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, Париж халҡының 19,4%-ы сит илдәрҙә тыуған. 4,2%-ы 1990—1999 йылдарҙа күсеп килгән иммигранттар, күбеһе Ҡытайҙан һәм Африканан килгәндәр. Парижлыларҙың 15%-ы — мосолмандар. Беренсе тапҡыр көслө иммиграция 1820 йылда була, ул ваҡытта Алманияла башланған ауыл хужалығы көрсөгөнән ҡасып, бик күп алман крәҫтиәндәре күсеп килә. Шул замандан бирле Парижға киң күләмдә күсеп килеүҙәр йыш ҡабатлана, XIX быуатта Үҙәк Европанан итальяндар һәм йәһүдтәр, 1917 йылғы инҡилаптан һуң Рәсәй Империяһы граждандары, ике Бөтә донъя һуғышы араһында поляктар, һуңыраҡ элекке француз колонияларынан — яңы бойондороҡһоҙ дәүләттәрҙән этник француздар, 1950—1970 йылдарҙа испанлылар, итальяндар, португалдар, Мәғрип, Көньяҡ-көнсығыш Азия илдәренән сығыусылар һ.б. күсенәләр. Иммигранттарҙың йәшәү урындары ғәҙәттә уларҙың сығыштарына бәйле. Мәҫәлән, Африканың ҡара тәнле иммигранттары ҡаланың 18-се һәм 19-нсы округтарында (бигерәк тә, Шато Руж биҫтәһендә) йәшәйҙәр, ә Бельвиль биҫтәһендә — Ҡытайлылар һәм төньяк Африканан килеүселәр. 13-се округ үҙенең Ҡытай биҫтәһе менән данлыҡлы, ә американлылар аристократтар төпләнгән 16-сы округта йәшәйҙәр.
Дин
үҙгәртергәХалыҡтың 80%-ы христиандар[17], 75 % кеше үҙен католик тип һанай, күпселеге — латин йолалы католиктар, ә ҡайһы берҙәре — әрмән һәм византия йолаһына эйәреүселәр. Парижда барлығы 94 католик йәмғиәт бар, унан башҡа 15 православие сиркәүе, 21 синагога (Парижда 220 000 йәһүт йәшәй), 2 мәсет (50 000 мосолман, күбеһенсә сөнниҙәр), Гижон урамында Изге Георгий Әрмән Апостол сиркәүе бар.
Административ бүленеш
үҙгәртергәParis intra-muros (туранан-тура: «диуар эсендә») — Париждың үҙен, һәм Grand Paris («ҙур Париж») — яҡын-тирәләге урындар менән ҙур ҡаланы айырып әйтәләр. Һуңғыһы Париж агломерацияһы булып тора.
Париж рәсми 20 муниципаль округҡа бүленә, улар ҡаланың үҙәгенән ситенә табан, сәғәт йөрөшө буйынса уратып иҫәпләнәләр. Һәр округ, үҙ сиратында, дүрт биҫтәгә бүленгән, уларҙың һәр береһендә айырым полиция бүлеге бар.
Сәйәсәт
үҙгәртергәИдаралыҡ
үҙгәртергә2001 йылдың март айынан бирле Париждың мэр вазифаһын Франция социалисттар фирҡәһе вәкиле Бертран Деланоэ үтәй, уның өсөн ҡала шураһының 163 ағзаһынан 92-һе тауыш бирҙе, ә уның конкуренты Жан Тибери бары тик 12 % тауыш алды. 2008 йылдың мартында Деланоэ ҡабат ҡала мэры итеп һайланды.
Туғандаш ҡалалар[18]:
үҙгәртергәПартнер ҡалалар исемлеген Париж мэрияһы мәҡәләһендә ҡарағыҙ.
Иҡтисад
үҙгәртергәПариж — Францияның бик әһәмиәтле иҡтисади үҙәге, бында илдең дөйөм милли продуктының 10%-ы етештерелә[19]. Илдә булған барлык етештереү кәсепханаларының сиреге баш ҡалала үҙ офистарын һәм штаб-фатирҙарын асҡан. Ҡалала хәҙер 1,64 млн эш урыны булған 349 меңдән артыҡ кәсепхана бар[20]. Тимәк, эшкә һәләтле парижлыларҙы иҫәпкә алғанда, һәр кешегә 1,5 эш урыны тура килә[11]. Ләкин эшһеҙ парижлылар һаны барыбер 8,7 % тәшкил итә, тик был һан Франция буйынса тағы ла юғарыраҡ (9,3 %)[21].
Париж эш урындарының төп өлөшө (85 %[22]) халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү өлкәһенә ҡарай. Сәнәғәт ойошмалары хәҙер ҡала ситенә сығарылыуға ҡарамаҫтан, Парижға яҡынса 100 мең эш урыны бирә. Шул уҡ күләмдә эш урындарын халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһенә (35 %), етештереү (30 %), төҙөлөш (20 %) һәм туҡланыу (15 %) өлкәләренә ҡараған бәләкәй кәсепханалар булдырған.
Туристик бизнесы ныҡ үҫкән, Франция башҡалаһында бер йылға уртаса 27 млн турист килә, ә был һан ҡала халҡы һанынан 12 тапҡырға күберәк[23]. 2007 йылда Ҡытай туристтары Париждың такс-фри тигән магазиндарҙа 79 млн евро, япондар — 87 млн евро, урыҫтар — 72 млн евро, һәм американлылар — 71 млн евро тотонғандар[24].
Француз банктары, страховка ойошмалары һәм башҡа финанс ойошмаларының күпселеге Парижда урынлашҡан. Францияның төп телекоммуникацион компаниялары дә шулай уҡ күбеһенсә Парижда: Vivendi Universal, Groupe Lagardere, Groupe TF . Иң ҙур көндәлек матбуғат баҫмаларының — «Le Figaro», «Le Monde», «Libération» — нәшриәттәре лә Парижда.
Бөгөнгө көндә Париж, 50-60-сы йылдарҙа ҡала янында асылған Дефанс эшлекле үҙәге менән бергә, Европаның иң мөһим сауҙа үҙәктәренең береһе булып тора.
Ҡалала француз һәм халыҡ-ара фирмаларының тупланыуы арҡаһында, Париж илдең эске дөйөм продуктының яҡынса өстән бер өлөшөн тәьмин итә.
Транспорт
үҙгәртергәЮл транспорты
үҙгәртергәПариж — илдең транспорт бәйләнеше үҙәге. Тарихи яҡтан, илдең төп юлдары уның башҡалаһынан радиус буйынса таралған, һәм бөгөнгәсә был радиустарҙы Франция автомобиль карталарында күреп була. Парижда радиустар булып төрлө йүнәлештәрҙәге юлдар килеп тоташа: Лильдән А1, Реймстан А4, Лиондан А6, Неверҙан А77, Орлеандан А10, Руан ҡалаһынан А13 һәм Амьендан А16.
Ҡала тирәләй ҡулса автомагистраль төҙөлгән, уның һәр яҡҡа табан 2-нән алып 4-кә тиклем хәрәкәт юлы бар. Тағын ике ҡулса юл — А86 һәм А104 — транзит транспортына Париждың үҙенә кермәйенсә, уны урап үтергә мөмкинлек бирә.
Авиатранспорт
үҙгәртергәПарижда ике халыҡ-ара һауа аэропорты эшләй, улар баш ҡаланы донъяның 136 иленән 529 ҡала менән тоташтыра. Пассажирҙар һаны буйынса Париж аэропорттары донъяла бишенсе, ә Европала икенсе урында тора.[25]:
- «Шарль де Голль» һауа аэропорты, йылына 58,2 млн пассажирҙы хеҙмәтләндерә (2010 йыл мәғлүмәттәре буйынса). Ул Европала икенсе урынды алып тора (беренсе урында Лондондың Хитроу аэропорты).
- «Париж-Орли» 25, 2 млн пассажирҙы хеҙмәтләндерә, Европала 11-се урында тора. Аэропорт трафигының яҡынса яртыһы эске (ил эсендәге) рейстар.
Aéroports de Paris ойошмаһында Париж төбәгенең 12 бәләкәй һауа аэропорты һәм аэродромы бар, шул иҫәптән:
- Ле Бурже аэропорты — ул унда үткәрелгән авиасалон менән билдәле.
Бюджетлы авиакомпаниялар Париждан йыраҡ булмаған аэропорттарҙы үҙҙәренең «Париж» рейстары өсөн ҡуллана:
- Ватри аэропорты (франц. Aéroport Paris — Vatry — Париждан көнсығышҡа табан 140 км)
- Бовэ аэропорты (франц. Aéroport de Beauvais-Tillé — Париждан төньяҡҡа табан 80 км)
Тимер юл транспорты
үҙгәртергәПариж вокзалдарынан киткән тимер юлдары баш ҡаланы Францияның барлыҡ төбәктәре һәм күрше илдәр менән тоташтыра. Тиҙ йөрөшлө поездар пассажирҙарҙы бер нисә сәғәт эсендә ҙур ҡалаларға һәм күрше илдәрҙең баш ҡалаларына алып барып еткерә (Париж-Брюссель — 1 сәғ 20 мин, Париж-Лондон — 2 сәғ 20 мин, Париж-Амстердам — 3 сәғ 15 мин)[26]. Вокзалдар араһында бәйләнеш йәмғиәт транспорты ярҙамында яҡшы ойошторолған.
- Сен-Лазар вокзалы — Нормандия.
- Төньяҡ вокзал — төньяҡ йүнәлеш (TGV), Бөйөк Британия (Eurostar), Бельгия һәм Голландия (Thalus]).
- Көнсығыш вокзал — көнсығыш йүнәлеш, Алмания, Австрия.
- Лион вокзалы — Үҙәк һәм көньяк-көнсығыш төбәктәр (TGV), Альп тауҙары, Швейцария, Италия.
- Аустерлиц вокзалы — көньяк-көнбайыш йүнәлеш (TGV), Испания, Португалия.
- Монпарнас вокзалы — Бретань һәм Франция көнбайышы (TGV)
Йөк ташыу өсөн Ле Бурже коммунаһында урынлашҡан шул уҡ исемле вокзал һәм Vaires вокзалы ҡулланыла.
Мәғариф һәм фән
үҙгәртергәФранцияның иң данлыҡлы уҡыу йорттары баш ҡалала урынлашҡан.
Иң атаҡлы Париж университеты — Сорбонна — 1257 йылда Робер де Сорбон тарафынан бер нисә тиҫтә ярлы студентты дин белеменә өйрәтер өсөн асыла[27]. Тиҙ арала Сорбонна (әйтергә кәрәк, үҙ исемен ул бары XIV быуатта ғына ала) Париждың һәм Францияның иң ҙур һәм данлыҡлы белем биреү йортона әүерелә. Сорбоннаның тирә-яғында атаҡлы Латин биҫтәһе төҙөлә, һуңынан был исем башҡа ҡалаларҙағы студенттар биҫтәһенә лә ҡушыла. 1968 йылда Париж университетында реформа үткәрелә һәм ул 13 уҙаллы юғары уҡыу йортона айырыла, шуларҙың 5-һе Париж тирәһендә урынлаша[28].
Парижда шулай уҡ 5 академияны, шул иҫәптән, 1803 йылдан Француз академияһын, берләштергән Франция Институты (Institut de France) урынлашҡан. Француз Академияһы 1629 йылда Валантэн Конрар нигеҙ һалған Париж әҙәби түңәрәгенән барлыҡҡа килә. Академия дәүләт фәнни ойошмаһы статусын 1635 йылда ала[29].
Башҡа данлыҡлы уҡыу йорттары араһында Коллеж де Франс, Политехника мәктәбе, Юғары нормаль мәктәп, Католик институт, Тау институты һәм Милли идара институты бар.
Париждың иң ҙур китапханаһы — 1368 йылда король Карл V Луврҙағы шәхси китапханаһы нигеҙендә ойошторолған Франция милли китапханаһы. Асылған ваҡытта китапханала барлығы 911 ҡулъяҙма ғына була, сөнки ул ваҡытта ил башлығы үлгәндән һуң, уның барлыҡ документтарын юҡ иткәндәр. Был йоланы Людовик XI боҙа, уның дәүеренән һуң китапхана фонды үҫә бара. 1988 йылда президент Франсуа Миттеран Милли китапхананың Доминик Перро проекты нигеҙендә яңы йортон төҙөү тураһында иғлан итә. Хәҙерге көндә китапханала 10 миллиондан артыҡ баҫма һаҡлана[30].
Мәҙәниәт һәм күңел асыу
үҙгәртергәПариж ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлегендә
үҙгәртергәСенаның таш менән нығытылған яр буйы урамдары 1991 йылда[31] ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде. Ҡала янындағы Фонтенбло һарайы 1979 йылда[32], Версаль 1981 йылда[33] уҡ был исемлеккә индерелгәйне.
