Автонормаль заводы (Бәләбәй)

Автонормаль заводы (Бәләбәй) — Рәсәйҙең машиналар эшләү компанияһы, ватан автоетештереүселәре өсөн автонормалдәр (нығытыу деталдәре) эшләүсе. Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһында урынлашҡан.

«БелЗАН» асыҡ акционерҙар йәмғиәте
Тип

Асыҡ акционерҙар йәмғиәте

Нигеҙләнгән

1971

Уранлашыуы

Рәсәй флагы Бәләбәй, Башҡортостан (Рәсәй)

Төп фигуралар

Овчинников Сергей Васильевич
Генераль директор

Тармаҡ

Автомобиль эшләү

Продукция

Автомобилдәр өсөн нығытыу деталдәре (автонормаль)

Хеҙмәткәрҙәр һаны

4 500-ҙән ашыу кеше

Сайт

www.belzan.ru

Тулы атамаһы «Бәләбәй автонормаль заводы» акционерҙар йәмғиәте".

1967 йылдың 4 февралендә СССР Министрҙар Советы постановлениеһы менән Волга заводы өсөн комплектлаусы изделеиелар етештереү буйынса яңы предприятиелар, шул иҫәптән Бәләбәй нормалдәр һәм метиздар заводы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә.

1970 йылдың ноябрендә Волга автозаводына беренсе партия продукция — 500 машина комплектына 10 төр деталь оҙатыла.

1971 йылда, производство киңәйтелеүгә бәйле, Кама автозаводын нормалдәр менән тәьмин итеү маҡсатында предприятие «Автонормаль» Бәләбәй заводы тип үҙгәртелә.

1992 йылдың 2 декабрендә «Автонормаль» заводы базаһында «Автонормаль» асыҡ акционерҙар йәмғиәте төҙөргә ҡарар ителә.

2002 йылдың 17 майында акционерҙарҙың дөйөм йыйылышында «Автонормаль» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, унан «Автонормаль» Бәләбәй заводы" (ОАО «БелЗАН») айырылып сығыу сәбәпле, тарҡатыла.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

«Автонормаль» Бәләбәй заводы " — заманса машиналар эшләүсе предприятие. Ул автомобиль сәнәғәте өсөн нығытыу изделиелары һәм пружиналар эшләүгә махсуслаша. «UTAC» француз ойошмаһы уҙғарған аудитор тикшереүе нигеҙендә, ISO 9001:2000 (2006 йылдың 15 сентябренән № SQ/1706) стандарт талаптары сифатының менеджмент системаһына яраҡлылыҡ сертификатына эйә. «БелЗАН» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә my SAP ERP программа тәьминәте нигеҙендә интеграцияланған мәғлүмәт системаһы индерелгән.

Завод менән идара итеүҙә Һамарҙың «СОК» компаниялар төркөмө ҡатнаша. Шулай уҡ «Ижевск автомобиль заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә заводтың акционеры булып тора[1]. 2013 йылдың сентябренән активтар Тольятти ҡалаһының „АвтоВАЗагрегат“ асыҡ ркционерҙар йәмғите тарафынан һатып алынған.

Бәләбәй заводы асыҡ акционерҙар йәмғиәте продукцияһын ҡулланыусылар араһында ватан автоетештереүселәренең барыһы ла тиерлек бар: АвтоВАЗ», «КамАЗ», «УАЗ», «ГАЗ», «GM-АвтоВАЗ», АМО «ЗИЛ», «ИжАвто».

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә