Саламатова Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы

филология фәндәре кандидаты

Гөлсәсәк Саламатова, Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Саламатова[1] (ҡыҙ фамилияһы Ибраһимова, 1976 йылдың 1 авгусы, СССР, РСФСР, БАССР, Баймаҡ районы, Икенсе Этҡол) ― сәнғәт эшмәкәре, сценарист, филология фәндәре кандидаты (2002), З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы доценты (2015 йылдан). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев премияһы лауреаты (2020). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2024)

Саламатова Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы

Биографияһы

үҙгәртергә

1976 йылдың 1 авгусында Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.[2] 1998 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын тамамлаған. 1999—2002 йылдарҙа ― БДУ аспиранты. 2002 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2002 йылдан бирле Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында: 2002—2009 йылдарҙа башҡорт, рус һәм сит телдәр кафедраһында, 2010—2015 йылдарҙа башҡорт теле һәм мәҙәниәте кафедраһында, 2015 йылдан режиссура һәм актерлык оҫталығы кафедраһында эшләй. 2005 йылдан — доцент. 70-нән артыҡ фәнни мәҡәлә, шул иҫәптән 4 монография авторы.[3]

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Башҡорт театры тарихы, Башҡортостандың күренекле шәхестәре менән ҡыҙыҡһына.

Мәжит Ғафури исемендәге, Мостай Кәрим исемендәге, Стәрлетамаҡ, Сибай театрҙарында, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында, Нефтекама дәүләт филармонияһында үткәрелгән хөкүмәт, юбилей концерт программалары һәм спектаклдәрҙең сценарий авторы. 1938 йылдың трагик датаһы иҫтәлегенә Уҡыу-уҡытыу театры сәхнәһендә ҡуйылған «10 июль — һәм көн һәм быуат» («10 июля — и день и и век», режиссер Т. Бабичева) әҙәби-тарихи драмаһының проект авторы һәм сценарисы.

Г. Саламатованың башҡорт теленә тәржемәһендә, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Уҡыу-уҡытыу театры сәхнәһендә рус классиктары драматургияһы А. Чеховтың («Юбилей», «Айыу», «Тәҡдим»), А. Арбузовтың («ҡот осҡос уйындар», «Жестокие игры») пьесалары ҡуйылған. Салауат театрында ҡуйыу өсөн В. Шукшин хикәйәләре («Ваня, һин нисек бында?», «Миль пардон, мадам», «Микроскоп», «Ышанам», «Минең кейәүем бер машинаһын урланы») тәржемә иткән.

«Беренсе Республика» милли трилогияһына ингән өс нәфис фильмдың сценарий авторы (авторҙашы): «Бабич» (2017), «Беренсе Республика» (2019), «Шағир көндәлеге» (2022). «Беренсе Республика» фильмы FESTPRO халыҡ-ара кинофестивалендә «Иң яҡшы сценарий» номинацияһында (2019) еңеүсе булған, 2020 йылда Саламатова Г. Д., фильм сценарий авторы булараҡ, Башҡортостан Республикаһының С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була.

«Шағир көндәлеге» фильмы 2023 йылда Өфөлә үткән «Үҙ юлым» («Свой путь») халыҡ-ара кинофестивалендә тулы метражлы уйын киноһы номинацияһында төп бүләккә эйә булған.[4]

«Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — 100 йыл [тарих һәм хәҙерге заман очерктары]» китабының автор-төҙөүсеһе (авторҙаш Айһылыу Сәғитова). Был эше өсөн йыл һайын театр тураһында әҙәбиәт өлкәһендә бирелеүсе «Театр романы — 2020» премияһына лайыҡ була.[5]

2021 йылда «Башҡорт энциклопедияһы» Г. Саламатованың «Зәбих Исҡужин. Иҙел ярында Һаҡмар егете» фәнни монографияһын нәшер итә. Автор ХХ быуаттың беренсе яртыһында билдәле әҙәби тәнҡитсе мираҫының тулы бер өлөшөн фәнни әйләнешкә һала. Әлеге китапты яҙғанда, Г. Саламатова Шәйехзада Бабичтың «Башҡорт халҡына» тигән баҫылмаған шиғырын таба.[6][7]

2020—2022 йылдарҙа, «Шағир көндәлеге» фильмы өҫтөндә эшләү осоронда, Г. Саламатова Башҡортостандың халыҡ шағиры Рами Гарипов иҫтәлегенә арналған ике әҙәби-музыкаль кисәнең сценарийын ижад итә. Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Р. Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған күргәҙмәне асып ебәреү өсөн сценарий, шулай уҡ Рәми Ғариповтың юбилей кисәһенә сценарий яҙа.

Г. Д. Саламатова — йәмәғәт эшмәкәре, эксперт, театр белгесе сифатында күп кенә асыҡ сараларҙа, Бөтә донъя ҡоролтайы башҡорттар линияһы буйынса Бөтә Татарстан Республикаһы, Удмурт Республикаһы, Ырымбур өлкәһендә, Башҡортостан Республикаһы райондарында күсмә сараларҙа ҡатнаша.

Башҡорт әҙәбиәте өлкәһендә ғалимдар араһында Ш. Бабич, Д. Юлтый, Р. Ғариповтың ижады һәм биографияһы белгесе булараҡ таныла.

Бүләктәре, маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1920-1950 еллар иҗтимагый һәм мәдәни контекстында Шәехзадә Бабич мирасы. kpfu.ru
  2. Саламатова (Ибрагимова) Гульсясяк Давлетбаевна. Баймакская межпоселенческая центральная библиотека
  3. Саламатова Гульсясяк Давлетбаевна. Уфимский государственный институт искусств
  4. Лейла Аралбаева. Фильм «Дневник поэта» получил первую награду на кинофестивале «Свой путь». ИА «Башинформ», 15.02.2023
  5. Книга к 100-летию Башкирского театра возвращает истории забытые имена
  6. Г. Д. Саламатова. 1920-1950 еллар иҗтимагый һәм мәдәни контекстында Шәехзадә Бабич мирасы. kpfu.ru
  7. Лейла Аралбаева. Забытые имена: в Уфе и Казани проходят съемки фильма о Забихе Искужине. ИА «Башинформ», 6.07.2022
  8. Саламатова Гульсясяк Давлетбаевна номинант на Государственную премию РБ. Живая лента, 13.09.2020
  9. Радий Хабиров вручил государственные награды России и Башкортостана. 2021 йыл 28 ноябрь архивланған. Глава Республики Башкортостан, 08.10.2020

Һылтанмалар

үҙгәртергә