Замбия
Замбия (ингл. Zambia), тулы рәсми исеме — Замбия Республикаһы (ингл. Republic of Zambia) — Көньяҡ Африкалағы дәүләт. Конго Демократик Республикаһы, Танзания, Малави, Мозамбик, Зимбабве, Ботсвана, Намибия, Ангола менән сиктәш, диңгеҙгә сығыу юлы юҡ. Баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы — Лусака.
| |||||
Девиз: «Бер Замбия, бер милләт (ингл. One Zambia, One Nation)» | |||||
Гимн: «Ғорур һәм азат Замбия хаҡында баҫ һәм йырла» | |||||
![]() | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 24 октябрь 1964 ( Бөйөк Британия) | ||||
Рәсми тел | инглиз теле | ||||
Баш ҡала | Лусака | ||||
Эре ҡала | Лусака | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы | ||||
Президент Вице-президент |
Майкл Сата Гай Скотт | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
38 752 614 км² 1 | ||||
Халыҡ • Һаны (2013) • Халыҡ тығыҙлығы |
▲14 222 233[1][2] чел. (70) 17,2 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2004) • Бер кешегә |
9 853 млрд. долл. (136) 900 долл. | ||||
ИЧР (2013) | 0,448 (низкий) (163 урын) | ||||
Валюта | Замбия квачаһы (ZMK) | ||||
Интернет-домен | .zm | ||||
Код ISO | ZM | ||||
МОК коды | ZAM | ||||
Телефон коды | +260 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +2 |
1964 йылда Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоҡ алған.
ГеографияһыҮҙгәртергә
Замбия Көньяҡ Африкала урынлашҡан. Тропик климатлы, диңгеҙгә сығыу юлы булмаған, башлыса яйлала ятҡан ил. Майҙаны 752 614 км², донъяла 38-се урында. Территорияһы Замбези һәм Конго йылғалары бассейнына ҡарай. Замбия менән Зимбабве сигендә Замбези йылғаһында шарлауыҡтар, шул иҫәптән билдәле Виктория шарлауығы урынлашҡан.
Файҙалы ҡаҙылмаларҮҙгәртергә
Ер аҫты байлыҡтарынан баҡыр, кобальт, зөбәржәттәр, алтын, көмөш, уран, ҡурғаш, цинк, күмер, марганец бар.
ТарихыҮҙгәртергә
Замбия территорияһында борондан кешеләр йәшәгән. Бер нисә мең йыл элек унда бушмен ҡәбиләләре (һунарсылар һәм йыйыусылар) көн иткән. Беҙҙең эра башында бушмендарҙы төньяҡтан килгән готтентоттар (игенселәр һәм малсылар) ҡыҫырыҡлап сығарған. Бер мең йыл самаһы ваҡыт үткәс, готтентоттарҙы Үҙәк Африканан килгән банту ҡәбиләләре ҡыҫырыҡлап сығарған.
XVIII быуатта Баротсе ҡол биләүселек дәүләте барлыҡҡа килгән. Шул уҡ XVIII быуатта тәүге европалылар килә башлай (португалдар). Ә XIX быуатта Замбия Төньяҡ Родезия исеме аҫтында Британия протекторатына әйләнә. XX быуатта, 1964 йылда, Замбия бойондороҡһоҙлоҡ ала.
Сәйәси ҡоролошоҮҙгәртергә
Замбия — күп партиялы системалы демократик ил. Дәүләт башлығы, хөкүмәт етәксеһе һәм баш командуюущий булып президент тора. Ул 5 йылға бер һайлана, бер кеше ике мөҙҙәттән ашыу президент вазифаһын биләй алмай. Парламент — Милли ассамблея — 158 депутаттан тора, 150-һе һайлана, һигеҙе президент тарафынан тәғәйенләнә. Парламент 5 йылға һайлана, президент уны таратыу хоҡуғына эйә.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Census.gov. Country Rank. Countries and Areas Ranked by Population: 2013 . U.S. Department of Commerce (2013). Дата обращения: 9 май 2013. Архивировано 9 май 2013 года.
- ↑ Department of Economic and Social Affairs Population Division (2009). «World Population Prospects, Table A.1» (.PDF) (United Nations). Проверено 2009-03-12.
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/africa
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |