Любавский Матвей Кузьмич
Матвей Кузьмич Любавский (13 август 1860 йыл, Рязань губернаһы[4], Большие Можары ауылы — 22 ноябрь 1936 йыл, Өфө).
Биографияһы
үҙгәртергәРязань губернаһының Сапожков өйәҙе Большие Можары ауылында диакон Кузьма Иванович һәм уның ҡатыны Матрена Федотовна ғаиләһендә тыуған. Үҫмер сағында осраҡлы рәүештә бер күҙен юғалта. Сапожковский дини училищеһын тамамлағас, Рязань дини семинарияһында уҡый, 1878 йылда ташлап сыға[5].. Мәскәү университетының тарих-филология факультетын тамамлай (1882). Университетта профессорҙар В. О. Ключевский, В. И. Герье, Н. А. Попов семинарияларында шөғөлләнә. П. Н. Милюков, В. В. Розанов, Р. Ю. Виппер, В. Е. Якушкин, М. С. Корелин менән бергә уҡый. «Мәскәү дәүләтенең служилый кешеләре, городовой дворяндар һәм бояр балалары» кандидатлыҡ эше Н. В. Исаков премияһына һәм алтын миҙалға лайыҡ була һәм ул университетта рус тарихы кафедраһында профессор дәрәжәһенә әҙерләнеү өсөн ҡалдырыла.
рус тарихы магистры (1894). «Литва статуты сыҡҡан осорона өлкә бүленеше һәм Литва-рус дәүләтенең урындағы идаралығы» диссертацияһы граф Уваровтың кесе премияһына лайыҡ була. рус тарихы докторы (1900; диссертацияһының темаһы: «Литва-рус сеймы»).
Педагогик эшмәкәрлеге
үҙгәртергәУрта уҡыу йорттары
үҙгәртергәМәскәүҙәге урта уҡыу йорттарында эшләй: 1886 йылдан алып О. А. Виноградованың шәхси гимназияһында тарихты, 1887 йылдан императрица Марияның 2-се Ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында географияны уҡыта, Мариин училищеһында, В. А. Полторацкая курстарында уҡыта. 1904—1907 йылдарҙа — Мариин училищеһында инспектор. 1914 йылда Медведников гимназияһында тарихты уҡыта[6].
Мәскәү университеты
үҙгәртергәИмператор Мәскәү университетында (1894—1917), ә һуңынан Мәскәү дәүләт университетында уҡыта (1917—1930).
1894 йылдан — Мәскәү университетының приват-доценты, читал лекции по истории Литва-рус дәүләте тарихы буйынса лекциялар уҡый. 1897 йылдан — тарихи географиянан, 1899 йылдан — көнбайыш славяндары тарихынан уҡыта. 1901 йылдан— экстраординар профессор, 1902 йылдан — Мәскәү университетының ординар профессоры. 1930 йылға тиклем туҡтауһыҙ университетта уҡыта.
1902—1904 һәм 1906—1908 йылдарҙа — Мәскәү университетының тарих-филология факультетының советы секретары, 1908—1911 йылдарҙа — ошо факультететтың деканы. 1911 йылда Мәскәү университетының ректоры А. А. Мануйлов эштән сығарыла, уның артынан кадет партияһына һәм һул сәйәси көстәргә[7] ҡағылышлы булған 100 ашыу профессор һәм уҡытыусы университетты ташлап сыға. Университеттың ректоры итеп «Союз 17 октября» партияһына яҡын торған М. К. Любавский һайлана. Уҡыу процесын сәйәсәтләштереүгә ҡаршы, университет автономияһын һаҡлау буйынса сығыш яһай, университет традицияларын һәм күп кенә талантлы ғалимдар киткәндән һуң уҡытыуҙың юғары кимәлен һаҡлап ҡалырға тырыша. 1913 йылда Мәскәү университеты янындағы Тарих һәм Рәсәй боронғолоҡтары йәмғиәтенең рәйесе итеп һайлана.
Февраль революцияһынан һуң 1911 йылда университеттан киткән ғалимдарҙы ҡайтарыуҙы ойоштора. 1917 йылғы ректорҙы һайлауҙа үҙенең кандидатураһын ҡуймай (революцион осоро өсөн үтә ныҡ консерватив ҡараштарҙа була).
