Яңыбаева Вәсилә Әхәт ҡыҙы

Яңыбаева(Касимова) Вәсилә Әхәт ҡыҙы (1 август 1962 йыл) — ғалим-биолог, хужалыҡ эшмәкәре. 2002 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы директоры. Биология фәндәре кандидаты (2002).

Вәсилә Әхәт ҡыҙы
Яңыбаева
Файл:Яңыбаева Вәсилә Әхәт ҡыҙы.png
Тыуған көнө

1 август 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (62 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Һарғая ауылы

Гражданлығы

СССРРәсәй флагы

Биографияһы

үҙгәртергә

Вәсилә Әхәт ҡыҙы Яңыбаева 1962 йылдың 1 авгусында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Һарғая ауылында тыуған.

1979 йылда Белорет районының Ҡағы урта мәктәбен тамамлай. Бер йыл Бөрйән районы Әбделмәмбәт урта мәктәбендә пионервожатый, тағы бер йыл тыуған ауылы Һарғаяла төрлө вазифаларҙа эшләп ала. Һуңынан Өфө ҡалаһындағы Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә, 1987 йылда уны уңышлы тамамлай[1].

1987—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында ғилми хеҙмәткәр була. Бөрйән районына ҡараған Макаров кордонында йәшәй һәм эшләй. Ошо уҡ йылдарҙа ситтән тороп аспирантурала уҡый, ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә башлай.

2000 йылда ҡурсаулыҡ директорының урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

2002 йылда Новосибирск ҡалаһында «Көньяҡ Урал энәғараҡтарының фаунаһы һәм экологияһы» темаһына диссертация яҡлай һәм «биология фәндәре кандидаты» дәрәжәһе ала[2].

Ошо уҡ 2002 йылда «Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы директоры итеп тәғәйенләнә.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Фауна и экология стрекоз Южного Урала/ природопользования / Яныбаева Василя Ахатовна — к.б.н[3].
  • Экологический каркас как элемент устойчивого природопользования / Яныбаева Василя Ахатовна — к.б.н. (директор ФГБУ «Башкирский государственный природный заповедник», д. Саргая). // VII Всероссийская научно-практическая конференция «Устойчивое развитие территорий: теория и практика». Сибай, 20015[4].
  • Вклад особо особо охраняемых природных территорий в экологическую устойчивость региона "Сибайская городская типография — филиал ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан». 2015[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ире Яңыбаев Мансур Малыбай улы (1962).
  • Балалары:

— Яңыбаев Нур Мансур улы (1987) — Яңыбаев Искәндәр Мансур улы (1989)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Г. Салихова. Билет за границу «Седьмого климата» «Ватандаш» журналы<ref>[2] 2019 йыл 25 март архивланған.<ref>
  • Вклад особо особо охраняемых природных территорий в экологическую устойчивость региона "Сибайская городская типография — филиал ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан».2015<ref>[3]<ref>