Музейҙар
үҙгәртергә1793 йылда элекке француз корольдары һарайы булған Луврҙа, 60 600 м2 майҙанда 8 тематик бүлектән торған доньяла иң ҙур музей коллекцияларының береһе тупланған. Бында 35 000 экспонат — урта быуат Көнбайыш Европа сәнғәтенең, боронғо мысырлылар, римлеләр, этрусктар, яҡын көнсығыш цивилизацияларының һәм ислам халыҡтары сәнғәтенең ысын гәүһәрҙәре бар[34]. Бында Мона Лиза (Джоконда) һәм Милослы Венера кеүек данлыҡлы шедеврҙар һаҡлана .
Орсе музейы Сена ярындағы элекке Орсе тимер юл вокзалы йортонда урынлаша. Вокзал Виктор Лал проекты буйынса 1900 йылда Париж һәм Орлеан араһында бәйләнеш өсөн төҙөлә, ләкин 1939 йылда ул ябыла. 1980-сы йылдарҙа Гае Аленте етәкселегендә йортто музейға әйләндерәләр. Был музей беренсе сиратта француз импрессионисттары коллекцияһы менән данлыҡлы. Шулай уҡ бында 1848—1914 йылдарға ҡараған картиналар, скульптуралар, фотографиялар һәм йыһаз ҡуйылған.
1977 йылда Ренцо Пиано, Ричард Джордж Роджерс һәм Жанфранко Франчини проекты буйынса төҙөлгән Жорж Помпиду мәҙәниәт үҙәге хәҙерге заман Франция сәнғәтенең төп үҙәге булып һанала. Бында, хәҙерге заман сәнғәт музейынан башҡа, китапхана, кинозалдар, китап кибеттәре һәм балалар ижады студиялары бар. Шуныһы ҡыҙыҡ: йорт тулыһынса, бөтөн инфраструктура (лифттар, вентиляция шахталары, эскалаторҙар) яҡты төҫтәргә буялған.
Пикассо музейында бары 250 тирәһе генә картина бар, ләкин ул Париждың иң матур музейҙарының береһе. Экспозицияла Пикассоның әҫәрҙәре, шулай уҡ ғүмере буйы үҙе йыйған Жорж Брак, Поль Сезан, Анри Матисс, Амедео Модильяни картиналары ла бар. Был музей Маре биҫтәһендә 1656—1659 йылдарҙа төҙөлгән Сале йортында урынлашҡан
Клюни аббаттарының урта быуаттарҙағы һарайында хәҙер Урта быуат музейы (Клюни музейы). Бында урта быуат сәнғәт әйберҙәре ҡуйылған. Был музейҙан галл-римлеләр осоро термының һаҡланып ҡалған харабаларына кереп була. 2000 йылдың сентябрендә музей йорто янында 5000 м2 майҙанда урта быуат баҡсаһы (jardin médiéval) тергеҙелә.
1900 йылғы Бөтә донъя күргәҙмәһенә Карата күргәҙмә залдары сифатында Оло һәм Кесе һарайҙар төҙөлә. Оло һарайҙа сәнғәт әйберҙәре генә түгел, ә төрлө йәрминкә-күргәҙмәләр үткәрелә, мәҫәлән, Mondial de l’automobile de Paris машина күргәҙмәһе. Кесе һарайҙа француз һәм итальян Яңырышы рәсем сәнғәте өлгөләре, шулай уҡ фламанд һәм голланд оҫталарының картиналары урын алған.
Шулай ук Париж музейҙары исемлеген ҡарағыҙ.
Театрҙар
үҙгәртергәПариж опера театры опера сәнғәтенең үҫешенә бик ҙур өлөш индерә. Бөгөн Парижда ике опера театры бар: күберәк «Гранд Опера» булараҡ билдәле Опера Гарнье, һәм Оpéra Bastille. 1875 йылда асылған һәм архитектор Гарнье исемен йөрөтеүсе Опера Гарньеның майҙаны 11 237 м2, шул рәүешле ул донъяла иң ҙур опера театры булып тора. Яңы Бастилия операһы 1989 йылдан бирле генә эшләй. Яңы опера асылғас, техник яҡтан насарыраҡ булған Гарнье һарайы балет тамашалары һәм классик опера спектакльдәре өсөн генә ҡулланыла.
Атаҡлы Комеди Франсэз театры 1680 йылда Мольерҙың элекке Illustre Théâtre театрының бер нисә театрал труппалар менән берләшеүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Комеди Франсэз сәхнәһендә уйнаған актерҙар араһында Сара Бернар һәм Жан-Луи Барро кеүек атаҡлы шәхестәр булған. Бөгөн театр күбеһенсә классик репертуар менән сығыш яһай.
Кабаре театры
үҙгәртергәВарьете һөйөүселәр өсөн Парижда күп һанлы кабарелар асылған. Уларҙың иң атаҡлылары — Мулен Руж, Лидо, Crazy Horse һәм Латин биҫтәһендәге Парадиз Латин.
«Tournee du Chat Noir» кабареһының 1896 йылда Теофиль-Александр Стейнлен яһаған рекламаһы Париждың бер символы булып тора. Был кабаре Париждың Монмартр өлөшөндә урынлашҡан.
Кинематограф
үҙгәртергәКинематограф, тамаша сәнғәте булараҡ, Парижда, 1895 йылдың 28 декабрендә, Капуцинкалар бульварында "Гран-кафе"ла барлыҡҡа килә. Ул көндө бында «Бер туған Люмьерҙар синематографы» беренсе тапҡыр киң йәмәғәтселеккә күрһәтелә.
Гастрономия
үҙгәртергәБөгөнгө көндә ҡулланылған мәғәнәлә ресторандар Бөйөк француз инҡилабы алдынан барлыҡҡа килә. «Ресторан» һүҙе restaurer тигән француз ҡылымынан килеп сыҡҡан, ул «тәртипкә китерергә», «көс бирергә» тигәнде аңлата. Оҙаҡ ваҡыт был һүҙ итле һурпаларға, ҡуйы аштарға ҡарата ҡулланылһа, XVIII быуаттың икенсе яртыһынан — йәмәғәт туҡланыуы йорттарына ҡарата әйтелә башлай.
1786 йылда париж превоһы ашнаҡсыларға һәм рестораторҙарға ресторандарҙы төнгө 11-гә (ҡыш көнө) йәки 12-гә (йәй көнө) тиклем асыҡ тоторға рөхсәт итә[35]. Тора-бара бай парижлылар эшлекле йәки шәхси осрашыуҙарын ресторандарҙа үткәрергә ғәҙәтләнәләр. Ресторан эше тиҙ үҫеш ала һәм оҙаҡламай Париж ресторандарын иҫәпләп тә булмай.
Ҡайһы бер Париж кафелары Мәғрифәт осоронан бирле эшләп килә. Ул осорҙа кафелар туҡланыу урыны булыуҙан бигерәк, ҙур социаль йөкләмә башҡарған. Шундайҙарға "Прокоп"ты, беренсе әҙәби кафены (хәҙер Париждың иң өлкән рестораны) һәм 1950-се йылдарға тиклем иң яҡшы шахматсыларҙың осрашыу урыны булған "Кафе де ля Режанс"ты кертергә мөмкин.
Спорт
үҙгәртергәПарижда иң популяр спорт клубы — Пари Сен-Жермен футбол клубы. Ул 1970 йылда нигеҙләнгән һәм үҙенең өйҙәге уйындарын XIX быуат аҙағында төҙөлгән Парк де Пренс стадионында үткәрә.
Париждың төп спорт аренаһы — Сен-Дени ҡала янында урынлашҡан Стад де Франс стадионы. Арена 1998 йылда футбол буйынса донъя чемпионаты өсөн төҙөлә һәм 80 000 тамашасыны һыйҙыра ала. Стадион футбол уйындары өсөн генә түгел, ә еңел атлетика, регби һәм спорттың башҡа төрҙәре буйынса ярыштар үткәреү өсөн дә ҡулланыла. 2016 йылда Францияла футбол буйынса Европа чемпионаты үтәсәк. Уның финал уйыны Стад де Франста стадионында буласаҡ.
Йыл һайын Парижда донъяла иң мәртәбәле велосипед уҙышы — Тур де Франстың финишы үтә. 1975 йылдан бирле велосипедсылар уҙышының финал этабын Елисей Ҡырҙарында үткәрәләр.
Парижда популяр булған тағы бер спорт төрө — теннис. Роллан Гаррос стадионында йыл һайын май аҙағы — июнь баштарында Францияның теннис буйынса асыҡ чемпионаты үтә. Ноябрьҙә Парижда шулай уҡ абруйлы теннис турниры — BNP Paribas Masters уҙа.
Парижда 1900 һәм 1924 йылдарҙа йәйге Олимпия уйындары үткәрелә.