1919 йылда — атҡаҙанған ординар профессор, 1922 — йәмәғәт фәндәре факультетының штаттан тыш профессоры, 1925 йылдан — 1-се МГУ-ның этнологик факультетының штаттан тыш профессоры.
Тарихсы-ғалим
үҙгәртергәТарихсы булараҡ Любавскийҙың эшмәкәрлегендә өс төп йүнәлеште билдәләп була: беренсеһе — Литва-рус дәүләтенең тарихы, ул был дәүләтте Киев Русының дауамы, артабан рус ерҙәренең ике үҙәге барлыҡҡа килгән — Мәскәү һәм Литва тип һанаған. Уҡытыуҙан тыш Любавский юстиция министрлығының Мәскәү архивында эшләгән һәм унда боронғо Литва архивын өйрәнгән (Литва метрикалары).
Икенсеһе — көнбайыш славяндарының тарихы. Любавский Литва тарихын күршеләре Польша һәм Чехияның тарихи тәжрибәһен өйрәнмәйенсә аңлап булмай тип иҫәпләгән. Көнбайыш славяндарының тарихы буйынса курс күп рус историографияһында йылдар дауамында был өлкәлә берҙән-бер фуедаменталь тикшеренеү булған (был тематика буйынса беренсе совет дәреслеге 1957 йылда ғына барлыҡҡа килә).
Өсөнсөһө — тарихи география. Любавский колонизация процестарында дәүләттең мөһим, хатта хәл иткес, ролен күрһәтте. рус халҡын күсереп ултыртыу проблемаларының Рәсәй дәүләтенең региональ сәйәсәтенең төрлө аспекттары менән бәйләнешен ҙыҙыҡ өҫтөнә ала. XX быуат башындағы Любавский уҡыған университет курстары әлегә тиклем үҙенең актуаллеген юғалтамаған.
Архив эшен ойоштороусы
үҙгәртергәОктябрь революцияһынан һуң власть менән хеҙмәттәшлеккә илдең тарихи-мәҙәни байлығын — уның архивтарын һаҡлап алып ҡалыу өсөн ризалаша. 1918 йылда — Главархивтың Мәскәү бүлеге — Мәскәү өлкә архив эше идаралығының етәксеһе. 1920 йылға тиклем — коллегия ағзаһы, Главархив рәйесенең урынбаҫары. 1920 йылда архив мәсьәләләре буйынса сит ил Наркоматында эксперт-консультант була, РСФСР һәм Польша раһында солох килешеүе төҙөү буйынса Рига конференцияһында ҡатнаша. 1920—1929 йылдарҙа — Берҙәм дәүләт архив фондының Мәскәү бүлегенең юридик секцияһы директоры. Тикшереү һәм документтарҙың һаҡлаулығын ойоштороу, Шереметевтар, Голицындар, Пазухиндар рус дворян фамилияларының уникаль архив фондтарына, иҫке эштәр Архивына һәм Һарай архивына тасуирлама биреү өсөн бик күп эшләй. Мәскәүҙә һәм Петроградта ике архив-археографик институттарын ойоштороу проекты менән сығыш яһай (уже после ареста М. К. Любавский ҡулға алынғандан һуң өлөшләтә был проект тормошҡа ашырыла — Тарих-архив институты булдырыла). «Рәсәйҙә архив эшенең тарихы» («История архивного дела в России») китабы авторы.
Ҡулға алыу һәм һөрөлөү
үҙгәртергә1930 йылдың 8 авгусында Любавский «академик» эше («дело академик Платонов эше») буйынса ҡулға алына. Бер йыл следствие алдан тикшереүҙә була. 1931 йылдың февраль айында уның улы Валериан ҡулға алына һәм июндә «контрреволюцион эшмәкәрлеге» өсөн атып үлтерелә. 1931 йылдың 8 авгусында ОГПУ Коллегияһы Любавскийға хөкөм сығара: ул академик дәрәжәһенән мәхрүм ителә һәм 5 йылға Өфөгә һөрөлә. Һөргөндә Любавский М. К. Башҡорт АССР-ның милли мәҙәниәте Институты менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, XVII—XVIII быуаттарҙа был ерҙәрҙә ер биләүселек тарихы һәм синыф көрәше өҫтөндә эшләй. Ошо темаларға уның аҙаҡҡы (нәшер ителмәгән) монографиялары бағышланған: «Очерки по истории башкирского землевладения в XVII—XVIII и XIX веках» һәм «Очерк башкирских восстаний в XVII и XVIII вв.».
Любавский Өфөлә 1936 йылдың 22 сентябрендә вафат була (һөргөн срогы бөткәндән һуң). 1967 йылдың 20 июлендә реабилитациялана. 1969 йылда СССР Фәндәр академияһы академигы дәрәжәһендә тергеҙелә.
Хәтер
үҙгәртергәӨфөлә РФА Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты бинаһында Любавский М. К. хөрмәтенә 2006 йылда мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #128903023 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 LIMIS (лит.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Любавский Матвей Кузьмич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Ныне — Сараевский район, Рязанская область, Россия.
- ↑ Выпускники Рязанской духовной семинарии
- ↑ История педколлектива школы № 59 им. Н. В. Гоголя 2011 йыл 12 декабрь архивланған.
- ↑ «Дело Кассо»
Әҙәбиәт
үҙгәртергәӘҫәрҙәр исемлеге
үҙгәртергә- Областное деление и местное управление Литовско-Русского государства ко времени издания первого Литовского статута. М., 1892.
- Начальная история малорусского казачества // Журнал Министерства народного просвещения. — 1895. N 7.
- Литовско-русский Сейм. Опыт по истории учреждения в связи с внутренним строем и внешней жизнью государства. — М.: Университетская тип., 1900. — 1160 с.
- Очерк истории Литовско-Русского государства до Люблинской унии включительно. С приложением текста хартий, выданных княжеству Литовскому и его областям. — М.: Московская художественная печатня, 1915.
- История западных славян (прибалтийских, чехов и поляков). — М.: Товарищество скоропечатни А. А. Левенсон, 1917. — 473 с.
- Лекции по древней русской истории до конца XVI века. — 3-е изд. — М., 1918.
- Образование основной государственной территории великорусской народности, Л., 1929.
Яңынан баҫтырып сығарылған китаптары
- Любавский М. К. Обзор истории русской колонизации. — М.: Изд-во МГУ, 1996. — 688 с. — 2000 экз. — ISBN 5-211-03551-8. (в пер.)
- Любавский М. К. Историческая география России в связи с колонизацией / Авт. вступ. ст. Ю. В. Кривошеев, Т. А. Рисинская. — СПб.: Лань, 2000. — 304 с. — 3000 экз. — ISBN 5-8114-0173-6. (в пер.)
- Любавский М. К. Лекции по древней русской истории до конца XVI века. — СПб.: Лань, 2000. — 480 с. — (Классики исторической мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-8114-0300-3. (в пер.)
- Любавский М. К. История царствования Екатерины II. — СПб.: Лань, 2001. — 256 с. — (Классики исторической мысли). — 5000 экз. — ISBN 5-8114--0407-7. (в пер.)
- Любавский М. К. Русская история XVII—XVIII веков. — СПб.: Лань, 2002. — 576 с. — (Классики исторической мысли). — 5000 экз. — ISBN 5-8114-0405-0. (в пер.)
- Любавский М. К. История западных славян. — М.: Парад, 2004. — 608 с. — 2500 экз. — ISBN 5-7734-0041-3. (в пер.)
- Любавский М. К. Очерк истории Литовско-Русского государства до Люблинской унии включительно. — СПб.: Наука, 2004. — 312 с. — (Русская библиотека). — 1800 экз. — ISBN 5-02-026232-3. (в пер.)
- Любавский М. К. Очерк истории Литовско-Русского государства до Люблинской унии включительно / Подгот. к печати Д. В. Карев; авт. вступ. ст. Д. В. Карев; Институт истории НАН Беларуси. — Минск: Беларуская навука, 2012. — 400 с. — (Помнікі гістарычнай думкі Беларусі / Памятники исторической мысли Беларуси). — 1000 экз. — ISBN 978-985-08-1502-6. (в пер.)
- Любавский М. К. Русская история от древности до конца XVIII века. — М.: Академический Проект, 2015. — 846 с. — (Исторические технологии).
Библиография
үҙгәртергәМ. К. Любавский тураһында хәтирәләр
үҙгәртергә- Ливанова Т. Г. «Папа, несмотря на занятость, уделял мне какое-то время»: Из воспоминаний В. М. Ливановой-Любавской. // Исторический архив. — 2000. — № 4. — С. 202—212.
М. К. Любавскиий тураһында әҙәбиәт
үҙгәртергә- Сборник статей в честь М. К. Любавского. — Пг. 1917. — 803 с.
- Карев Д. В. Неопубликованные историко-географические труды М. К. Любавского // Археографический ежегодник за 1987 год. — М., 1988. — С. 278—284.
- Карев Д. В. Академик М. К. Любавский: судьба и наследие // Наш радавод: Матэрыялы мiжнароднай навуковай канферэнцыi «Царква i культура народау Вялiкага княства Литоускага i Беларуси XIII — нач. ХХ стст.» (Гродна, 28 верасня — 1 кастрычнiка 1992 г.). — Гродна, 1994. Кн. 6. Ч. 3.
- Дегтярев А. Я., Иванов Ю. Ф., Карев Д. В. Академик М. К. Любавский и его наследие // Любавский М. К. Обзор истории русской колонизации. — М., 1996. — С. 8-72.
- Старостин Е. В. М. К. Любавский — историк-архивист // Отечественные архивы. — 2001. — № 1. — С. 33-46.
- Ливанова Т. Г. Матвей Кузьмич Любавский. Хроника жизни // Очерк истории Литовско-Русского государства до Люблинской унии включительно. — СПб.: 2004. — С. 5-13.
- Ермолаев Ю. Н. Ректор Московского университета М. К. Любавский // Академик М. К. Любавский и Московский университет. — М., 2005.
- Фешкин В. Н. Древняя история башкир в материалах М. К. Любавского // Известия российского государственного педагогического университета им. А. И. Герцена: Аспирантские тетради. Научный журнал. 2007. № 19 (45). — С. 264—268.
- Толстов В. А. М. К. Любавский — действительный член Рязанской ученой архивной комиссии // Историографическое наследие провинции. Материалы IV научно-практической конференции, посвященной памяти Д. И. Иловайского и М. К. Любавского. Рязань, 21 февраля 2007 г. / Отв. ред. И. Г. Кусова. — Рязань, 2009. — С. 33-45.
- Фешкин В. Н. Обзор материалов академика М. К. Любавского, хранящихся в городе Уфе // Южный Урал: история, историография, источники. Межвузовский сб. науч. статей. Вып. 3. / Отв. ред. И. З. Шаяхметова. — Уфа, 2011. — С. 117—122.
- Толстов В. А. Сотрудничество М. К. Любавского с губернскими учеными архивными комиссиями России и оценка их деятельности // Наследие Д. И. Иловайского и М. К. Любавского в русской историографии: Труды Всероссийской научной конференции «VI историографические чтения памяти историков Д. И. Иловайского и М. К. Любавского» (к 180-летию со дня рождения Д. И. Иловайского). Рязань, 22—25 мая 2012 г. / Ред. колл.: Л. В. Чекурин, В. А. Толстов и др. — Рязань, 2012. — С. 167—186.
- Топычканов А.В. Формирование историко-географических представлений М.К. Любавского в контексте развития исторической географии в России // Археографический ежегодник за 2011 г.. — М.: Наука, 2014. — С. 291–302. — ISBN 978-5-02-038053-0.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. Дом, в котором жил Любавский М. К. Зенцова улица, 55. Уфа:Китап, 1999, 101-103 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Любавский Матвей Кузьмич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Профиль Матвея Кузьмича Любавского РФА рәсми сайтында
- Биография
- Биография
- Отделение истории географических знаний и исторической географии Московского центра Русского географического общества 2007 йыл 15 июль архивланған.
- Захаров С. В Уфе почтили память академика Любавского, 19 августа 2010 года
- Кривошеев Ю. В., Рисинская Т. П. М. К. ЛЮБАВСКИЙ (1860—1936) (рус.)
- Профиль на сайте Летопись Московского университета (рус.)