Ҡарамышева Таңһылыу Фаяз ҡыҙы

башҡорт шағиры. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Рәми Ғарипов исем
(Таңһылыу Ҡарамышева битенән йүнәлтелде)

Ҡарамышева Таңһылыу Фаяз ҡыҙы (псевдонимы Таңһылыу Ҡарамыш (3 март 1948 йыл) — башҡорт шағиры. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты.

Таңһылыу Ҡарамыш
Исеме:

Ҡарамышева Таңһылыу Фаяз ҡыҙы

Псевдонимдары:

Таңһылыу Ҡарамыш

Тыуған көнө:

3 март 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (76 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Йүнәлеше:

Шағир, прозаик, публицист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре

Премиялары:

Рәми Ғарипов исемендәге премия

Биографияһы

үҙгәртергә

Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышева 1948 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.

Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбен, 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

Хеҙмәт юлын «Башҡортостан ҡыҙы» журналында башлай. Артабан СССР фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып алты йыл эшләй. «Ленинсы», «Башҡортостан пионеры», «Һәнәк», «Ағиҙел» журналдарында ла эшләй. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында «Йәшлек» гәзитен ойоштороуға күп көс һала, мөхәррир урынбаҫары була. Артабан «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең яуаплы сәркәтибе вазифаһын да алып бара.

1993 йылдан ул йәштәр журналы «Шоңҡар» журналын ойоштороп сығарыуҙа ҡатнаша. 1994 йылдан баҫманың баш мөхәррире була.

Оҙаҡ йылдар дауамында республика матбуғатында эшләй. «Шоңҡар» журналының беренсе баш мөхәррире.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Саҡыр мине. Шиғырҙар. Өфө, 1981, 47 бит.
  • Ҡосағыңа ал, тормош. Шиғырҙар. Өфө, 1985, 96 бит.
  • Тиҫтерҙәрем. Шиғырҙар. Поэма. Өфө, 1988, 80 бит.
  • Гөлләмә. 1993 йыл.
  • Күңелем доғалары. 1998 йыл
  • Донъя — даръя. 2008 йыл.
  • Сәскәле йән. 2008 йыл.
  • Сәғәҙәт сәәғәте. 2011 йыл.
  • Мәңгелек сәфәр. 2014 йыл.
  • Көҙ йәйе. 2016 йыл.

Ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 2017 йыл 26 ноябрь [https://web.archive.org/web/20171126230039/http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/28448-yaralanby-donyaa-ebe-bulyp-alyra.html архивланған. 2017 йыл 26 ноябрь архивланған. 2017 йыл 26 ноябрь архивланған. 2017 йыл 26 ноябрь архивланған. 2017 йыл 26 ноябрь архивланған. 2017 йыл 26 ноябрь архивланған. 2017 йыл 26 ноябрь архивланған. 2017 йыл 26 ноябрь архивланған. «Яралғанбыҙ донъяға Үҙебеҙ булып ҡалырға».  , 2017, 24 ноябрь] 2017 йыл 26 ноябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 ноябрь 2017)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ноябрь 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ноябрь 2017)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 24 ноябрь 2017)

Һылтанмалар

үҙгәртергә