Рәсемдәр
үҙгәртергәИҫкәрмәләр һәм сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 (unspecified title)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Dimensions. 2011 йыл 19 ғинуар архивланған.Géographie de la capitale 2011 йыл 19 ғинуар архивланған.. (фр.) // Mairie de Paris, 20.08.2010
- ↑ Situation géographique 2011 йыл 19 ғинуар архивланған.. (фр.) // Mairie de Paris, 01.07.2010
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 http://www.paris.fr/portail/viewmultimediadocument?multimediadocument-id=21506 2014 йыл 14 ғинуар архивланған.
- ↑ Le climat 2011 йыл 19 ғинуар архивланған.. (фр.) Mairie de Paris, 01.07.2010
- ↑ 20 minutes, № 1560, 13 февраль 2009 йыл, «Les prévisions, bien plus qu’un passe-temps»
- ↑ 7,0 7,1 A partir de quelle température déclenche-t-on le plan «Grand Froid» à Paris ? 2010 йыл 26 ноябрь архивланған. (фр.). // Mairie de Paris, 30.11.2010
- ↑ Quelques chiffres…(недоступная ссылка). (фр.) // Mairie de Paris, 30.10.2006
- ↑ Париж тарихы . Франция. Париж (2006). Дата обращения: 26 ғинуар 2011. 2011 йыл 13 декабрь архивланған.
- ↑ 1856 һәм 1861 йылдар араһында Парижға тирә-яҡтағы тораҡ урындары ҡушыла, Шуға күрә халыҡ һаны ҡырҡа арта
- ↑ 11,0 11,1 http://www.paris.fr/portail/viewmultimediadocument?multimediadocument-id=85403 2014 йыл 14 ғинуар архивланған.
- ↑ Plus de 2 millions de Parisiens 2010 йыл 20 ноябрь архивланған.
- ↑ INSEE : Демографик мәғлүмәтәр 2009 йыл 6 март архивланған. (инг.)
- ↑ INSEE: Демографик мәғлүмәтәр, 2004 (фр.)
- ↑ INSEE: Иль-де-Франс төбәгендә сит ил кешәләре өлөшө, 1999 (фр.)
- ↑ RECENSEMENT. 2014 йыл 14 ғинуар архивланған.Premiers résultats 2014 йыл 14 ғинуар архивланған.
- ↑ http://www.france-paris.ru/religia.php
- ↑ Туғандаш-ҡалалар 2010 йыл 22 ғинуар архивланған.
- ↑ Les dimensions de Paris 2014 йыл 14 ғинуар архивланған.. (фр.) // Mairie de Paris, Textes du plan local d’urbanisme
- ↑ 600 nouvelles entreprises à Paris chaque semaine 2011 йыл 24 ғинуар архивланған.. (фр.) Mairie de Paris, 20.01.2011
- ↑ Chiffres-clés 2014 йыл 14 ғинуар архивланған.. (фр.) // Mairie de Paris — Direction du développement économique, de l’emploi et de l’enseignement supérieur, 11.2010
- ↑ Особенности развития МСП в крупных городах 2011 йыл 17 октябрь архивланған. (рус.)
- ↑ Combien de touristes visitent la capitale chaque année ? 2010 йыл 29 июль архивланған.
- ↑ «Метро» газетаһы, 5 июнь 2008 йыл.
- ↑ Le Tourisme à Paris — Chiffres clés 2010 2011 йыл 22 июль архивланған.
- ↑ Le plus européen des trains. (фр.) // SNCF
- ↑ Сорбонна тарихы рәсми сайтта 2008 йыл 4 декабрь архивланған. (фр.)
- ↑ Мәҙәниәт һәм Мәғариф системаһы (рус.)
- ↑ Француз академияһының рәсми сайты (фр.)
- ↑ Милли китапхана сайты 2007 йыл 28 ноябрь архивланған. (фр.)
- ↑ Сена ярҙары ЮНЕСКО исемлегендә (инг.)
- ↑ Фонтенбло һарайы ЮНЕСКО исемлегендә (инг.)
- ↑ Версаль һарайы ЮНЕСКО исемлегендә (инг.)
- ↑ Oeuvres | Musée du Louvre 2009 йыл 1 октябрь архивланған. (фр.)
- ↑ Alfred Fierro. Histoire et dictionnaire de Paris
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсми сайт (фр.)
- Викисәйәхәт сайтында Париж (инг.)
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |