Әмиров Марс Ғизетдин улы

Әмиров Марс Ғизетдин улы (1 август 1930 йыл — 12 сентябрь 1992 йыл) — СССР һәм Рәсәй дәүләт эшмәкәре, хужалыҡ эшмәкәре, ғалим.

Әмиров Марс Ғизетдин улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1 август 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Бәләбәй, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 12 сентябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Бәләбәй, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө уйлап табыусы
Уҡыу йорто Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Октябрь Революцияһы ордены «Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены ВДНХ-ның көмөш миҙалы ВДНХ-ның бронза миҙалы

1967—1992 йылдарҙа — Бәләбәйҙең «Автонормаль» заводы директоры. Техник фәндәр кандидаты (1983), БАССР-ҙың туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы һәм унынсы — ун беренсе саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының халыҡ контроле комитетына инә (1985)[1].

12 уйлап табыуға автор таныҡлығы бар. 40-тан ашыу ғилми баҫма хеҙмәт авторы.

Биографияһы

үҙгәртергә

Марс Ғизитдин улы Әмиров 1930 йылдың 1 авгусында Бәләбәй ҡалаһында республика кимәлендәге партия-хужалыҡ хеҙмәткәре Ғизитдин Шәрәфетдин улы һәм уҡытыусы Мөшәрәфә Гәрәй ҡыҙы ғаиләһендә тыуа[2].

Өфө авиация институтын (1956) инженер-механик һөнәре буйынса тамамлай. 1983 йылда аспирантура тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген М. Әмиров бик иртә башалй: юғары синыфтарҙа уҡығанда өлкән пионервожатый булып эшләй, һәр йәй пионер лагерында тәрбиәсе була. 20 йәшендә Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе инә, унда ҡоролмалар механигы, инженер, әйҙәүсе конструктор, цех начальнигы, берекмәнең партия комитеты секретары урынбаҫары булып эшләй. Йәғни производствоның бик күп баҫҡыстарын үтеп, партия эшендә бик юғары бейеклеккә күтәрелә[3].

1956—1967 йылдарҙа — Өфө моторҙар эшләү заводында инженер, цех начальнигы, партком секретары урынбаҫары; 1967—1992 йылдарҙа Бәләбәйҙең «Автонормаль» заводы директоры була.

Металдарҙы һалҡын килеш эшкәртеү буйынса технологияны эшләү һәм ҡулланылышҡа индереүҙә ҡатнаша. Уның инициативаһы буйынса завод ҡарамағында Өфө авиация институтының Металдарҙы баҫым менән эшкәртеү кафедраһының филиалы, Бәләбәй машиналар эшләү техникумы, Машина эшләүселәп ПТУ-һы асыла.

Библиографияһы

үҙгәртергә

«Ковка и штамповка», «Основы технологии автоматизированного холодновысадочного производства», «Исходные материалы для объемной холодной штамповки и методы их подготовки под штамповку» уҡыу әсбаптары һәм дәреслектәр авторы һәм авторҙашы[4][5].

Техник фәндәр кандидаты М. Ғ. Әмировтың 64 хеҙмәте «Автомобильная промышленность», «Кузнечно-штамповочное производство», «Сталь», «Авиационная промышленность», «Черная металлургия», «Инженерно-технический журнал» журналдарында, «Известия вузов», «Труды УАИ» һәм башҡа баҫмаларҙа баҫыла[2].

  • Бәләбәйҙә бер урам Әмиров исемен йөрөтә.
  • Бәләбәй ҡала мәҙәниәт һарайы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Бокс буйынса М. Ғ. Әмиров иҫтәлегенә «Б» класлы турнир ойошторола.

Наградалары

үҙгәртергә
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971, 1981).
  • Октябрь Революцияһы ордены (1973).
  • «Почет билдәһе» ордены (1963).
  • Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза (1975) һәм көмөш миҙалы (1980, 1984).
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы президиумының Почет грамотаһы.
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1983).
  • Бәләбәй ҡалаһының почетлы гражданы (1996).
  • 1988 йылдың 13 октябрендә М. Ғ. Әмиров Илдең директорҙар клубына ҡабул ителә.
  • «Книга о первом директоре, или Улица Амирова», документально-публицистическое повествование Д. Курганова и Л. Амировой (2000).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Постановление ВС Башкирской АССР от 22.03.1985 «Об образовании Комитета народного контроля Башкирской АССР». Дата обращения: 10 февраль 2013.
  2. 2,0 2,1 М. Г. Амиров | Городской портал города Белебея и Белебеевского района. Дата обращения: 10 февраль 2013.
  3. Земляки — Амиров Марс Гизитдинович. Дата обращения: 10 февраль 2013. Архивировано 17 февраль 2013 года. 2013 йыл 17 февраль архивланған.
  4. WebIRBIS 64. Дата обращения: 10 февраль 2013. Архивировано 17 февраль 2013 года. 2013 йыл 17 февраль архивланған.
  5. OZON.ru - Марс Гизитдинович Амиров. Краткая биография автора. Купить книги, фильмы, музыку Марс Гизитдинович Амиров. Дата обращения: 10 февраль 2013.

Һылтанмалар

үҙгәртергә